Горняк (боҙло арена)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Горняк» боҙло арена
Урынлашыуы

Башҡортостан Башҡортостан
Учалы

Нигеҙләнгән

май 2010

Төҙөлгән

2010

Асылған

24 декабрь 2010

Архитектор

«Башкиргражданпроект» ЯАЙ

Милексе

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты

Һыйҙырылышлығы

1 500

Өйҙәге команда

Горняк (ЮХЛ)

Майҙан размеры

60х30 м.

Япма

боҙ

«Горняк» боҙло арена — Башҡортостандың Учалы ҡалаһында тәүге яһалма боҙло һәм тамашасылар өсөн трибуналары булған боҙ һарайы. Һыйҙырышлығы — 1500 урын, 2010 йылдың декабрендә асыла. ЮХЛ-да сығыш яһаған «Горняк» хоккей командаһының рәсми рәүештә өй аренаһы булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Горняк» БА хоккей майҙансығы

Учалыла боҙ һарайы 2010 йылдың май айында Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты аҡсаһына төҙөлә. Был спорт ҡоролмаһының архитекторы итеп Өфө-Аренаны төҙөгән «Башкиргражданпроект» ЯАЙ була. Төҙөлөш эштәре шул уҡ йылда тамамлана һәм 24 декабрҙә боҙло арена асыла. 2012 йылдан башлап бында үҙенең рәсми уйындарын «Горняк» хоккей клубы үткәрә. 2016 һәм 2017 йылдарҙа был команда бында Региондар кубогын еңә. Ә 2014 йылда «Горняк» боҙло аренаһында ЙХЛ беренселегенең Быуындар кубогы — лиганың иң яҡшы уйынсылары араһында осрашыу үтә. Уйынды номиналь хужалар — Көнсығыш конференцияһы командаһы еңә.

2017 йылдан башлап «Горняк» Юғары хоккей лигаһында уйнай башлай.

Характеристикалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боҙло аренаның дөйөм майҙаны — 8 210 м². Уның эсенә:

  • 1500 тамашасы өсөн урын булған ябыҡ каток
  • көрәш өсөн зал
  • дүрт юлға боулинг
  • фитнес-клуб
  • 60 урынға кафе
  • 70 кешелек спортбар
  • пресс-үҙәк
  • солярий керә[1].

Спорт ваҡиғалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2014 йылдың 18 ғинуарында ЙХЛ беренселегенең Быуындар кубогы өсөн осрашыуҙы Көнсығыш конференцияһы командаһы 4:1 еңә.
  • 2015 йылдың апрелендә «Горняк» Региондар кубогының финалына сыға һәм шунда «Россошь» хоккей клубына еңелә.
  • 2016 йылдың апрелендә «Горняк» икенсе тапҡыр финалға сыға, шунда шул уҡ «Россошь» хоккей клубынан реванш ала һәм тәү тапҡыр Региондар кубогын еңә.
  • 2016 йылдың 30 апрелендә ЙХЛ суперкубогы өсөн уйында Ярославлдән «Локо» командаһы урындағы «Горняк» командаһын еңә.
  • 2017 йылдың апрелендә «Горняк» икенсегә Региондар кубогын яулай һәм тәү тапҡыр МЙХЛ чемпионы була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]