Эстәлеккә күсергә

Ҡуяштыр ауыл Советы (Асҡын районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡуяштыр ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Ҡуяштыр
Административ-территориаль берәмек Асҡын районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Ҡуяштыр ауыл Советы — Асҡын районының 2008 йылда бөтөрөлгән ауыл биләмәһе. Асҡын ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә. Почта индексы — 452899. ОКАТО коды — 80204834000.

Ауыл Советының составы: Ҡуяштыр ауылы — административ үҙәк. 2006 йылға тиклем уның составына Дуванейский ҡасабаһы (Башҡортостан Республикаһының 29.12.2006 й. 404-з һанлы «Тораҡ пункттарын берләштереү, бөтөрөү, статусын үҙгәртеүгә һәм административ үҙәктәрен күсереүгә бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законы), 1989 йылға тиклем — Ҡарткиҫәк ауылы (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 27.09.1989 й. 6-2/326-се «Асҡын районында Об образовании Ҡарткиҫәк ауыл Советын булдырыу тураһындағы» Указы), 1986 йылға тиклем — Абдал ауылы (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 12.12.1986 й., 6-2/396-сы «Ҡайһы бер тораҡ пункттарын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташлыу тураһындағы» Указы[1]) ингән була.

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, ст.1, түбәндәге юлдар бар[2]:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:д) Асҡын ауыл Советын Борма һәм Ҡуяштыр ауыл Советтары менән, «Асҡын» атамаһын ҡалдырып, берләштерергә, Асҡын — административ үҙәк. Борма ауыл Советының Яңы Борма, Үрге Никольский, Талог, Төй ауылдарын, Ҡуяштыр ауыл Советының Ҡуяштыр ауылын Асҡын ауыл Советы составына индерергә. Асҡын ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға. Борма, Мәтәле һәм Ҡуяштыр ауыл Советтарын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;

Ауыл Советы 2008 йылға түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Ҡубияҙ ауыл Советы, Асҡын ауыл Советы, («Башҡортостан Республикаһының 17.12.2004 й., 126-з һанлы (ред. от 19.11.2008) „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы»).