Асҡын районы
Асҡын районы | |
Асҡын районы | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930[1] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Асҡын[2] |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы[3] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] һәм YEKT |
Халыҡ һаны | 18 235 кеше (2021)[4] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 183 метр |
Сиктәш | Пермь крайы, Свердловск өлкәһе, Ҡариҙел районы, Дыуан районы, Тәтешле районы һәм Балтаc районы |
Майҙан | 2542 км² |
Рәсми сайт | askino.bashkortostan.ru |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Асҡын районында ерләнгәндәр[d] |
Асҡын районы Викимилектә |
Асҡын районы — Ҡариҙел йылғаһының уң ярында, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе менән сиктәш урынлашҡан. Үҙәге — Асҡын ауылы. Өфөгә 213 км һәм иң яҡын Щучье Озеро тимер юл станцияһы (Пермь өлкәһе) — 50 км. Район 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған. Майҙаны — 2542 км². Халҡы 23 337 (2010) кеше (1970— 34,4, 1979 — 28,3, 1989 — 23,5 мең, 1995 — 24,2 мең). Күпселек башҡорттар, татарҙар, урыҫтар. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км². 9 кеше. Иң ҙур ауылдар: Асҡын (1989 — 5,8 мең кеше) һәм Ҡубыяҙ (1,4 мең кеше).
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район территорияһының көнсығыш өлөшө Өфө яйлаһының көнбайыш сигенә тура килә, йылғалар һәм йырғанаҡтар менән бүлгеләнгән. Көнбайыш рельефына түбәлектәр хас (Асҡын яҫы таулығы). Климаты уртаса йылы, ярайһы уҡ дымлы. Асҡын метеостанцияһы мәғлүмәттәре буйынса, абсолют максималь температура +36С, абсолют минималь −54С тәшкил итә. Район територияһы буйлап Ҡариҙелдең ҡушылдығы Төй (Һарыҫ ҡушылдығы) һәм Аяҙ йылғалары аға. Көлһыу тупраҡ, көлһыулығы һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡара тупраҡ һәм һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Территория шыршы һәм аҡ шыршы үҫкән урмандар зонаһына инә.
Ләкин улар киң япраҡлы ағастарға (бигерәк тә йүкә), шыршы, аҡ шыршы, ҡайын, уҫаҡ урмандарына алышынған. 1963 йылда райондың көньяҡ.-көнбайышында тайга зонаһы йәнлектәрен (шәшке, мышы, һыуһар, ҡама, һеләүһен һ.б.) һаҡлау өсөн Асҡын дәүләт заказнигы ойошторолған.
Геотектоник йәһәттән район територияһы Башҡорт көмбәҙе сиктәрендә ята. Запастары күп булмаған Ҡәйүм, Степановка, Көнгәк, Бейәбаш нефть ятҡылыҡтары, шулай уҡ Яңы Ҡаҙансы һәм Кубияҙ газ ятҡылыҡтары табылған. Эзбизташ, төҙөлөш ташы, доломит, балсыҡ, ангидрит ятҡылыҡтары ярайһы уҡ күп. Агрономик рудалар осрай. Урындағы ихтыяж өсөн төҙөлөш ташы (Урмияҙ, Анастасьино), ҡырсын таш (Гөмбә), эзбизташ (Ҡаҙансы) сығарыу карьерҙары асылған.
«Башплодородие» ПБ балансында 10-ға яҡын агроруда ятҡылығы бар: Ҡышлауйылға торф-туф (990 мең т), Любимовка йомшаҡ эзбизташы (880 мең т), Мутабаш күл-һаҙлыҡ эзбизы (686 мең т) ятҡылыҡтары.
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район иҡтисадына аграр-урман сәнәғәте йүнәлеше хас. Ауыл хужалығы ерҙәре 92,8 мең га (райондың дөйөм майҙаны 36,7 %), шуның 66,7 мең га өлөшөн һөрөнтө ерҙәр, 18,7 мең га — көтөүлектәр тәшкил итә.
Ауыл хужалығында ужым арышы, яҙғы бойҙай, картуф үҫтерелә, һөт-ит малы һәм сусҡа үрсетелә. ауыл хужалығы предприятиелары араһында «Урмияҙ», «Төй» һәм «Дружба» малсылыҡ совхоздары айырылып тора.
Асҡын ауылында йәшелсә киптереү, май-сыр заводтары, РТП эшләй. Асҡын лесхозы биләгән 126 мең га урманда 16981 мең м³ ағас (шул иҫәптән 6300 мең м³ылыҫлы ағастар) бар. Шуларҙың 8700 мең м³ өлгөргән һәм ҡартайған ағас. Башлыса Һарыҫ—Аяҙ йылғалары араһындағы урман ҡырҡылауылы Бында Асҡын леспромхозының урман пункты эшләй. Төй йылғаһының урта ағымындағы урмандарҙа ағас әҙерләү менән Талог леспромхозының урман пункттары шөғөлләнә.
Транспорт бәйләнеше Асҡын—Яугилде автомоб. юлы менән (артабан Бөрө һәм Благовещен аша) ғәмәлгә ашырыла. Суднолар йөрөгән миҙгелдә тимер һәм автомоб. юлдарынан алыҫта ятҡан көньяҡ-көнсығыш тау-тайга төбәктәре йылға транспорты менән файҙалана.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса райондың халыҡ һаны:
|
Социаль-мәҙәни өлкә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда 51 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 15 урта мәктәп; Асҡын ПУ, 29 китапхана, 54 клуб, 4 дауахана бар. Башҡортса «Йәнтөйәк», урыҫса «Аскинская новь», татарса «Ышаныч» исемле район гәзиттәре сыға.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәкерова Әминә Ғәйфулла ҡыҙы (23ноябрь1932йыл—2013 йыл), педиатр, 1963—1987 йылдарҙа Өфөнөң 1-се балалар поликлиникаһы табибы. Башҡорт АССР-ының 10-сы (1980—1985) һәм 11-се (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР-ҙың медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының ХIII һәм ХVII съездары делегаты. СССР-ҙың халыҡ табибы (1982), Ленин ордены кавалеры (1978). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2005). Ҡыйғаҙы ауылынан[16].
- Ғимазов Гамма Зыя улы (6 март 1928 йыл) — колхозсы, уҡытыусы, партия ойошмаһы секретары, Асҡын райком КПСС-ының идеология буйынса секретары, Асҡын район башҡарма комитеты рәйесе, «Коммунизм юлы» район гәзитенең баш мөхәррире, «Партия ветераны» (1997), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971), « Советтар Союзы Коммунистар партияһында 50 йыл» билдәһе (1997), «Хеҙмәт ветераны»(1989),«1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы(1993), Ветеран хәрәкәтендә актив ҡатнашҡан өсөн «Почётный знак РКВВ» (1998), Еңеүҙең 50(1995), 60(2005)юбилей миҙалдары,Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы Үҙәк комитеты юбилей миҙалы Еңеүгә 60 йыл(2005), « Һуңғы саҡырыу. 60 йыл.1944 — 2004» юбилей миҙалы.
- Ғәлиев Тимерғәзи Арыҫлан улы (30 ноябрь 1938 йыл), ауыл хужалығы, партия һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы (2000), профессор (2009). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Ҡышлауйылға ауылынан[17].
- Ғаязов Әлфис Суфиан улы(3 июнь 1956 йыл) — дәүләт һәм фән эшмәкәре, ғалим һәм яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (2016), Рәсәй Мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2009), педагогия фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985).
- Игошев Владимир Александрович (28 октябрь1921йыл—8ғинуар2007йыл), совет рәссамы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1944 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Профессор (1965). СССР‑ҙың (1991) һәм РСФСР‑ҙың (1965) халыҡ рәссамы. Асҡын ауылы янындағы Игошев хуторынан.
- Имаева Наилә Зәйнулла ҡыҙы (7 июнь 1978 йыл) — Йәнтөйәк район — ара гәзитенең баш мөхәррире (2002 йылдан), Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар Союзы ағҙаһы, Асҡын районы муниципаль районының Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, әүҙем йәмәғәтсе, Асҡын районы данын төрлө республика сараларында һәм бәйгеләрендә яҡлаусы, район, республика кимәлендәге сараларҙы алып барыусы, «Ҡатын — ҡыҙ — милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсының «Катын — ҡыҙ — йыл үрнәге» номинацияһында еңеүсе (2022), Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығының Почёт грамоталары(2010, 2017), Башҡортостан Республикаһы Журналистар Союзының Почёт грамотаһы(2015),Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре(2021)
- Кирәй Мәргән (тулы исеме — Кирәев (Кирәйев) Әхнәф Нурый (Нурмөхәмәт) улы;(28 июнь 1912 йыл — 24 ғинуар 1984 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, фольклорсы ғалим, әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (1963), профессор (1965). 1941 йылдан — КПСС һәм СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Мәхмүтйәнов Кәримйән Мөбәрәк улы (28 июнь 1941йыл) — сәйәсмән, совет эшмәкәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән 12-се саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Милләте — башҡорт.
- Рәхимов Рәйес Сәйетғәле улы (24 февраль 1942 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2002).
- Плотников Иван Фёдорович (4 сентябрь 1925 йыл — 13 июль 2011 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-тарихсыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, полковник. Тарих фәндәре докторы (1967), профессор (1968), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985).
- Праведников Николай Константинович (9 декабрь1933йыл—4 декабрь2001йыл), ғалим-инженер‑нефтсе. Техник фәндәр докторы (1984), профессор (1987). 1981 йылдан Бөтә Союз яғыулыҡ‑энергетика комплекстары проблемалары ғилми-тикшеренеү институтында директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 1986 йылдан — институт директоры, 1995—2001 йылдарҙа «ЛУКОЙЛ» нефть компанияһының фәнни‑инженерлыҡ үҙәге генераль директоры. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Ҡуяштыр ауылынан[18].
- Сәмиғуллин Венир Кәлимулла улы (15 ноябрь 1947 йыл) — хоҡуҡ белгесе, педагог. Юридик фәндәр докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2015), Рәсәй Юридик фәндәр академияһы ағзаһы. Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация авторҙарының береһе.
- Шабиев Салауат Ғәли улы (Күскилде ауылы, Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — совет һәм Рәсәй ғалимы, архитектура докторы (1994), профессор (1994). Халыҡ-ара фән белеме академияһының мөхбир ағзаһы (1997), Халыҡ-ара Көнсығыш илдәре архитектура академияһының ағза-корреспонденты (1999), РААСН советнигы (1999), Рәсәй архитекторҙар союзы ағзаһы (1977)[19].
- Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы (1 июль 1955 йыл) — композитор. 1982 йылдан СССР Композиторҙар союзы,2002 йылдан АҠШ-тың Вашингтон штаты Композиторҙар союзы ағзаһы. Философия фәндәре кандидаты (2001). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
- Хәзимуллин Әлфәрит Зәүҡәт улы (14 октябрь — 1960 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ театры артисы (2020), урындағы шағир. Хеҙмәт ветераны (2007). Бөрө дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлаған (1986) . «Спутник» ҡулланыусылар йәмғиәте Советы рәйесе (2005 — 2016) , Асҡын район хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы (2016 — 2020). "Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһында намыҫлы хеҙмәте өсөн" билдәһе (2006), "Бөйөк Еңеүгә 70 йыл " миҙалы, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, халыҡ ижады республика үҙәге, район хакимиәте, мәғлүмәт үҙәгенең күп һанлы наградалары : Диплом «Автор башҡарыусы» (2010, 2015), «Иң яҡшы спектакль режиссураһы» (2012, 2014), «Иң яҡшы ирҙәр роле» (2012), «Нәфис һүҙ оҫтаһы» (2015), күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары (2007 — 2020) менән бүләкләнгән.
- Юнысова Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы(28 февраль 1968 йыл) — Асҡын районы мәғлүмәт үҙәге директоры(баш мөхәррире), Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре (2018)[20][21].
- Йәләлетдинова Йәриә Ғафур ҡыҙы (11 февраль 1947 йыл) — педагог,Ҡарткиҫәк урта мәктәбе директоры (1978 — 1986), Асҡын районы мәғариф бүлеге мөдире (1986 — 1989), төрлө вазифаларҙа район советы хеҙмәткәре, район советы рәйесе урынбаҫары (1989 — 2002), район «Ағинәйҙәр ҡоро» етәксеһе (2014 йылдан), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифе отличнигы (1985), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1985), Башҡортостан Республикаһы Башлығы Почёт грамотаһы (1997), «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2020)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ 4,0 4,1 Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность населения СССР, РСФСР и ее территориальных единиц по полу (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Бәкерова Әминә Ғәйфулла ҡыҙы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғәлиев Тимерғәзи Арыҫлан улы 2017 йыл 27 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 ноябрь 2018)
- ↑ http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/12075 2019 йыл 24 декабрь архивланған. Башҡорт энциклопедияһы — Праведников Николай Константинович] (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2018)
- ↑ Шабиев Салават Галиевич 2018 йыл 21 сентябрь архивланған.. Календарь знаменательных дат и событий Южно-Уральского государственного университета. Проверено 19 сентября 2018.
- ↑ Рустэм Хамитов вручил государственные награды России и Башкортостана. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 4 апрель (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2018)
- ↑ Список награжденных (2018.04.04). 45. Юнусова Файруза Фаязовна — директор (главный редактор) Аскинского информационного центра — филиала ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан»(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2018)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
- Муниципаль райондың рәсми сайты
- Башҡортостан Республикаһы сайты 2010 йыл 12 июнь архивланған.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.