Упҡанкүл ауыл Советы (Асҡын районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Упҡанкүл ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Асҡын районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Упҡанкүл ауыл Советы — Асҡын районының 2008 йылда бөтөрөлгән ауыл биләмәһе. Почта индексы — 452896. ОКАТО коды — 80204845000. 2002 йылдың 1 ғинуарына был ауыл биләмәһендә 508 кеше йәшәгән.[1]

Яубүләк ауыл Советы менән берләштерелә. 1989 йылда, Яубүләк ауыл Советынан бүлеп алып, ойошторолған була[2]. Административ үҙәге — Упканкүл.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1989 йылда Башҡорт АССР-ф Юғары Советы Президиумының 27.09.1989 й. 6-2/327-се һанлы «Асҡын районында Упҡанкүл ауыл Советын булдырыу тураһындағы» Указы сыға. Указға ярашлы:

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы ҡарар итә:


1. Асҡын районында Упҡанкүл ауыл Советын булдырпырға, административ үҙәген Упканкүл ауылында урынлаштырырға.

2. Упҡанкүл ауыл Советы составына Яубүләк ауыл Советынан алынған Упҡанкүл ауылын индерергә.

3. Упҡанкүл ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

2008 йылда ауыл Советы сиктәре ҡабатлап үҙгәртелә. Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, ст.1, п. 4в) түбәндәге юлдар бар[3]:

«Яубүләк» атамаһын һаҡлап, Яубүләк һәм Упҡанкүл ауыл Советтарын берләштерергә,

административ үҙәген Яубүләк ауылында урынлаштырырға. Упканкүл ауыл Советының Упҡанкүл ауылын Яубүләк ауыл Советы составына индерергә .

Яубүләк ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Упҡанкүл ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;

Демографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Общие демографические показатели
Всё население Изменения населения 2002—2009
2002 2009 чел. %
508 - - -

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыуға ярашлы күпселек милләт вәкилдәре — башҡорттар (98 %).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  2. ОБ ОБРАЗОВАНИИ УПКАНКУЛЕВСКОГО СЕЛЬСОВЕТА В АСКИНСКОМ РАЙОНЕ
  3. Страница 404