Третьяк Владислав Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Владислав Третьяк
Позиция

ҡапҡасы

Буйы

185 см

Ауырлығы

91 кг

Ҡушаматы

«Русская стена»

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР/Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

25 апрель 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (71 йәш)
Орудьево, Дмитров районы,
Мәскәү өлкәһе, СССР

МХЛ драфты

В 1983 году выбран под общим 138-м номером командой «Монреаль Канадиенс»

Карьера
1969—1984
Хоккейсы карьераһы
1969—1984 СССР флагы ЦСКА
Халыҡ-ара миҙалдары
Олимпия уйындары
Алтын Саппоро 1972 хоккей
Алтын Инсбрук 1976 хоккей
Көмөш Лейк-Плэсид 1980 хоккей
Алтын Сараево 1984 хоккей
Донъя чемпионаттары
Алтын Стокгольм 1970
Алтын Швейцария 1971
Көмөш Прага 1972
Алтын Мәскәү 1973
Алтын Хельсинки 1974
Алтын ГФР 1975
Көмөш Катовице 1976
Бронза Вена 1977
Алтын Прага 1978
Алтын Мәскәү 1979
Алтын Швеция 1981
Алтын Финляндия 1982
Алтын ГФР 1983
Европа чемпионаттары[1]
Алтын Стокгольм 1970
Көмөш Швейцария 1971
Көмөш Прага 1972
Алтын Мәскәү 1973
Алтын Хельсинки 1974
Алтын ГФР 1975
Көмөш Катовице 1976
Бронза Вена 1977
Алтын Прага 1978
Алтын Мәскәү 1979
Алтын Швеция 1981
Алтын Финляндия 1982
Алтын ГФР 1983
Дәүләт наградалары
III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Почёт ордены — 2010
Ленин ордены — 1978 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1984 Халыҡтар Дуҫлығы ордены  — 1981 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1975
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
«Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
«Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
«70 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«70 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
За безупречную службу 1 степени
За безупречную службу 1 степени
За безупречную службу 2 степени
За безупречную службу 2 степени
За безупречную службу 3 степени
За безупречную службу 3 степени
Салауат Юлаев ордены
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик мәҙәниәт хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик мәҙәниәт хеҙмәткәре
Почётные спортивные звания

Хата: рәсем дөрөҫ түгел йәки юҡ

Третьяк Владислав Александрович (25 апрель 1952 йыл) — совет хоккейсыһы, ҡапҡасы, тренер, дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән. «Берҙәм Рәсәй» партияһынан VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет ағзаһы. 2006 йылдан — Рәсәйҙең хоккей федерацияһы президенты. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең отставкалағы полковнигы.

1969 йылдан 1984 йылға тиклем ЦСКА һәм шайбалы хоккей буйынса СССР йыйылма командаһы ҡапҡаларын һаҡлай. СССР чемпионаттарында — 482, донъя чемпионаттары һәм Олимпия уйындарында 117 уйын үткәрә. Канада кубогы турнирҙарында 11 матчта ҡатнаша.

«Берҙәм Рәсәй» партияһынан IV һәм V саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты була.

Бала сағы һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Владисла́в Алекса́ндрович Третья́к 1952 йылдың 25 апрелендә Мәскәү өлкәһенең Орудьево ауылында тыуған. Спорт яратып үҫә. Өлкән ағаһынан күреп, «Динамо» бассейнында йөҙөү менән шөғөлләнеп ҡарай, һуңынан һыуға һикереү менән мауыға (биш метрлыҡ вышканан һикерә). Ата-әсәһе менән бергә ял һайын Горький исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркына һырғалаҡҡа йөрөй.

11 йәшендә Ленинград проспектындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ЦСКА шөғөлләнә башлай. Тренерҙар, кандидаттарҙы һайлағанда, артҡа шыуа белеүселәргә өҫтөнлөк бирә, ә Владислав артҡа яҡшы ғына шыуа белгән була. Шул арҡала Мәскәү клубына ҡабул итеүсе дүрт малай араһына инә. Башта Третьяк һөжүм итеүсе позицияһында уйнай, әммә хоккей формаһы барыһына ла етмәүе арҡаһында, ныҡ уңайһыҙлыҡ кисерә. Был ваҡытта командала ҡапҡа һаҡсыһы булмай. Малай тренеры Виталий Георгиевич Ерфиловҡа килеп, әгәр ысын форма бирһәгеҙ, ҡапҡа һаҡсыһы булам, тип белдерә.

Шул уҡ ваҡытта атаһы улына, сәкән тотҡан хоккейсы һепертке тотҡан урам һепереүсеһенә оҡшаған, тип, ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. Владиславҡа 15-16 йәш тирәһендә, уйындары өсөн тәүге аҡсаларын алып ҡайта башлағас ҡына, ризалыҡ бирә[2].

1967 йылдың йәйендә йәш ҡапҡа һаҡсыһы менән ЦСКА тренеры Анатолий Тарасов ҡыҙыҡһына. Третьяк профессиональ уйынсылар менән шөғөлләнә башлай. «Мин Песчаная урамында ЦСКА пансионатында йәшәүем, легендар хоккейсыларҙың сисенеү бүлмәһендә кейем алыштырырға рөхсәт итеүҙәре менән ғорурлана инем», — тип яҙа Третьяк[3]. Июль уртаһында команда көньяҡҡа юллана һәм унан Владислав үҫмерҙәр командаһына ҡайта.

Үҙ командаһы составында Третьяк Мәскәү чемпионы була һәм иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы призын ала. Быға тиклем Владислав икенсе голкипер булған ССС-ҙың йәштәр йыйылма командаһы Европа чемпионатында икенсе урын ала. Сығышты уңышһыҙ, тип табалар. Уның ҡарауы, икенсе йылына СССР йыйылма командаһы Гармиш-Партенкирхенда уңыш ҡаҙана. «20»-се һан аҫтында уйнай[4].

1968/69 йылдар миҙгелендә ЦСКА-ла «Спартак»ка ҡаршы матчта тәүге тапҡыр уйнай.

Йыйылма командала беренсе уйыны— 1969 йылда «Известия» гәзите призына турнирҙа Финляндия менән матч.

1970 йылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тренерлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ижтимағи һәм сәйәси эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан менән бәйләнештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк менән осрашты[5].
  • Рөстәм Хәмитов һәм Владислав Третьяк «Көйәрмән көнө»ндә булды. Байрам барышында республика етәксеһе Владислав Третьякты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Владислав Третьяк / Сост. Снегирев В. Н. — М.: Физкультура и спорт, 1978. — (Герои олимпийских игр). — 100 000 экз.
  • Третьяк В. А. Верность. — М.: Физкультура и спорт, 1986. — 176 с. — (Сердца, отданные спорту). — 100 000 экз.
  • Третьяк В. А. И лед, и пламень. — М.: Советский воин, 1985. — 96 с. — (Библиотечка журнала «Советский воин»).
  • Третьяк В. А. Когда льду жарко... — М.: Советская Россия, 1979. — 160 с. — 50 000 экз.
  • Третьяк В. А. Мастерство вратаря. — М.: Мир, 2003. — 239 с. — 1000 экз. — ISBN 5-03-003525-7.
  • Третьяк В. А. Советы юному вратарю: Книга для учащихся. — М.: Просвещение, 1987. — 94 с. — 100 000 экз.
  • Третьяк В. А. Хоккейная эпопея. — М.: Институт Леонардо, 1993. — 208 с. — 2250 экз. — ISBN 5-86627-001-3.
  • Хоккей: Малая энциклопедия спорта / Сост. Брусованский А. М., Лукашин Ю. С., Рыжков Д. Л. — М.: Физкультура и спорт, 1990. — С. 345. — 685 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-278-00153-4.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]