Упҡанкүл
Ауыл | |
Упҡанкүл Упҡанкүл | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Упҡанкүл (рус. Упканкуль) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 404 кеше[1]. Почта индексы — 452896, ОКАТО коды — 80204813007.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың үҙәгенә тиклем асфальт түшәлгән, газ үткәрелгән, телефон һәм интернет, үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин ителгән. Ауылда тулы булмаған урта мәктәп, фельдшер- акушерлыҡ пункты, ветеринар участкаһы, мәҙәниәт йорто һәм китапхана бар Шәхси эшҡыуарҙар Ғәлимов В.Ҡ. һәм Ҡыямова Л. С. магазиндары халыҡты аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙары менән тьәмин итә. «Ғөмәров З.Ғ.» фермер хужалығы(малсылыҡ, (мөгөҙлө эре терлек, йылҡысылыҡ), «Мусин Д. М.»(һарыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ, (умартасылыҡ), «Шуаров С. Р.» (ағас эшкәртеү) менән шөғөлләнә. Упҡанкүл 1989 йылдың 27 сентябренән Упҡанкүл ауыл советына ҡараған. Илдә оптималләштереү башланғас, 2009 йылдан ауыл кире Яубүләк ауыл советына ҡушыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Асҡын районында берҙән-бер унлар башҡорт ырыуы ауылы. Тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, ауыл Сунлар волосы, Байҡы түбәһе, 21-се йорт 10-сы башҡорт кантонына (1798—1865 йылдар)ҡараған. Ауыл 15 гектар майҙан биләгән Упҡанкүл күле буйына урынлашҡан. Ауылдың килеп сығышы һәм атамаһы һунарсылар менән бәйләнгәне тураһында легенда һаҡланған. Беренсе күсеп килеүселәр Ҡариҙел районы Тегермән ауылынан килеүселәр булған. Аҡһаҡалдар фаразлауынса, тамырҙарыбыҙ Ҡырмыҫҡалы районынан күсеп килгән һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттар менән бәйләнгән. 1795 йылда 23 йорт, 87 кеше(ир-ат һәм ҡатын — ҡыҙҙар бергә) иҫәпләнгән. Умартасылыҡ ауылда бик үҫешкән кәсеп булараҡ билдәле. Дәүләтша Якупов 21 -се йорт старшинаһы булып хеҙмәт иткән. йылғы йән иҫәбен алыу материалдары буйынса Упҡанкүл ауылында 20 хужалыҡ булып,69 ир-ат иҫәпләнгән. Дини йолаларҙы Зәйнәш Ишалин башҡарған.(История башкирских родов.т.4,стр.149-152). 1870 йылда мәсет күрһәтелгән. Мәсеттә хатип Зәйнетдин Усаев (1911 йылға тиклем) булған. Был уҡымышлы кеше Салауат Юлаев һәм Емельян Пугачёв көрәштәше Ҡәнзәфәр Усаевтың яҡын туғаны булараҡ билдәле. Риүәйәттәр буынса Зәйнетдин мулланың йәйәү хажға барыуы билдәле. Мәсеттә дини уҡыуҙар үткәрелә. Оло инәйҙәр хәтерләүенсә,ҡыҙҙарҙы Ғатикә абыҫтай уҡыта. Упканкул ауылында мәсет 1901-се йылдан 1936-сы йылға тиклем хеҙмәт итә. Ләкин 1936-сы йылда мәсет ябыла һәм манараһы киҫеп төшөрөлә. Имам Садретдинов Минһажетдин кулаклаштырыуҙан ҡурҡып, ғаиләһе менән Урта Азия яғына күсеп китә. Дини йолаларҙы- бәпестәргә исем ҡушыу, никах, йыназа -төрлө йылдарҙа ауыл муллалары тарафынан башҡарыла. Мәҫәлән: 1951-1975 йылдарҙа дини йолаларҙы Әсләм бабай үтәһә,уның вафатынан һуң ,Мәһәҙиев Риян бабай дауам итә. Уның вафатынан һуң,1999 йылдан башлап, йолаларҙы Дәүләтов Яүфәт һәм Фәйзрахманов Мөхәмәтзия Фәйзрахман улы башҡара. Башҡортостан Республикаһының Диниә назараты мөфтие указы менән 2011-се йылдың ноябрь айында Суфиянов Әбтеләхәт Ғәлимхан улы «Әкбәр» мәсетенә имам-хатиб итеп тәғәйенләнә. Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан 148 кеше киткән, 78 яугир яу яланында ятып ҡалған. Упҡанкүл 1989 йылдың 27 сентябренән Упҡанкүл ауыл советына ҡараған. 2009 йылдан ауыл Яубүләк ауыл советына керә.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 404 | 187 | 217 | 46,3 | 53,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 20 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 128 км
Топонимикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға исем биргән күл-риүәйәт
Борон заманда был яҡтарҙа үтеп сыҡҡыһыҙ ҡарағай урманы булған. Бер заман был яҡтарға һунарсылар килеп сыға. Эсәр һыу эҙләп йөрөгәндә йәйрәп ятҡан таҙа һыулы күлгә тап булалар. Һунарсылар: ,, Собхан Аллаһ, собхан Аллаһ", тип ҡысҡырып ебәрәләр. Шул көндән күл буйын үҙҙәренә тойәк иткәндәр. Күлде Собханкүл тип атағандар.
Күл убылып торғанлыҡтан, тора бара Упҡынкүл тип атайҙар. Бер аҙҙан Упҡанкүлгә әйләнгән.
Ауыл эсендәге ер-һыу атамалары
Упҡанкүл ауылы ер-һыу атамалары бик үҙенсәлекле. Уларҙы түбәндәгесә төркөмләп була:
Йылға исемдәре:
Күларт Уғаш,Оло Уғаш, Икенсе Уғаш, Сәләхәй Уғаш, Бал һыуы.
Күл исемдәре:
Упҡанкүл,Кәмәлекүл,Зәйнәшкүл,Екәнкүл,Табанкүл,Ябалаҡкүл,
Сатлыкүл,Уҫаҡкүл,Күларткүл,Тәфкилкүл, Тоҙлокүл һәм Аҡҡош күле.
Һыу инә торған күлдәр:
Кәмәлекүл, Екәнкүл, Табанкүл. Тоҙлокүл, Аҡҡош күле.
Һаҙҙар:
Упҡакүл һаҙы, Тубән ос һаҙы,Торнаһаҙ,Ғилманһаҙ.
Упҡанкүл һәм уның һаҙы Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Төрлө балыҡтарға бай булған күлде аҡҡоштар, торналар, ҡыр ҡаҙҙары һәм өйрәктәре, селәндәр төйәк итә. Һаҙында һирәк осрай торған мүк, ысыҡ үләне, ҡылыс үлән һәм мук еләге үҫә.
Ер — һыу атамалары легендалары
Кәмәле күл
Ауылдан бер саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан күл бик тәрән, артыҡ киң булмаһа ла, буйға оҙон.Үҙенең формаһы менән кәмәгә оҡшаған-был беренсенән. Ә икенсенән, балыҡҡа бай. Күлдә һәр саҡ кәмә йәки һал тора. Теләгән кеше мурҙаларын ҡарай ала.
Ауыл халҡының иң яратҡан күлдәренең береһе.Һыуы таҙа. Йәй көнө тирә-яғында сейә,балан һәм муйыл өлгөрә.
Йәй буйы унан кеше өҙөлмәй. Бигерәктә ялға ҡайтҡандар күл буйында ял итә. Һыу инә. Еләк һәм бәшмәк йыя.
Тоҙлокүл
Ҙур түңәрәк кенә был күл. Тирә-яғын балан, муйыл ҡыуаҡлығы уратып алған. Өлкәндәр был күлдең легендаһын ошолайыраҡ һөйләйҙәр. Элек хәҙерге Балтас районы Ҡурас ауылында ҙур баҙар булған, ошонан имеш бер бабай арбаһына тоҙ тултырып ҡайтып килгән. Һыу эсмәк булып күл буйына туҡтаған. Аты һыу эскән арала, арбаһы һыуға ауа. Шул көндән башлап күлде Тоҙлокүл тип йөрөтәләр. Ә хәҙер күлдең һыуы таҙа, тоҙло булмаһа ла, балығы юҡ.
Екәнкүл
Был күл беҙҙең баҡса артында ғына, ул һаҙ менән тоташ. Тирәһе тау һәм урман. Тау битендә еләк бешә һәм гөлйемеш үҫә. Унда йәйге эҫҫе көндәрҙә һыу инәләр. Күлдең исемен эргәһендә екән үләне үҫкәнгә Екәнкүл ип атағандар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[2]
- Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
- Түңәрәк урамы (рус. улица Кольцевая)
- Йәшлек урамы (рус. улица Молодежная)
- Күпер урамы (рус. улица Мостовая)
- Яңы урамы (рус. улица Новая)
- Күл урамы (рус. улица Озерная)
- Партизан урамы (рус. улица Партизанская)
- Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
- Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәләғетдинова Луиза Солтан ҡыҙы (7 октябрь 1947 йыл) мәғариф ветераны. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» билдәһе (1990)
- Вәлиева Венера Вәли ҡыҙы (2 ғинуар 1940 йыл) — мәғариф ветераны. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» билдәһе (1987)
- Ғимазов Сафа Ғимаз улы (23 март 1907 йыл) — хеҙмәт втераны, Башкортостан АССР-ы-ның атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1963)
- Ғәниева Гүзәл Ғатаулла ҡыҙы (2 ноябрь 1957 йыл)-мәғариф ветераны, Башҡортостан Республикаһы мәғариф Министрлығының Маҡтау ҡағыҙы(1998 йыл), «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» билдәһе(2010).
- Ғәлимова Ләлә Ҡауый ҡыҙы(5 декабрь 1965 йыл) — мәғариф ветераны, «Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы» билдәһе(2012).
- Закиров Әвҡәт Зыя улы (20ғинуар 1940 йыл)- хеҙмәт ветераны, «Хеҙмәт ҡыҙыл байрағы»(№ 748817,15 декабрь 1972 йыл) һәм «Халыҡтар дуҫлығы»(№ 32210,23февраль 1981 йыл) ордендары.
- Исраев Суфиәхмәт Исрай улы (25 июнь 1932 йыл)- хеҙмәт ветераны, «III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены» № 314913(23декабрь 1976 йыл), «Владимир Ильич Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан фиҙәкәр хеҙмәте өсөн» миҙалы(20 март 1970 йыл)
- Кәбиров Фәйеҡ Кәбир улы() — хеҙмәт ветераны. «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы (1 сентябрь 1957 йыл), «Владимир Ильич Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (20 март 1970 йыл), 7-се,8-се,9-сы һәм 10-сы биш йыллыҡтар ударнигы билдәләре.
- Кәбиров Рәфит Фәйеҡ улы () — ветеринария хеҙмәте ветераны. Ауыл хужалығы Минисрлығының ветеринария хеҙмәте Идараһының «Ауыл хужалығы сәнәғәте өлкәһендәге күп йыллыҡ фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн» Маҡтау ҡағыҙҙары(2015, 2020 йылдар).
- Латипов Ғәфүр Латип улы (1911 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы.112 -се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары, «Батырлыҡ өсөн» (1944), «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (1943, 1945) миҙалдары кавалеры[3]..
- Мөғинов Насретдин Мөғин улы — Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, «II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы» ордены һәм юбилей миҙалдары, «Владимир Ильич Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан фиҙәкәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (20 март 1970 йыл.)."Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн" миҙалы (20 октябрь 1956 йыл)."Владимир Ильич Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан фиҙәкәр хеҙмәт өсөн" миҙалы (20 март 1970 йыл), 9-сы һәм 10-сы биш йыллыҡтар ударнигы билдәләре.
- Миниғәлиева Әльфинә Хәбиб ҡыҙы (10 ғинуар 1552 йыл) — хеҙмәт ветераны. «Владимир Ильич Лениндың 100- йыллыҡ юбилейы уңайынан фиҙәкәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (20 март 1970 йыл).
- Мазһарова Зөлфиә Наил ҡыҙы (6 июль 1967 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре. «Дуҫлыҡ йыры» халыҡ- ара конкурсы Дипломанты(1996), йәш башҡарыусыларҙың «Тыуған тел» республика конкурсы лауреаты(1998), Мәғәфүр Хиҫмәтуллин йырҙарын башҡарыусы «Башҡорт һандуғасы» республика конкурсы I дәрәжә Дипломы лауреаты (2016), «Таланттар балҡышы» республика конкурсының I дәрәжә Дипломы лауреаты (2016).
- Сафин Әҙип Исмәғзәм улы — хеҙмәт ветераны. «Социалистик хеҙмәт еңеүсеһе»(№ 20,1974,1975, 1978 йылдар), «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» билгеһе(1974,1978 йылдар), 9-сы һәм10-сы биш йыллыҡтар ударнигы билдәләре.
- Әсләмов Әхәт Әсләм улы(28 май 1923 йыл) — театр режиссеры, Башҡоростандың аҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, «Владимир Ильич Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан фиҙәкәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (20 март 1970 йыл) .
- Әҡбәров Светлан Садрислам улы (21 декабрь 1940 йыл) — мәғариф ветераны. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» билдәһе" (1986).
- Әхмәтзакиров Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улы (5 ғинуар 1926 йыл) — Асҡын районы Упҡанкүл ауылының Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, ауыл, район халҡы, балалар һәм үҫмерҙәр араһында ҙур патриотик тәрбиә эше алып бара. «Японияны еңгән өсөн» (1947), II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (1985) һәм юбилей миҙалдары менән наградланған.
- Әхмәтйәнова Асиә Мөхәмәтзыя ҡыҙы(15ноябрь 1961йыл)-педагогик хеҙмәт ветераны. Мәсәғүт педагогия училищеһен(1981), ситтән тороп Өфө дәүләт педагогия институтының тарих һәм йәмғиәт белеме факультетын(1987) тамамлаған.1981-1989 йылдарҙа Упҡанкүл һигеҙйыллыҡ мәктәбендә башланғыс синыф уҡытыусыһы, мәктәп директоры, тарих һәм йәмғиәт белеме дәрестәре уҡытыусыһы, 1989-2015йылдарҙа Өфөлә Октябрь районы 42-се мәктәптә башланғыс синыф уҡытыусыһы булып эшләгән.2015-2023 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 89 hанлы автономияле дөйөм белем биреү үҙәгенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй. Наградалары: Рәсәй Федерацияһының фән һәм белем биреү Министрлығының Почёт грамотаһы(2009).Башҡортостан президентының Мактау ҡағыҙы (2003).Баҫма эштәре: «Психологик яҡтан артта ҡалған башланғыс синыф уҡыусыларының белем алырға сәләтен үҫтереү» методик ҡулланма(2011)."Дөйөм белем биреү мәктәбендэ коррекцион уҡытыу" методик ҡулланма (2013)."Уҡыусыларҙың әхләҡ ҡағиҙәләрен үҙләштереүҙә сәнғәтте ҡулланыу" йыйынтығы(2015).
- Әминов Флүр Фәнүҙ улы (2 июль 1967 йыл) — Эске эштәр Министрлығы ветераны, майор. I, II, III дәрәжә "За отличие в службе " миҙалдары. «Иң яҡшы участок полицияһы вәкиле» билдәһе (№ 690, 5 ноябрь 2004 йыл).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Упҡанкүл ауылы
- ↑ ЛАТЫПОВ Гафур Латыпович. Шаймуратовцы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Унлар ырыуы ауылы Упҡанкүл 2020 йыл 28 ноябрь архивланған.
- Упакнкүл тарихы 2021 йыл 3 август архивланған.
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий.стр.179-181 2022 йыл 12 апрель архивланған.
- С.И.Хамидуллин, Ю.М.Юсупов,Р.Р.Асылгужин, Р.Р.Шайхеев, И.Р.Саитбатталов,В.Г.Волков,А.А.Каримов,Р.М.Рыскулов,А.Я.Гумерова,Г.Ю.Галеева,Г.Д.Султанова. История башкирских родов. Унлар. Том 4.стр.90. Ревизские скаски 1816г. стр. 149 - 152. -Уфа; ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014 - 288с.; илл.