Өфө-Арена

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
«Өфө-Арена»
Өфө-Арена.jpg
Тулы исеме

«Өфө-Арена» универсаль спорт аренаһы

Урынлашыуы

Башҡортостан Башҡортостан
Өфө Өфө

Нигеҙләнгән

2006

Төҙөлгән

2007

Архитектор

«Башкиргражданпроект» ЯАЙ

Һыйҙырылышлығы

8 070

Өйҙәге команда

Салауат Юлаев (КХЛ)
Башкирские Пираты

Майҙан размеры

60×30 м

Commons-logo.svg «Өфө-Арена» Викимилектә

«Өфө-Арена» универсаль спорт аренаһыӨфөлә күп функциялы спорт-концерт комплексы. 2007 йылдың 19 декабренән башлап «Салауат Юлаев» хоккей клубының боҙ майҙансығы. Арена 2007 йылда Рәсәй менән Канаданың йәштәр командалары уйын менән асыла. Өфө-Арена Башҡортостандағы яһалма боҙло иң ҙур спорт ҡоролмаһы булып тора — уның дөйөм майҙаны 30 мең квадрат метрға тиң.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфө-Арена 2016 йылға тиклем

Өфө-Арена — 2007 йылда Өфө архитекторҙарының проекты буйынса төҙөлә. Ул ҡала үҙәгендә, Ленин урамында урынлашкан. Бынан алда был ерҙә «Труд» стадионы урынлашҡан була. Өфө-Арена Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыллығына тапшырылып ҡуйыла. Өфө-Арена базаһында «Салауат Юлаев» хоккей клубы, фигуралы шыуыу секцияһы эшләп килә. Йыл һайын Континенталь хоккей лигаһы чемпионаты уҙғарыла. Төп аренаның хоккей майҙаны, трибунаһы (8 070 урынлыҡ), спортсылар һәм тренерҙар өсөн ял бүлмәләре, судьялар өсөн айырым бокс, медицина кабинеты, 2 боҙ ҡойоу машинаһы өсөн гараж, конференц‑залы булған пресс‑үҙәк (100 урынлыҡ), аппарат‑студиялы комплекс, ресторан һәм башҡалар бар. 2012 йылдың йәйендә аренаның өҫтөндә «Уфа-Арена» тигән яҙыу килеп сыға.

«Өфө-Арена» беренсе тамашасыларҙы 2007 йылдың 27 авгусында аренаны асыш уйынында Рәсәй менән Канада йәштәр йыйылма командалары осрошҡанда ҡабул итә. Шулай уҡ аренала 2007 йылдың октябрендә көрәш буйынса донъя чемпионаты үтә. «Салауат Юлаев» беренсе рәсми уйынды 2007 йылдың 19 декабрендә үткәрә. Шунда уҡ 2008 йылдың 11 апрелендә «Салауат Юлаев» үҙ тарихында беренсе тапҡыр Рәсәй чемпионы, ә 2011 йылдың 16 апрелендә КХЛ чемпионы (2010/2011) була. Өфө-Аренала чемпиондар лигаһы уйындары (2008—09), йәштәр командалары араһында донъя чемпионаты һәм Балалар халыҡ‑ара уйындары сиктәрендә турнир (икеһе лә — 2013); билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты (2007), Рәсәй һәм Япония йыйылма командалары араһында Донъя волейбол лигаһы матчтары үтә (2011). Комплекс 8 070 тамашасыға иҫәпләнгән төп боҙ майҙансығынан һәм әле асылған 650 тамашасылыҡ бәләкәй аренанан тора. Арена дүрт ярустан тора: секторҙарға инеү икенсе, өсөнсө һәм дүртенсе ярустар аша мөмкин. Икенсе һәм дүртенсе ярустар араһында VIP-ложалар, коляскалы инвалидтар өсөн урындар, комментаторҙар кабинаһы, пресса өсөн ложа һәм ресторан урынлашҡан.

2016 йылдың декабрендә КХЛ бөтә йондоҙҙар уйынын алдынан аренала яңы куб ҡуялар, тауыш менән светты яҡшырталар, видеокамералар һәм металлодетектерҙар күбәйә, шулай уҡ бушлай интернет менән бөтә Өфө-Арена ҡунаҡтарын тәьмин итәләр. Был бөтә реконструкция хаҡы 102 миллион һумға тигеҙ[1].

2018 һәм 2019 йылдарҙың июнь айҙарында Өфө-Арена волейбол буйынса Милләттәр лигаһының этаптарын ҡабул итә.

Икенсе сират[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфө-Арена 2017 йылдан башлап

Объекттың икенсе сираты 2010 йылдың майында төҙөлә башлай. Төҙөлөштөң дөйөм смета хаҡы 562 млн һум тәшкил иткән — аҡса республика һәм федераль бюджеттарҙан, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан йүнәлтелгән. Яңы комплекстың биш ҡатлы бинаһы боҙ майҙанын, хоккей ярыштары үткәреү өсөн аренаны, волейбол, гандбол, баскетбол буйынса күнекмәләр үткәреү өсөн универсаль уйын залын, медицина-һауыҡтырыу һәм ярҙамсы биналарҙы, шулай уҡ ике ҡатлы 222 урынлыҡ машиналар ҡуйыу майҙанын үҙ эсенә ала.

Өфө-Аренаның бәләкәй аренаһында «Салауат Юлаев» һәм «Башкирские Пираты» күнекмәләрен үткәрәләр. 2017 йылда следж-хоккей буйынса Континент кубогы үтә. Шулай уҡ бында Башҡортостандың Студенттар хоккей лигаһы уйындары һәм һәүәҫкәрҙәр турнирҙары үтә.

Характеристикалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфө-Арена — яһалма боҙло ике хоккей майҙаны булған универсаль спорт аренаһы (8 070 һәм 650 урынлы трибуналар).

Баш арена[2]
  • Дөйөм майҙаны — 33 826,6 м²
  • Урындар һаны — 8 070
  • Парковка — 996 машина урыны
Бәләкәй арена (төкәтмә)[3]
  • Дөйөм майҙаны — 8 496 м²
  • Урындар һаны — 640
  • Туҡталыу урыны — 222 машина урыны

Ҙур спорт саралары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2007
  • 27-28 август — Рәсәй—Канада йәштәр серияһы уйындары
  • 10-11 октябрь — Көрәш буйынса VI донъя чемпионаты
2008
  • 11 апрель — Рәсәй чемпионатының плей-офф финал серияһының хәл иткес бишенсе уйынында Ярославлдән «Локомотив» хоккей клубын еңеп, «Салауат Юлаев» тәү тапҡыр Рәсәй чемпионы титулын яулай
2011
  • 12 февраль — ЙХЛ Саҡырыу кубогында Көнсығыш конференцияһы командаһы Көнбайышты буллитар серияһында 3:2 иҫәбе менән еңә
  • 11 апрель — финал серияһының бишенсе уйынында Мытищиҙан «Атлант» хоккей клубын еңеп (4-1 серияла), «Салауат Юлаев» тәү тапҡыр Гагарин кубогын яулай һәм икенсегә Рәсәй чемпоны була
  • 27, 29 май — Донъя лигаһы. Волейбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ике тапҡыр Япония командаһын ота
2012—2013
  • 26 декабрь—5 ғинуар — Йәштәр донъя чемпионатында бронза миҙалдарҙы Рәсәй командаһы яулай, ә донъя чемпионы АҠШ командаһы була. Көмөш миҙалдарҙы Швеция яулай
  • VI Халыҡ-ара балалар уйындарының хоккей турниры.
2014
2017
  • 15-22 ғинуар — КХЛ йондоҙҙары аҙналығы. Был аҙна эсендә Өфө-Аренала ҠҠХЛ, ЙХЛ һәм КХЛ йондоҙҙары уйындары һәм следж-хоккей буйынса Континент кубогы үтә.
2018
  • Июнь — волейбол буйынса Милләттәр лигаһының этабында Рәсәй, Бразилия, Иран һәм Ҡытай командаларын ҡабул итә.
  • Декабрь — Икенсе ҡышҡы Рәсәй-Ҡытай йәштәр уйындарының тантаналы асыш һәм ябыу церемониялары, шайбалы хоккей һәм шорт-трек буйынса ярыштары үтә.
2019
  • 7—9 июнь — волейбол буйынса Милләттәр лигаһының этабында Рәсәй, АҠШ, Италия һәм Португалия командаларын ҡабул итә.

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Салауат Юлаев» командаһы үткән быуаттың 60-сы йылдарында тәүге халыҡ-ара уйындарын үткәргән «Труд» стадионы хоккей коробкаһы урынында Өфө-Арена төҙөлә[4].
  • Өфө-Арена — Башҡортостанда яһалма боҙ менән иң ҙур спорт ҡоролмаһы.
  • Толяттиҙағы Лада-Арена Өфөләге арена планы буйынса төҙөлә, тик шунда өсөнсө ярус булмай.
  • Өфө-Арена — ЙХЛ Саҡырыу кубогын ике тапҡыр ҡабул иткән тәүге арена.
  • «Салауат Юлаев» хоккей клубының рәсми сайтында Өфө-Арена буйлап виртуаль тур эшләй.
  • 2010 йылда Александр Радулов был аренала КХЛ-дың иң тиҙ шайбаһын алтынсы секундта керетә, ә ете йылдан «Локомотив» һаҡсыһы Александр Елесин бында уҡ был рекордты биш секундҡа тиклем яңырта[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Бюджет «Кузни» на обновление арены. Как Уфа готовится к Матчу звёзд
  2. http://www.bgp.ru/sport_m02.php Уфа-Арена на сайте ЗАО «Башкиргражданпроект»
  3. http://www.bgp.ru/sport_m08.php Вторая очередь УСА «Уфа-Арена» на сайте ЗАО «Башкиргражданпроект»
  4. Уфа-Арена: долгожданный дебют
  5. КХЛ тарихында иң тиҙ шайба

һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]