21 декабрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
21 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 355-се көнө (кәбисә йылында 356-сы). Йыл тамамланыуға 10 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Ҡышҡы ҡояш торошо көнө
- Ҡайнар шоколад көнө.
- Баскетболдың тыуған көнө.
- Кроссвордтың тыуған көнө.
АҠШ: Фонарик көнө.
Израиль: Уҡытыусылар көнө.
Рәсәй: Хөкөм башҡарыу системаһының производство-техник хеҙмәте көнө.
- Япон кухняһы ашнаҡсыһы көнө.
Филиппин: Ҡораллы көстәр көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1891: АҠШ-тың Массачусетс штатындағы Спрингфилд ҡалаһы колледжында уҡыусылар беренсе тапҡыр баскетбол уйнай.
- 1899: Рәсәй империяһында «Огонёк» журналының беренсе һаны донъя күрә.
- 1913: Нью-Йоркта сыҡҡан «New York World» гәзитендә беренсе кроссворд баҫыла.
- 1937: Уолт Диснейҙең беренсе тулы метражлы «Аҡ ҡар бөртөгө һәм ете гном» мультфильмының премьераһы була.
- 1939: Северодвинск ҡалаһындағы диңгеҙ караптары сығарыусы бөгөнгө «Севмаш» предприятиеһы эш башлай.
- 1949: Өфөлә «Электролуч» заводы сафҡа инә.
- 1958: Шарль де Голль Франция президенты итеп һайлана.
- 1984: СССР-ҙа Ҡояш системаһы планеталарын өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән «Вега-2» станцияһы осорола.
- 1991: СССР бөтөрөлә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе ойошторола.
- 1994: Рәсәйҙең «Янғын хәүефһеҙлеге тураһында» федераль законы ҡабул ителә.
- 2009: Байконур космодромынан «Союз ТМА-17» космос карабы осорола.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бәҙәр Йосопова (1901—30.08.1969), театр актёры. Башҡорт театрына нигеҙ һалыусыларҙың һәм уның тәүге актёрҙарының береһе. 1926—1969 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1936 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1944), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1940) артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
- Әхмәров Ибраһим Әхмәр улы (1911—4.01.1968), актёр, театр эшмәкәре. 1942—1959 һәм 1964—1966 йылдарҙа хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры, 1954—1964 йылдарҙа — актёр, 1966 йылдан — актёр һәм спектаклдәр ҡуйыу бүлеге мөдире. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылынан.
- Байбордин Юрий Константинович (1946—21.12.2020), педагог, рәссам-график. 1979 йылдан Белорет сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986—2007 йылдарҙа директоры. 2006 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы һәм ЮНЕСКО Рәссамдар союздары ағзаһы. Ҡала картиналар галерияһына нигеҙ һалыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012), халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Моисеев Владимир Иванович (1946), хеҙмәт ветераны. 2002—2009 йылдарҙа «Уфагипротрубопровод» йәмғиәтенең баш инженеры. Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, почётлы нефтсе.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғарипов Арслан Шәғәли улы (1912—1995), мәғариф, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, Учалы урта мәктәбенең элекке директоры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Воловик Михаил Яковлевич (1917—7.03.1994), Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад иткән шағир һәм тәржемәсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1949), БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), ике «Почёт Билдәһе» ордены (1969, 1975) кавалеры.
- Бикчәнтәев Реан Әнүәр улы (1937–1992), Башҡортостанда тыуып һәм йәшәп, рус телендә ижад иткән яҙыусы һәм журналист, СССР-ҙың Журналистар һәм 1982 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Галонский Павел Петрович (1908—9.05.1986), Мәскәү), нефтсе-ғалим һәм хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1947—1955 йылдарҙа «Туймазанефть» нефть промыслаһы идаралығының баш инженеры һәм управляющийы, Серафимовка һәм Туймазы нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе ойоштороусыларҙың береһе. Техник фәндәр кандидаты (1955). СССР‑ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре, СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе. Сталин премияһы лауреаты (1950). Ленин, өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Әзербайжан Республикаһының баш ҡалаһы Баҡынан.
- Сүбәҙәй Туған (1943), төрөк иҡтисадсы-ғалимы, профессор. Сәйәсмән һәм ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың улы.
- Кулагина Елена Ивановна (1953), ғалим-геолог, 1991—2000 йылдарҙа һәм 2011 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2007). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәзизова Сәлимә Һаҙый ҡыҙы (1914—6.03.2008), табип, медицина өлкәһе эшмәкәре. 1946—1984 йылдарҙа Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1956—1970 йылдарҙа — баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1955) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1949). Ленин (1966) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1961) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Наратаҫты ауылынан.
- Кузьмин Николай Михайлович (1919—9.02.1963), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, танкист, өлкән лейтенант (1946). Өфөгә эвакуциаланған Рыбинск моторҙар заводы эшсеһе (1941—1944). Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Ярославль өлкәһенең Гаврилкино ауылынан.
- Атнабаева Зинира Ҡасим ҡыҙы (1934—23.04.2013), театр актёры. 1959-2011 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1995) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) халыҡ артисы. СССР-ҙа поляк драматургияһы фестивале (Мәскәү, 1976), А. П. Чехов драматургияһы буйынса Бөтә Рәсәй сәхнә әҫәрҙәре смотры (Таганрог ҡалаһы, 1979) дипломанты. Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың һеңлеһе.
- Самсонов Вячеслав Михайлович (1949), спортсы. Дзюдо буйынса Рәсәйҙең халыҡ ара класлы спорт мастеры (2006). Медицина фәндәре кандидаты (2004). Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличнигы (2003). Самбо буйынса шәхси зачётта мастерҙар араһында донъя чемпионы (2002—2005). Шәхси зачётта донъя (2005), Европа (2004, 2007) һәм Рәсәй (2004—2008) чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сурков Владимир Анатольевич (1964), ғалим-кардиохирург. 2001 йылдан Республика кардиология диспансеры табибы, 2006 йылдан — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2011) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1773: Роберт Броун, Британия ботанигы.
- 1804: Бенджамин Дизраэли, Англия сәйәсмәне, яҙыусы.
- 1879: Иосиф Сталин, СССР-ҙың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре.
- 1896: Константин Рокоссовский, Советтар Союзы Маршалы.
- 1948: Сэмюэль Джексон, АҠШ актёры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1824: Джеймс Паркинсон, Англия табибы.
- 1862: Карл Крейль, Австрия астрономы.
- 1933: Кнуд Йохан Расмуссен, Дания этнографы.
- 1940: Фрэнсис Скотт Фицджеральд, АҠШ яҙыусыһы.
- 2006: Сапармурат Ниязов, Төрөкмәнстан президенты.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]