Ушаков миҙалы (СССР)
Ушаков миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 3 март 1944 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Фёдор Фёдорович Ушаков[d] |
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) |
Түбәнерәк дәрәжә | «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | стерлинговое серебро[d] |
Киңлек | 24 миллиметр |
Диаметр | 36 миллиметр |
Һаны | 16 080 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Награждённые медалью Ушакова (СССР)[d] |
Ушаков миҙалы Викимилектә |
Ушаков миҙалы — СССР-ҙың дәүләт наградаһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 3 мартындағы «Хәрби миҙалдарҙы булдырыу: Ушаков миҙалы һәм Нахимов миҙалы» исемле Указына ярашлы булдырыла.
Миҙал архитектор М. А. Шепилевский проекты буйынса эшләнгән.
Ушаков миҙалы тураһындағы Положение
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ушаков миҙалы менән Хәрби-Диңгеҙ Флоты һәм сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ частары матростары һәм һалдаттары, старшиналары һәм сержанттары, мичмандары һәм прапорщиктары хәрби һәм тыныс ваҡытта диңгеҙ театрҙарында социалистик Ватанды һаҡлауҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өсөн бүләкләнә.
Ушаков миҙалы менән:
- диңгеҙ театрҙарында социалистик Ватан дошмандары менән алыштарҙа;
- СССР-ҙың диңгеҙ сик буйын һаҡлауҙа;
- Хәрби-Диңгеҙ Флоты һәм сик буйы ғәскәрҙәре частарының һәм караптарҙың хәрби бурыстарҙы үтәгәндә;
- ғүмере өсөн хәүеф менән бәйле шарттарҙа хәрби бурысты үтәгәндә шәхси ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән өсөн бүләкләнә.
Ушаков миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм СССР-ҙың башҡа миҙалдары булған осраҡта «Батырлыҡ өсөн» миҙалынан һуң тағыла.
Ушаков миҙалының тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ушаков миҙалы менән 925 келәймәле көмөштән эшләнгән. Формаһы — ҡабарынҡы күтәрмәле 36 мм диаметрлы түңәрәк, уның уртаһында биленә тиклемге Ушаковтың һүрәте, ул ҡабарынҡы нөктәләр менән ҡаймаланған. Өҫтә, түңәрәк буйлап — ҡабарынҡы хәрефтәр менән «Адмирал Ушаков» яҙыуы. Ушаковтың рельефлы һүрәте аҫтында —үҙ-ара таҫма менән тоташтырылған ике лавр ботағы. Миҙалдың түңәрәге якоргә һалынған. Миҙалдың артҡы яғында һаны күрһәтелгән. Миҙал элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө ҡалыпҡа тоташтырылған. Ҡалып ебәк муар таҫма менән уратылған. Таҫманың төҫө зәңгәр, ситтәренән аҡ һәм күк буйҙар үтә. Таҫманың киңлеге — 24 мм, аҡ буйҙың киңлеге — 2 мм, күк буйҙың киңлеге — 1,5 мм. Таҫма өҫтөнән, ҡалыптың үрге мөйөштәренән миҙалдың элмәккә якорь сынйыры беркетелгән.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында барыһы 14 мең моряк бүләкләнгән.
1980 йылдың 28 мартында миҙал тураһындағы Положениеның яңы редакцияһы ҡабул ителә, уға ярашлы 1980—1991 йылдарҙа миҙал менән яҡынса 1000 кеше бүләкләнгән.
1995 йылға ҡарата барлығы 16080 кеше миҙал менән бүләкләнгән[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Санько В.В. Ордена и медали СССР. — АСТ, 2014. — 350 с. — ISBN 978-985-13-2468-8.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ушаков миҙалы кавалеры. — СПб: Үҙәк хәрби-диңгеҙ архив, нәшриәт «Аграф+», 2011. — 455. с. — 350 дана тираж
- Изотова М. А., Царёва Т. Б. Ордена и медали России и СССР. — Ростов-на-Дону: ООО ИД «Валдис», 2010. — С. 624—625. — 736 с. — ISBN 978-5-9567-0960-3.
- Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 74—75. — ISBN 5-7062-0111-0.
- Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 59.