Салауат (спорт-концерт комплексы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
«Салауат» спорт-концерт комплексы
Спортивно-концертный комплекс Салават.jpg
Урынлашыуы

Башҡортостан Башҡортостан
СалаватСалауат

Төҙөлгән

2007

Асылған

20 июнь 2007

Милексе

«САЛАВАТСПОРТСЕРВИС» ЯСЙ

Һыйҙырылышлығы

1 500

Өйҙәге команда

Юрматы

Майҙан размеры

4 000 м²

«Салауат» спорт-концерт комплексы — Салауат ҡалаһындағы күп функциялы спорт комплексы. Комплекс йөҙөү бассейнынан һәм 1350 тамашасы өсөн боҙ стадионынан тора, кәрәк саҡта концерт-холлға әүерелә, бында ике мең ярым кеше һыйҙырыу мөмкинселеге бар. 2008—2011 йылдарҙа был комплекста үҙенең өйҙәге уйындарын «Юрматы» хоккей клубы үткәрә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Салауат» күп функциялы комплекс «Газпром — балаларға» федераль программаһы сиктәрендә ААЙ «Салауатнефтеоргсинтез» аҡсаһына 2007 йылда төҙөлә[1][2][3]. Объекттың бюджет хаҡы — 590 миллион һум. 2009 йылда комплекстың икенсе сираты Газпром идараһының рәйесе Алексей Миллер ҡатнашыуында асыла[4].

«Салауат» комплексы нигеҙендә 2008—2011 йылдарҙа «Юрматы» шайбалы хоккей буйынса ирҙәр командаһы була[5]. Ул 2009—2010 йылдар миҙгелендә шайбалы хоккей буйынса Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында «Волга буйы» дивизионында чемпион була. 2011 йылдың мартында комплекста донъя чемпионы Евгений Плющенко йәш Салауат фигурсыларына мастер-кластар күрһәтә[6].

Комплекстың тасуирлауыы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Комплекста йөҙөү бассейнының[7] майҙаны ике мең шаҡмаҡ метр тәшкил итә. Ул үҙ эсенә 25 метр оҙонлоҡтағы алты юл[8], spa-бассейн, балалар өсөн һыу тауҙары, фин һәм инфракрас сауналарҙы, махсус тренажерҙар менән йыһазландырылған 200 м² майҙанлы күп функциялы күнегеү залын ала. Уртаса алғанда, яңы спорт бассейнға көнөнә 570 кеше йөрөй аласаҡ. Бассейнда һыу таҙартыу өсөн немец технологияһы уникаль ысулы ҡулланыла. Көнөнә бер нисә тапҡыр бассейн үҙен-үҙе таҙарта, һыуҙы ҡойҙортоп тормайынса таҙартыуҙың өс стадияһын үтә. Махсус фильтр ҡуйылған, һыу диңгеҙ ҡомо аша үткәрелеп таҙартыла һәм таҙартылыуҙың өсөнсө стадияһында һыу ионизациялана. Бассейндағы һыу ГОСТ буйынса эсеүгә ярашлы. Тоҙ һәм хлорҙың концентрацияһын лаборант тикшереп тора, һәр иртә һәм кис һыу пробаһын ала.

Майҙаны 4000 м² булған боҙ һарайы үҙ эсенә 1500 урынлыҡ боҙ аренаһын ала. Кәрәк саҡта 2200 урынлыҡ концерт залына әүерелә, бынан тыш ике фитнес-зал, кафе бар. Комплекстың боҙонда шайбалы хоккей һәм фигуралы шыуыу бүлектәре тәрбиәләнеүселәренең күнегеүҙәре үтә. Боҙ һарайы һәм бассейн үҙ-ара үткәлек менән тоташа. Комплекста ҡыш һәм йәй көндәрендә конькиҙа шыуыу ойошторола, йөҙөү, фигуралы шыуыу, аэробика буйынса спорт секциялары, бейеү класстары, көс талап итә торған класстар эшләй.

«Салауат» СКК алдындағы майҙанда шулай уҡ төрлө йәмғиәт саралары үтә, мәҫәлән, спорт инвентары йәрминкәләре, Салауат ҡалаһы мәктәптәрендә уҡыуҙы тамамлаусылары байрамдары — Һуңғы ҡыңғырау[9][10], спорт ярыштары.

Адресы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан, Салауат ҡалаһы, Октябрь урамы, 43-се йорт, тел. + 7 (3476) 32-55-92.

Ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2010 йылда «Юрматы» хоккей клубы Рәсәй чемпионаты беренсе лигаһының «Волга буйы» дивизионында чемпион була.
  • 2011 йылдың мартында комплекста йырсы Д. Билан, фигурсылар Е. Плющенко, Стефан Ламбьель, Д. Вейра һәм С. Якименко ҡатнашлығында боҙ шоуы үтә[11][12]
  • 2011 йылдың март айында IV спартакиада сиктәрендә ААЙ «Газпром нефтехим Салауат» производство коллективтары араһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында спорт фестивале үтә.
  • 2017 йылда «Салауат Юлаев» хоккей клубы Салауаттағы команда менән дуҫтарса осрашыу үткәрә.

Ҡыҙыҡ факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бында «Бигматур» музыкаль төркөмө «Был хоккей» («Это хоккей») йырына клип төшөрә.

Салауаттағы спорт-концерт комплексы Боҙ аренаһы барлыҡ теләгән кешене һыйҙыра алмай. Бында хоккей һәм фигуралы шыуыу, концерттар, төрлө чемпионаттар, һәм күмәк шыуыу сеанстары үткәрелә. Шуға күрә тағы бер ябыҡ каток төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде[13], ул күнегеүҙәр үткәреү өсөн тәғәйенләнә. 2012 йылда «Салауат» спорт-концерт комплексының өсөнсө сиратының төҙөлөшө башлана. Яңы күнегеүҙәр катогы боҙ аренаһы менән тоташтырала һәм ул комплекс составына инә[14].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]