16 май
Перейти к навигации
Перейти к поиску
16 май — григориан стиле буйынса йылдың 136-сы (кәбисә йылында 137-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 229 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Кайман утрауҙары Берҙәмлек көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1681: Батша Фёдор Алексеевич указына ярашлы, Волга-Урал төбәге мосолмандарын көсләп христианлаштырыу планлаштырыла, һөҙөмтәлә Сәйет Йәғәфәров етәкселегендәге башҡорт ихтилалы тоҡана.
- 1932: Ишембай нефть ятҡылығы асыла.
- 1960: Н. К. Крупская исемендәге Республика китапханаһының яңы бинаһы сафҡа инә.
- 1965: Өфөләге хәҙерге 8-се поликлиника эш башлай.
- 1990: РСФСР халыҡ депутаттарының 1-се съезы асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәйғафаров Әмир Закир улы (1935), педагог, партия органдары һәм хужалыҡ эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәтсе. 1975—1982 йылдарҙа Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, райондың Батыр Вәлид исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2003). Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1971, 1981) ордендары кавалеры.
- Толомбаев Хәсән Абдулла улы (1935—17.05.2008), педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1988—2007 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәре, 1990—1996 йылдарҙа мәктәпкәсә тәрбиә һәм башланғыс белем биреү методикаһы кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1992), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1970), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995).
- Шафиҡова Гөлсирә Мазһар ҡыҙы (1955), шағир, яҙыусы. 1978 йылдан Мәсетле районы Йонос ауыл китапханаһында китапханасы, 2006—2011 йылдарҙа — мөдир. Башҡортостан Республикаһы (1997) һәм Рәсәй Федерацияһы (2006) Яҙыусылар союздары ағзаһы. Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2002) һәм Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2005) премиялары лауреаты.
- Мурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙы (1960), журналист. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тапшырыуҙар алып барыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлидианов Ғабдулхаҡ Вәлидиан улы (1932), Үрге Өфө һал ағыҙыу контораһының элекке формировщигы, II һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Маклашова Валентина Яковлевна (1942), Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Шевчук Юрий Юлианович (1957), СССР һәм Рәсәйҙең рок-музыканты, йырҙар авторы, шағир, актёр, рәссам һәм продюсер. 1980 йылда Өфөлә «ДДТ» рок-төркөмөн ойоштороусы, уның етәксеһе һәм берҙән-бер алмашһыҙ ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы(2003), төрлө кимәлдәге премиялар лауреаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәжәп Вәдүтов (1948), баянсы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008), халыҡ-ара фестиваль һәм конкурстар лауреаты һәм дипломаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәлиуллин Айрат Нәсибулла улы (1934—11.07.2000), хеҙмәт алдынғыһы. 1952—1993 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресының бригадиры, механик колоннаһы һәм участка начальнигы, 1979 йылдан — 3‑сө төҙөлөш идаралығы начальнигы урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1964). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Имәнкүпер ауылынан
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1805: Николай Устрялов, Рәсәй империяһы тарихсыһы, археограф һәм педагог.
- 1860: Сергей Волконский, Рәсәй империяһы һәм Совет Рәсәйенең театр эшмәкәре, режиссёр, тәнҡитсе, әҙип. 1921 йылдан эмиграцияла йәшәй.
- 1860: Иван Гревс, Рәсәй империяһы һәм СССР тарихсыһы.
- 1905: Пётр Вершигора, яҙыусы, актёр һәм кинорежиссёр. Бөйөк Ватан һуғышында партизандар берләшмәһе (һуңынан дивизия) командиры, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы.
- 1905: Генри Джейнс Фонда, АҠШ-тың театр һәм кино актёры, «Оскар» премияһы лауреаты.
- 1910: Ольга Берггольц, СССР яҙыусыһы, шағир, Сталин премияһы лауреаты.
- 1915: Сергей Антонов, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, тәнҡитсе, публицист, драматург һәм киносценарист.
- 1915: Эзра Столлер, АҠШ-тың танылған архитектура фотографы.
- 1920: Жак Франсуа, Франция актёры.
- 1925: Нилтон Сантос, Бразилия футболсыһы, ике тапҡыр донъя чемпионы.
- 1950: Йоханнес Беднорц, Германия физигы, Нобель премияһы лауреаты (1987).
- 1955: Ольга Корбут, СССР гимнасткаһы, ике тапҡыр олимпия чемпионы (1972, 1976), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1972).
- 1965: Крист Новоселич, АҠШ музыканты, «Nirvana» төркөмөнең элекке бас-гитарисы.
- 1975: Александр Пушной, Рәсәй музыканты, теле- һәм радиотапшырыуҙар алып барыусы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]