Юлаевсы (боҙло арена)
Урынлашыуы | |
---|---|
Нигеҙләнгән | |
Төҙөлгән | |
Төҙөлөш хаҡы |
150 млн һум |
Һыйҙырылышлығы |
200 |
Майҙан размеры |
60×30 м |
«Юлаевсы» боҙло арена — Өфөнөң Шаҡша микрорайонында күп функциялы спорт комплексы. 2009 йылдың декабрендә асыла. Аренала шайбалы хоккей, фигуралы шыуыу һәм шорт-трек менән шөғөлләнеп була.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфөнөң Шаҡша микрорайонында «Юлаевсы» боҙло аренаһын төҙөү тураһында «Салауат Юлаев» хоккей клубының тәүге чемпион булған йылында билдәле була. 2008 йылдың 30 май көнөндә Рәсәй хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк ҡатнашлығында аренаның тәүге ташы һалына. 2009 йылдың декабрендә Башҡортостан президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашлығында «Юлаевсы» боҙло арена рәсми рәүештә асыла[1]. Был комплекс «Рәсәй федерацияһында 2006—2015 йылдарҙа физик мәҙәниәтте һәм спортты үҫтереү» федераль программаһы сиктәрендә төҙөлә. Тәүҙе был спорт комплексында шайбалы хоккей, фигуралы шыуыу һәм шорт-трек менән генә шөғөлләнһәләр, ә 2014 йылдың ғинуарынан башлап был арена шорт-трек өсөн бирелә[2]. Әммә шулай уҡ бында М. М. Азаматов исемендәге спорт мәктәбенең хоккейсылары күнекмәләрен үткәрә.
Характеристикалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Юлаевсы» боҙло аренаның дөйөм майҙаны — 3600 м². Уның эсенә:
- 200 тамашасы өсөн булған трибуналы хоккей майҙансығы
- 4 раздевалка
- тренажер залы
- буфет
- уҡыу-методик кабинет керә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфө-Арена
- Стәрлетамаҡ-Арена
- Салауат Юлаев спорт һарайы
- Горняк (боҙло арена)
- Салауат (спорт-концерт комплексы)
- Нефтекама боҙ һарайы
- Туймазы-Арена
- Саҡмағош-Арена
- Ирәндек (боҙ һарайы)