Нефтекама боҙ һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Нефтекама боҙ һарайы
Нефтекама боҙ һарайы.jpeg
Урынлашыуы

Башҡортостан Башҡортостан
Flag of Neftekamsk (Bashkortostan).png Нефтекама

Нигеҙләнгән

2 май 2006

Төҙөлгән

23 декабрь 2006

Асылған

2007

Һыйҙырылышлығы

2000

Өйҙәге команда

Торос (ЮХЛ)

Майҙан размеры

60х30 м.

Япма

боҙ

Нефтекама боҙ һарайы  — Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһында тәүге яһалма боҙло һәм тамашасылар өсөн трибуналары булған боҙ һарайы. Һыйҙырышлығы — 2000 урын, 2007 йылдың башында асыла. ЮХЛ-да сығыш яһаған «Торос» хоккей клубының өй аренаһы. 2011 йылдың сентябренән алып 2018 йылға МЙХЛ-да ҡатнашҡан «Батыр» хоккей командаһының рәсми рәүештә өй аренаһы булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нефтекама боҙ һарайы эстән

1988 йылда ҡалала «Торос» хоккей командаһы ойошторола. Оҙаҡ ваҡыт уның үҙ майҙансығы булмай, һуңынан ябыҡ каток барлыҡҡа килә. Әммә 2006 йылда команданы катоктан ҡыуып сығаралар. Нефтекама хоккейсыларының уйнау һәм күнегеүҙәр өсөн урыны булмай. Мәсьәләнең сиселешенә шундуҡ хоккей көйәрмәне Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡушыла. Ул команда өсөн арена төҙөүгә аҡса бүлергә һәм уны бик ҡыҫҡа ваҡытта сафҡа индерергә ҡуша. 2006 йылдың 2 майында Нефтекамала тантаналы шарттарҙа юғары дәрәжәле ҡунаҡтар, «Башкирэнерго» ААЙ һәм Рәхимовтың үҙе алдында буласаҡ һарайға беренсе таш һалына. Тотҡарһыҙ фининслау һәм республика етәкселегенең ыңғай ҡарашы арҡаһында Һарайҙы рекордлы ҡыҫҡа сроктарҙа — 6 ай эсендә төҙөнөләр. 2007 йыл алдынан Һарай асыла.

Дүрт тапҡыр бында ЮХЛ миҙгеленең Асыш кубогы өсөн уйын үтә, өсәүһендә «Торос» еңә. Шулай уҡ 2015 йылда команда ЮХЛ чемпионы исемен Нефтекама боҙ һарайында яулай. ЙХЛ беренселегенең тәүге миҙгелендә Асыш кубогы өсөн уйын Нефтекамала «Батыр» һәм «Ирбис» хоккей клубтары араһында үтә. Хужалар был трофейҙы яулайҙар.

Характеристикалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һарайҙың һыйҙырышлығы — 2000 урын. Трибуналар өс диуар буйлап урынлашҡан, дүртенсеһе табло һәм комментаторҙар кабиналары өсөн бирелгән. Бер яҡ ҡапҡалар артында көйәрмәндәр өсөн урындар Рәсәй флагын, ҡаршы яҡтағы — Башҡортостан флагын яһайҙар. Һарай хоккей матчтары, хоккей буйынса күнегеүҙәр, конькиҙарҙа шыуыу һәм концерттар үткәреү өсөн файҙалана.

Спорт ваҡиғалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2010 йылда ЮХЛ миҙгеле Нефтекамала башлана һәм «Торос» Асыш кубогын еңә.
  • 2011 йылдың 20 сентябрендә ЙХЛ беренселеген Асыш кубогы өсөн уйын үткәрелә[1][2].
  • 2012 йылдың апрелендә «Торос» тәү тапҡыр Братина кубогын һәм ЮХЛ чемпионы исемен яулай.
  • 2012 йылдың 9 сентябрендә ЮХЛ-дың өсөнсө чемпионаты старт ала, «Торос» «Рубин» командаһын еңә һәм икенсегә Асыш кубогын яулай.
  • 2013 йылдың апрелендә «Торос» икенсегә Братина кубогын еңә.
  • 2013 йылдың сентябрендә «Торос» өсөнсө тапҡыр ЮХЛ Асыш кубогын яулай.
  • 2015 йылдың апрелендә «Торос» тәү тапҡыр Братина кубогын үҙ майҙансығында яулай.
  • 2015 йылдың сентябрендә Нефтекама боҙ һарайында «Ижсталь» Асыш кубогын яулай.
  • 2018 йылда Пензанан «Дизелист» хоккей клубы бында МЙХЛ-дың тп трофейы — Региондар кубогын яулай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Чемпионат МХЛ в группе "Б" начнется 20 сентября  (рус.). Спорт-Экспресс (2011-09-13). Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 сентябрь 2012. 13 июль 2012 тикшерелгән.
  2. Открытие Chevrolet Первенства МХЛ  (рус.). Пресс-служба Молодёжной хоккейной лиги (2011-09-20). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 август 2012. 23 июль 2012 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]