27 август
Перейти к навигации
Перейти к поиску
27 август | |
![]() |
27 август — григориан стиле буйынса йылдың 239-сы (кәбисә йылында 240-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 126 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2007: «Өфө-Арена» боҙ һарайы асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Каспранский Әхмәткамал Әхмәҙинур улы (1895—10.12.1937), СССР-ҙың партия эшмәкәре. 1920 йылдың март—май айҙарында ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы (1-се) секретары, 1930—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Ер эштәре халыҡ комиссариатының бүлек мөдире. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Сәлих Хөснийәров (1915—30.07.1992), йырсы (лирик тенор), мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре. 1941—1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1960—1964 йылдарҙа директоры; 1967—1977 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1959). «Почёт Билдәһе» ордены (1955) кавалеры.
- Әмиров Рафат Хәйрулла улы (1930—2011), хужалыҡ эшмәкәре, 1978—1992 йылдарҙа Талбазы колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһы рәйесе һәм колхоз-ара күсмә механикалаштырылған колонна начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1990), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Сәсәниә (Сәсәнбаева Эльмира Йыһанбай ҡыҙы; 1950), башҡорт шағиры, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (1999).
- Ғәлләмов Илфат Ваис улы (1955), тарихсы-архивсы, дәүләт эшмәкәре. 1986—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығының начальник урынбаҫары, 2013—2019 йылдарҙа — начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе кавалеры, Балаҡатай районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Масҡары ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы (1947), йырсы, 1969—1998 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010). Сығышы менән Стәрлетамаҡ районы Латип ауылынан.
- Гарустович Геннадий Николаевич (1957—24.05.2017), СССР һәм Рәсәйҙең тарихсы-археологы. 1989—2017 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты археология бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1998).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәүлитова Мәғрифә Зәки ҡыҙы (1913—7.10.2004), инженер‑технолог. Өфө нефть ғилми‑тикшеренеү институтының беренсе директоры (1947—1956). РСФСР-ҙың 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте эшмәкәре (1982), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1973). Ленин (1970), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948, 1959) ордены кавалеры.
- Сәғитов Мөхтәр Мофаззал улы (1933—20.06.1986), фольклорсы-ғалим, филология фәндәре кандидаты (1965). 1964—1986 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987).
- Ғафаров Булат Баҡый улы (1938—26.01.2003), педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1978), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1984), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998).
- Заяц Антонина Николаевна (1953), ҡурсаҡтар уйнатыусы актёр. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы (1899—23.02.1943), хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың 23 февраленә тиклем уның командиры.
- Шефер Дэниел Эван (1964), АҠШ тарихсыһы. Философия докторы (1995), профессор (2002). Урал‑Волга төбәгендә 1917—1925 йылдарҙағы совет милли сәйәсәтен, шул иҫәптән Башҡорт һәм Татар АССР-ҙарын ойоштороу мәсьәләләрен тикшереүсе; Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре, дин әһеле Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтың тормошон һәм эшмәкәрлеген өйрәнеүсе. Сығышы менән Чикаго ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]