Сапсан Арена
Файл:Күмертау-Арена.jpg | |
Урынлашыуы | |
---|---|
Нигеҙләнгән | |
Төҙөлгән | |
Төҙөлөш хаҡы |
334 млн һум |
Архитектор |
«Башкиргражданпроект» ЯАЙ |
Һыйҙырылышлығы |
600 |
Майҙан размеры |
26×56 м |
Сапсан-Арена — Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында күп функциялы спорт комплексы, ҡалала тәүге яһалма боҙло һәм тамашасылар өсөн трибуналары булған боҙ һарайы. 2014 йылда төҙөлә башлай, ә эксплуатацияға декабрҙә 2018 йылда бирелә. Аренала шайбалы хоккей һәм фигуралы шыуыу менән шөғөлләнеп буласаҡ.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2014 йылдың 22 июлендә Күмертау ҡалаһында яңы арена өсөн урын һәм уны төҙөүгә бюджет билдәләнә. Бөтә төҙөлөш эштәренә 315 миллион һум китәсәк, был аҡса «АНК „Башнефть“» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең хәйриә фондынан биреләсәк. Күмертау-Аренаның проектын «Башкиргражданпроект» ЯАЙ яһай[1]. Ә дүртенсе сентябрҙә спорт комплексының нигеҙенә тәүге таш һалына[2]. 2016 йылдың сентябрендә Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов Күмертау-Аренаның төҙөлөүө барыуын тикшерә һәм ҡәнәғәт ҡала[3]. Эштәр 2017 йылдың июнь айҙарында бөтөргә тейеш ине. Әммә аҙаҡтан эштәрҙең бөтөүө 2018 йылға күсерелә[4].
2018 йылдың 15 декабрендә республиканың ваҡытлыса етәксеһе Радий Хабиров ҡатнашлығында тантаналы асыла[5]. 2019 йылдың яҙында аренала республиканың «Алтын шайба» турнирының финал уйындары[6] һәм дзюдо буйынса регион-ара ярыштар[7] үтә.
Характеристикалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 600 тамашасы өсөн булған трибуналы хоккей майҙансығы
- VIP-ложалар
- 6 раздевалка керә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Өфө-Арена
- Стәрлетамаҡ-Арена
- Салауат Юлаев спорт һарайы
- Горняк (боҙло арена)
- Салауат (спорт-концерт комплексы)
- Нефтекама боҙ һарайы
- Туймазы-Арена
- Саҡмағош-Арена
- Ирәндек (боҙ һарайы)
- Юлаевсы (боҙло арена)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Определено место и бюджет ледовой арены в Кумертау
- ↑ Закладка первого камня крытого ледового катка «Кумертау-арена» 2017 йылдың 11 май көнөндә архивланған.
- ↑ Рустэм Хамитов проинспектировал ход строительства ледового дворца «Кумертау-Арена»
- ↑ В КУМЕРТАУ ОТКРОЕТСЯ СОВРЕМЕННЫЙ ЛЕДОВЫЙ ДВОРЕЦ 2017 йылдың 21 август көнөндә архивланған.
- ↑ В Кумертау открылась ледовая «Сапсан Арена» 2020 йылдың 8 август көнөндә архивланған.
- ↑ Этот турнир подарил много эмоций…
- ↑ XXIII Межрегиональный турнир по дзюдо им. Антиняна