Татнефть-Арена
![]() | |
Һыйҙырылышлығы |
9300 |
---|---|
Өйҙәге команда | |
Сайт | |
![]() |
«Татнефть-Арена» боҙ һарайы — Ҡазан ҡалаһындағы яһалма боҙ хоккей майҙаны һәм 9300 урынлы трибуналары булған универсаль спорт-концерт комплексы.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Татнефть-Арена» 2005 йылдың 29 авгусында асылған. Уның базаһында Континенталь хоккей лигаһында уйнаған «Аҡ Барс» һәм уның «ҡанаты аҫтындағы» командалар: Юғары хоккей лигаһында уйнаусы «Барс» һәм Йәштәр хоккей лигаһында уйнаған «Ирбис» хоккей клубтары эшләй. Хоккей миҙгеле барышында ошо лигалар чемпионаттарының уйындары үткәрелә. Аренаның хоккей майҙаны, трибунаһы (9 300 урынлыҡ), спортсмендар һәм тренерҙар өсөн ял бүлмәләре, судьялар өсөн айырым бокс, медицина кабинеты, конференц‑залы булған пресс‑үҙәк, аппарат‑студиялы комплекс, ресторан һәм башҡа ярҙамсыл бүлмәләре бар.
Характеристика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Татнефть Арена — яһалма боҙло хоккей майҙаны булған универсаль спорт аренаһы (9300 урынлы трибуналар).
- Дөйөм майҙаны — 28 000 м²
- Урындар һаны —9300
- Габариттар—60×30 м
- Парковка — 1205 урынлыҡ
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Татнефть-Арена» рәсми сайты
- Аҡ Барс рәсми сайты
- Аҡ Барс 2014 йыл 1 июль архивланған.