Эстәлеккә күсергә

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы
Нигеҙләү датаһы 17 октябрь 1938
Рәсем
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә "Ата-әсә даны" орденының миҙалы[d]
Түбәнерәк дәрәжә Ушаков миҙалы
Изображение орденской планки
Һаны 4 600 000
Лауреаттар категорияһы Категория:«Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
 «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) Викимилектә

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы — Ватанды һаҡлауҙа һәм хәрби бурысын үтәгән ваҡытта күрһәткән шәхси ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн бүләкләү маҡсатында булдырылған СССР дәүләт наградаһы.

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1938 йылдың 17 октябрендәге Указына ярашлы булдырыла. Миҙал тураһындағы Положениенан: «„Батырлыҡ өсөн“ миҙалы социалистик Ватанды һаҡлауҙа һәм хәрби бурысын үтәгән саҡта күрһәткән шәхси ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсн бүләкләү маҡсатында булдырыла. „Батырлыҡ өсөн“ миҙалы менән Ҡыҙыл Армия, Һауа-Диңгеҙ Флоты, сик буйы һәм эске ғәскәрҙәре хәрбиҙәре һәм СССР-ҙың башҡа граждандары бүләкләнә».

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы — СССР наградалар системаһындағы юғары миҙал.

Әлеге миҙал менән иң тәүге бүләкләнеүселәр пограничниктар Н. Гуляев һәм Ф. Григорьев булалар, улар янында диверсанттар төркөмөн тоталар. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем СССР-ҙың дәүләт сиктәрен һаҡлауҙа һәм совет-фин һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өсөн миҙал менән 26 мең хәрбиҙәр бүләкләнә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 1941 йылдан 1945 йылға тиклем 4 млн бүләкләү үткәрелә.

Бөйөк Ватан һуғышы барышында кайһы бер ҡыҙылармеецтар дүрт, биш һәм хатта алты тапҡыр (С. В. Грецов) «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Бер үк ваҡытта «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы ла булдырыла, ул шулай уҡ хәрбиҙәргә һәм граждандарға тапшырылған. Ысынында, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының 20-йыллығына сығарылған юбилей миҙалын һанамағанда, әлеге ике миҙал тәүге совет миҙалдары булып тора.

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы булдырған ваҡытынан уҡ ул фронтовиктар араһында айырыуса хөрмәтле һәм ҡиммәтле булып һанала, сөнки уны алышта күрһәткән шәхси батырлыҡ өсөн бирәләр. Был «Батырлыҡ өсөн» миҙалының ҡайһы бер ордендарҙан һәм миҙалдарҙан төп айырмаһы, сөнки улар йыш ҡына «ҡатнашҡан өсөн» бирелә. Башлыса «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән рядовой һәм сержанттар составын бүләкләйҙәр, шулай уҡ ул офицерҙарға (нигеҙҙә, кесе звено) ла тапшырыла.

РККА-ның штраф частарында һуғышыусылар хөкөм ителгән ваҡытта хәрби званиеларынан һәм наградаларынан мәхрүм иетләләр, әммә улар азат ителгәндән һуң тергеҙелә. Ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән штраф подразделениелары яугирҙарын бүләкләү ҡаралған була. Штраф частарындағы бөтә наградалар тиерлек «Батырлыҡ өсөн» миҙалы була. В. Высоцкийҙың «Штрафные батальоны» йырында ошондай юлдар бар:

И если не поймаешь в грудь свинец,

Медаль на грудь поймаешь «За отвагу».

Барлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалына 4,6 млн кеше тирәһе лайыҡ була.

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы көмөш төҫөндә, ике яҡтан ҡабарынҡы күтәрмәле түңәрәк формала, диаметры — 37 мм. Алғы яғының өҫкө өлөшөндә осоп барған өс самолет һүрәтләнгән. Самолеттар аҫтында — ике юллыҡ «За отвагу» яҙыуы, хәрефтәр ҡыҙыл эмаль менән ҡапланған. Әлеге яҙыу аҫтында стилләштерелгән Т-35 танкы һүрәте. Миҙалдың аҫҡы өлөшөндә — ҡыҙыл эмаль менән һылатылған «СССР» һүҙе. Миҙалдың артҡы яғында (реверсында) — миҙалдың номеры. Миҙал дүңгәләк ярҙамында бишмөйөш ҡалыпҡа беркетелә. Ҡалып ебәк муар таҫмаһы менән ҡапланған. Таҫма күкһел төҫтә, уның ситтәренән 2 миллиметрлыҡ ике күк төҫтәге буйҙар үтә. Таҫманың киңлеге — 24 мм. Баштараҡ «Батырлыҡ өсөн» миҙалы ҡыҙыл таҫма менән ҡапланған дүртмөйөш ҡалыпҡа беркетелгән.

СССР Юғары Советы Президиумының 1941 йылдың 7 июлендәге Ҡарарына ярашлы ссср юғары советы президиумы ҡарарына ярашлы, бүләкләнеүсенең вафатынан һуң «Батырлыҡ өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумына ҡайтарыла. Миҙалдың танытмаһын бүләкләнеүсенең ғаиләһендә ҡалдырырға мөмкин булған (СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 13 июлендәге Ҡарары).

Башҡарыу варианттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бишмөйөшлө ҡалыптағы миҙал

Миҙал 925-се пробалы көмөштән эшләнә. Миҙалдағы көмөштөң дөйөм ауырлығы (1975 йылдың 18 сентябренә ҡарата) — 25,802± 1,3 грамм. Ҡалыпһыҙ миҙалдың дөйөм ауырлығы — колода — 27,930±1,52 грамм.

«Батырлыҡ өсөн» миҙалының ике төп төрө бар:

  1. Бишмөйөшлө ҡалыпта. Булдырылған көндән алып (1938 йылдың 17 октябре) һәм 1943 йылдың 19 июнендәге Указ сыҡҡанға тиклем «Батырлыҡ өсөн» миҙалының беренсе төрө тапшырылған. Миҙал 15×25размерлы тура мөйөшлө ҡыҙыл муар таҫма менән ҡапланған ҡалыпҡа беркетелгән. Ҡалыптың арт яғында миҙалды кейемгә беркетеү өсөн түңәрәк гайкалы һырлыбулған.
  2. Бишмөйөшлө ҡалыпта. 1943 йылдың 19 июнендәге указ көсөнә ингәндән миҙалдың күренеше бер аҙ үҙгәрә. Ҡыҙыл таҫмалы бәләкәй ҡалып бишмөйөшлө ҡалыпҡа алмаштырыла. Был ҡалыптың кире яғында кейемгә беркетеү өсөн булавка була.

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалерҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Алты миҙал[1]

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән алты тапҡыр бүләкләүҙең уникаль осрағы билдәле :

  • Грецов Семен Васильевич (1902—1975) — медицина хеҙмәте сержанты, Курск өлкәһендә тыуған. Бөтә алты миҙал да Старый Оскол тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана[2][3].
Биш миҙал

Бөйөк Ватан һуғышы (1941—1945) йылдарында «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән биш тапҡыр 14 кеше бүләкләнгән.

СССР тарҡалғандан һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге миҙал өлгөһөндә элек Советтар Союзына ингән дәүләттәрҙә наградалар булдырыла:

  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (Рәсәй)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (Белоруссия)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (Днестр алды Молдова республикаһы)
  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 29—32. — 301 с. — 3000 экз. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 58—59.