Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә

Шайбалы хоккей

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Шайбалы хоккей. «Монреаль Канадиенс» — «Бостон Брюинз» уйыны (1 октябрь 2008 йыл)

Шáйбалы хóккей — спорт уйыны булған хоккейҙың донъялағы иң популяр төрө. Ҡапма-ҡаршы ике команданың конькилы уйынсылары, шайбаны боҙҙан сәкәндәр менән бер-береһенә тапшырып, уны дәғүәсе ҡапҡаһына мөмкин тиклем күберәк индереү һәм шул уҡ ваҡытта үҙ ҡапҡаһына бөтөнләй үткәрмәү йә мөмкин тиклем аҙыраҡ үткәреү өсөн көрәшә. Дәғүәсе ҡапҡаһына күберәк шайба индергән команда еңеүсе була.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Килеп сығыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күлдә уйынды һүрәтләгән Питер Брейгельдың картинаһының фрагменты, 1565 йыл.

Бөтә спорт төрҙәре араһында хоккей тарихы иң ҙур бәхәстәр тыуҙыра. Хоккейҙың тыуған ере тип Канадалағы Монреаль ҡалаһы һанала (тик һуңғы тикшеренеүҙәр Яңы Шотландияның Кингстон, Онтарио йәки Виндзор ҡалаларының беренселеген иҫбат итә). Әммә XVI быуаттағы бер нисә голланд рәсемдәрендә хоккейға оҡшаш уйынды боҙҙа уйнаған күп кешеләр һүрәтләнә. Тик быға ҡарамай, әлеге шайбалы хоккейҙың тыуған ере тип Канада һанала.

1763 йылда, Бөйөк Британия Франциянан Канаданы талап алғас, һалдаттар үҙҙәре менән был ерҙәргә үләндә хоккей уйынын килтерә. Канада ҡыштары бик ҡаты һәм һыуыҡ булғанға, был ерҙәрҙә ҡышҡы спорт төрҙәре бик популяр була. Сыр ҡырҡҡан бысаҡты үҙҙәренең аяҡ кейемдәренә бәйләп, инглизсә һәм французса һөйләшкән Канада ирт-аттары был уйынды туңған йылғаларҙа, күлдәрҙә һәм башҡа һыу ятҡылыҡтарында уйнайҙар ине. Яңы Шотландияла һәм Виргинияла хоккей уйнаған кешеләрҙе һүрәтләгән иҫке картиналар бар.

1875 йылдың 3 мартында Монреальдә «Виктория» катогында тәүге хоккей матчы үткәрелә, был туралағы мәғлүмәт «Montreal Gazette» гәзитендә баҫыла. Һәр команда 9 кешенән тора. Ағас шайба («шинни») менән уйнайҙар, ә һаҡлай торған экипировканы бейсболдан алалар. Тәү тапҡыр боҙҙа ҡапҡалар ҡуйыла.

1877 йылда Макгилл университетының бер нисә студенты хоккейҙың тәүге ете ҡәғиҙәһен уйлап таба. 1879 йылда резинанан шайба яһайҙар. Ҡайһы бер ваҡыттан һуң был уйын шул хәтлем популяр була, хатта 1883 йылда ул Монреальдә йыл һайын үтә торған Ҡышҡы карнавалда күрһәтелә. 1885 йылда шул уҡ ҡалала Һәүәҫкәрҙәр хоккей ассоциацияһы нигеҙләнә.

1886 йылда хоккей уйыны ҡәғиҙәләре яҡшыртыла, рәтләнә һәм баҫылып сығарыла. Ялан уйынсылар һаны туғыҙҙан етегә тиклем әҙәйә, боҙҙа ҡапҡасы, алғы һәм артҡы ҡапҡасылар, үҙәк һәм ике һөжүмсе һәм алда майҙансыҡтың бөтә киңлеге буйынса йөрөгән ровер (ингл. rover — берәҙәк) — команданың иң көслө хоккейсыһы, бөтәһенән дә яҡшыраҡ голдар кереткән уйынсы була. Бөтә уйынды команда бер үк составта үткәрә, йәрәхәтләнгән хоккейсыны ғына алмаштырырға ярай (тик һуңғы периодта һәм ҡаршы команда рөхсәтенән һуң), шуға күрә уйын аҙағында уйынсылар ныҡ арый һәм саҡ аяҡтарында тора. Шул уҡ йылда Канада һәм Англия командалары араһында тәүге халыҡ-ара уйын уҙғарыла.

1890 йылда Онтарио провинцияһында дүрт команда өсөн чемпионат үтә. Оҙаҡламай яһалма боҙ менән түбәһе ябыҡ булған һырғалаҡтар барлыҡҡа килә. Боҙ иремәһен, һыуыҡ һауа үтһен өсөн, диуарҙа һәм ҡыйыҡта тишектәр яһала. 1899 йылда Монреальдә яһалма боҙ менән тәүге каток төҙөлә.

Хоккей бик популяр булып киткәнгә күрә, 1893 йылда Канаданың генерал-губернаторы лорд Фредерик Стэнли, ил чемпионына тапшырыр өсөн, 10 гинеяға көмөш балдаҡтарҙан торған баш түбән түңкәрелгән пирамидаға оҡшаш кубокты һатып ала. Шулай итеп, легендар трофей — Стэнли кубогы барлыҡҡа килә. Тәүҙә уның өсөн һәүәҫкәрҙәр, ә 1910 йылдан башлап профессионалдар көрәшә. 1927 йылдан алып Стэнли кубогы өсөн Милли хоккей лигаһы клубтары көрәшә.

1900 йылда ҡапҡаларға сетка ҡуйыла. Легенда буйынса, Фрэнсис Нильсон ҡапҡаларға балыҡ тотоу өсөн ҡулланған селтәрҙе ҡуя. Был яңы ҡулайлама арҡаһында «гол керҙеме, юҡмы» тигән бәхәстәр тамамлана. Һыуыҡта судьяның ирендәргә йәбешкән металл һыбыҙғыһын ҡыңғырауға, ә аҙаҡтан пластмасс һыбыҙғыға алмаштыралар. Шул ваҡытта уҡ шайбаны уйынға ырғытыу менән индерә башлайҙар (тәүҙә судья ҡулдары менән дәғүәселәрҙең сәкәндәрен боҙҙа ятҡан шайбаға шылдыра һәм сәкән менән үҙенә һуҡмаһындар өсөн һыҙғырып ситкә китә).

1904 йылда Канадала тәүге профессиональ команда барлыҡҡа килә. Шул уҡ йылда хоккейсылар уйындың яңы төрө — «алтыға алты» системаһына күсәләр. Шул ваҡыттан бирле әҙ үҙгәргән майҙансыҡтың стандарт размеры (56 × 26 м) билдәләнә. Дүрт миҙгелдән һуң бөтә хоккейсылар профессионалдарға һәм һәүәҫкәрҙәргә бүленә. Һуңғылар өсөн 1908 йылдан бирле үткәрелгән Аллан кубогын ойошторалар. Уны еңеүселәр аҙаҡтан донъя чемпионаттарында Канада өсөн сығыш яһайҙар.

ХХ быуат башында Канада хоккейы менән Европалылар ҙа ҡыҙыҡһына башлай. 1908 йылда Париждағы конгресс Бельгия, Франция, Швейцария, Бөйөк Британия илдәрен берләштергән Халыҡ-ара хоккей федерацияһын (ХАХФ) нигеҙләй. 1914 йылда Канада хоккей ассоциацияһы барлыҡҡа килә, ә 1920 йылда ул Халыҡ-ара федерацияһына керә.

Уйындың тиҙлеген һәм сифатын күтәрер өсөн, 1910 йылда спортсыларҙың алмашыуын рөхсәт итәләр. Шул уҡ йылда Милли хоккей ассоциацияһы барлыҡҡа килә, ә билдәле Милли хоккей лигаһы (МХЛ) тик 1917 йылда ғына нигеҙләнә.

Күп яңылыҡтар ағалы-ҡустылы Джэймс, Крэйг һәм Лестер Пэтрик фамилиялы кешеләр исеме менән бәйле. Уларҙың инициативаһы буйынса уйынсыларға номерҙар бирелә, мәрәйҙәрҙе һөҙөмтәле пастар өсөн дә өҫтәйҙәр, хоккейсыларға шайбаны алға бирергә рөхсәт итәләр, ә ҡапҡасылар конькиҙарын боҙҙан күтәрергә мөмкинлеккә эйә була. Шул ваҡыттан уйын 20 минут оҙонлоҡтағы өс периодтан тора.

1911 йылда ХАХФ хоккейҙың Канада ҡәғиҙәләрен ҡабул итә, ә 1920 йылда тәүге донъя чемпионаты уҙғарыла. 1929 йылда «Монреаль Мерунз» командаһының ҡапҡасыһы Клинт Бенедикт тәү тапҡыр маска кейә. 1934 йылда штраф өсөн һуғыу — буллит ҡабул ителә. 1945 йылда ҡапҡалар артында кереткән шайбалар иҫәбе өсөн төрлө төҫтәге фонарҙар ҡуялар («ҡыҙыл» төҫлөһө гол индереүҙе аңлата, «йәшел» — гол булманы). Шул уҡ йылда өслө судейлыҡ ҡабул ителә: бер баш судья һәм ике ярҙамсы (лайнсмендар). 1946 йылда конкрет ҡәғиҙәләр боҙоуҙар ваҡытында судьяларҙың ымдар системаһы законлаштырыла.

АҠШ һәм Канадала ҙур ареналар ХХ быуаттың 30-сы йылдарында уҡ төҙөлә башлай. Мәҫәлән, Чикагола 1938 йылда 15 мең кеше өсөн Спорт һарайы барлыҡҡа килә.

1920 йылда рәсми турнирҙа — Олимпия уйындарында — Европа һәм Төньяҡ Америка командалары араһында тәүге осрашыу үтә. Канада хоккейсылары тағы ла үҙҙәренең иң көслө команда икәнен иҫбат итә. Улар шулай уҡ 1924 һәм 1928 йылдарҙағы Олимпия уйындарында ла (бер үк ваҡытта донъя чемпионаттары булған) еңәләр. 1936 йылда Бөйөк Британия йыйылма командаһы 16 йыл буйы Олимпия чемпионы титулын йөрөткән Канада командаһынан был титулды талап ала һәм Олимпия чемпионы була.

СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә шайбалы хоккейҙың тыуған көнө тип 1946 йылдың 22 декабре һанала, был көндә Мәскәүҙә, Ленинградта, Ригала, Каунаста һәм Архангельскиҙа шайбалы хоккей буйынса СССР чемпионатының тәүге уйындары үтә.

1954 йылда совет хоккейсыларының донъя чемпионаттарында дебюты үтә һәм улар донъя хоккейында алғы урындарҙы яулай. Канада хоккейсылары менән тәүге осрашыу совет спортсыларының 7:3 мәрәй еңеүе менән тамамлана. Был еңеү СССР йыйылма командаһына тәүге тапҡыр донъя чемпионы титулы исемен килтерә. 1954 йылдан 1991 йылға тиклем СССР йыйылма командаһы 22 тапҡыр донъя чемпионаттарының «алтынын» яулай һәм 7 тапҡыр Ҡышҡы Олимпия уйындарында еңә.

90-сы йылдарҙа илдә тотороҡһоҙлоҡ булғанға күрә, күп яҡшы уйынсылар сит илдәрҙәге бай клубтарға күсә. Рәсәй хоккейы үҙенең күп йондоҙҙарын юғалта, тик сит хоккейҙа Рәсәй спортсыларының күпселегенең юғалып ҡалмауы, ә киреһенсә — үҙҙәренең клубтарында, хатта МХЛ командаларында лидер була ала һәм шулай итеп совет хоккей мәктәбенең юғары маркаһын тота алыуын күрһәтә.

Рәсәй йыйылма командаһы 1993 йылда донъя чемпионатын еңеп, артабан оҙаҡ йылдар миҙалһыҙ ҡала. Тик һуңғы ваҡытта ғына Рәсәй йыйылма командаһы үҙенең элекке көсөн кире ҡайтара башлай. 2007 йылдағы Мәскәүҙә үткән чемпионатта бронза миҙалына өлгәшһә, киләһе йылда Канадала Квебек ҡалаһында хоккейҙың рәсми 100 йыллығы финалында Канада йыйылма командаһын еңеп, донъя чемпионы титулын ҡайтара. Шунан һуң Рәсәй тағы 2009, 2012, 2014 йылдарҙа донъя чемпионатын еңә. 2014 йылда Сочиҙа үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында команда сирекфиналда төшөп ҡала, шуға күрә үҙ өҫтөнә күп тәнҡит ала.

2008 йылда Континенталь хоккей лигаһы барлыҡҡа килә. Был лигала Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан, Латвия, Финляндия, Словакия һәм Хорватиянан командалар сығыш яһай. Был чемпионат Евразияла иң көслө хоккей лигаһы тип һанала.

Хоккей майҙансығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҙурлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европа өлгөһөндә хоккей майҙансығы.
МХЛ өлгөһөндә хоккей майҙансығы.

ХАХФ һәм МХЛ ҡәғиҙәләрендә хоккей майҙансыҡтарының размерҙары айырыла.

ХАХФ ҡәғиҙәләре буйынса, максималь оҙонлоҡ 61 метр һәм киңлек 30 метр булыуы мөмкин, минималь размерҙар — оҙонлоҡҡа 56 метр һәм киңлеккә 26 метр; ә ХАХФ эгидаһы аҫтында рәсми ярыштарҙа майҙансыҡ размерҙары оҙонлоҡҡа 60-61 метр һәм киңлеккә 29-30 метр булырға тейеш. Башҡа ярыштар өсөн майҙансыҡтың минималь размерҙары 40х20 метрға тиң[1].

МХЛ ҡәғиҙәләре 200х85 футҡа йәки 60.96х25.90 метрға тиң булған майҙансыҡ размерҙары тураһында әйтә. МХЛ-да, майҙансыҡтың бәләкәй размерҙары көс көрәшен, ҡапҡаларға күп һуғыуға, борттар янында уйынды, бәрелештәрҙе һәм һуғыштарҙы тыуҙыра, тип һанала.

Майҙансыҡтың мөйөштәре ХАХФ ҡәғиҙәләре буйынса радиусы 7—8.5 метр булған түңәрәктең дуғаһы буйынса түңәрәкләнһә, МХЛ ҡәғиҙәләрендә радиус 28 футҡа (8.53 метр) тигеҙ булырға тейеш тип яҙылған. Киләһе һылтанма буйынса «Советский спорт» мәғлүмәттер буйынса майҙансыҡтар размерының сағыштырыу бирелә[2].

Борттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Strafbank.jpg

Майҙансыҡ бейеклеге 1.20—1.22 метр булған борттар менән сикләнгән. Мөйөштәрҙә 7—8.5 метр радиуслы түңәрәкләүҙәр бар. Борттарҙа майҙансыҡтың бөтә киңлеге буйынса бейеклеге 1.6—2 метр булған һаҡлағыс тәҙрәләр ҡуялар. Урталағы бортта уйынсыларға майҙансыҡҡа сығыр өсөн эшләнгән эскә асыла торған ике калитка ҡуйылған. Ҡаршы яҡта шулай уҡ ике бәләкәй ҡапҡа бар: улар штрафланған уйынсылар өсөн.

Боҙҙа билдәләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алғы борттарҙан 3—4 метрҙа ҡапҡаларҙың ҡыҙыл линияһы һыҙыла. Уларҙың уртаһында ҡапҡалар урынлашҡан һәм ҡыҙыл ҡайма менән күк төҫтәге ҡапҡа зонаһы билдәләнә. Ҡапҡалар линияһынан 17.23 метрҙа — зәңгәр зоналар линияһы, шуға күрә бөтә майҙансыҡ өс зонаға бүленә: урта зона һәм дәғүәселәрҙең ике зонаһы. Майҙансыҡтың уртаһында — яланды уртаға бүлгән ҡыҙыл линия һәм уның уртаһында урынлашҡан вбрасывание нөктәһе. Ҡапҡаларҙан 6 метр йыраҡлыҡта ике яҡҡала вбрасывание нөктәләре ҡуйылған, һәм шул нөктәләрҙен радиусы 4.5 м булған вбрасывние зоналары күрһәтелә.

Штрафланған уйынсылар эскәмйәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәр хоккей майҙансығында штрафланған уйынсылар өсөн ике эскәмйә булырға тейеш. Һәр эскәмйә минимум биш кеше өсөн тәғәйенләнгән булырға тейеш. Эскәмйәнең минималь оҙонлоғо — 4 метр, киңлеге — бер метр ярым.

Экипировка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хоккей экипировкаһына ҙур иғтибар бирелә. Спортсылар үҙҙәрен максималь рәүештә шайбанан, сәкәндәрҙән, башҡа уйынсылар менән бәрелгәндә һуғыуҙарҙан, бортҡа, боҙға йығылғанда ауыртыуҙарҙан һаҡлау тураһында уйлай. Элек хоккейсының экипировкаһы бик ауыр булған, һәм уларға формала уңайһыҙ булған.

Өҫкө форма һәм шлем бер үк команданың уйынсыларының бер үк булырға тейеш (ҡапҡасыға башҡа уйынсыларҙың шлемдарынан төҫө буйынса айырылған шлем кейергә рөхсәт ителә). Уйынсыларҙың свитерҙарында номерҙар һәм фамилиялар булырға тейеш.

Хоккей формаһының тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Канадала шайбалы хоккей барлыҡҡа килгәндә, уйын өсөн свитерҙар бәйләнгән булған һәм төҫтәре менән генә айырылған. Был спорт төрөнөң үҫеше менән хоккей экипировкаһы ла үҙгәрә һәм үҫешә бара. Хоккей командалары үҙенең уйыны менән генә түгел, ә башҡаларҙан айырмалы тышҡы күренеше менән иҫтә ҡалырға тырыша. Хоккей популярлығы үҫеүе һәм хоккей турнирҙарында ҡатнашҡан командалар һаны күбәйеүе менән хоккей формаһына айыра торған билдәләр һәм логотиптар, ә аҙаҡтан уйынсыларҙың фамилияларын һәм номерҙарын ҡуя башлайҙар. Хоккей свитерҙарын яһау технологиялары ла үҙгәрә, уларҙы төрлө дауарҙан тегәләр. Әлеге ваҡытта полиэстер — хоккей уйыны өсөн свитерҙарҙы етештереү өсөн ҡулланған төп материал. Ошо дауар яҡшы һауа үтеүгә, хоккей формаһының ныҡлығына һәм еңеллегенә булышлыҡ итә. Бик ҡуйы төҫлө булған сағыу форманы яһарға мөмкинлек килеп сыға. Хәҙер хоккей клубтарында ике йәки унан күберәк форма төрө бар. Хоккей формаһының өйҙә, ҡунаҡта кейгән һәм альтернатив варианттары булыуы мөмкин. Мәҫәлән, хоккей лигаларында клубтарҙың өйҙәге форма өсөн ҡуңыр төҫ хас, ҡунаҡтағы форма аҡ төҫтә була.

Уйындың дауамлылығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шайбалы хоккей буйынса матч таҙа ваҡыт булған 20 минуттан торған өс периодҡа бүленә. Периодтар араһында тәнәфестәр 15 минут дауам итә. 2013 йылдың 11 ғинуарынан башлап КХЛ-да тәнәфестәр оҙонлоғо 17 минутҡа тиң. Өс период тамамланғас, тигеҙ иҫәп булған саҡта тәүге голға тиклем өҫтәмә ваҡыт (овертайм) булыуы мөмкин. Өҫтәмә ваҡыт һөҙөмтәһе буйынса бер кем дә еңмәһә, уйындан һүң һуғыуҙар (буллиттар) була ала. Овертаймдың кәрәклеге, уның оҙонлоғо һәм уйындан һуң һуғыуҙар һаны турнирҙың регламентында билдәләнә.

Командаларҙың составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хоккей. Ҡапҡасы.

Бер матчта бер команданан ғәҙәттә 20—25 уйынсы ҡатнаша. Уйынсыларҙың минималь һәм максималь һаны турнирҙың регламенты менән билдәләнә.

Ьер үк ваҡытта бер команда яғынан боҙҙа алты кеше булырға тейеш: биш ялан уйынсыһы һәм ҡапҡасы. Ҡапҡасыны алтынсы ялан уйынсыһына алмаштырырға рөхсәт ителә. Уйынсыларҙы алмаштырыу уйын туҡтаған ваҡытта ла, уйын барышында ла ярай.

Овертаймдарҙы үткәреү ваҡытында майҙансыҡта уйынсылар һаны турнирҙың регламенты менән әҙәйтелә ала (ғәҙәттә бишкә тиклем: ҡапҡасы + дүрт ялан уйынсыһы). МХЛ-да 2015/16 йылдар миҙгеленән башлап «өскө өс» форматында овертаймдар индерелә: ҡапҡасы + өс ялан уйынсыһы.

Хоккей майҙансығында уйынсыларҙың позициялары
Һөжүмселәр: Хоккей позиция.png
Һул | Үҙәк | Уң
Һаҡсылар:
Һул һаҡсы | Уң һаҡсы
Ҡапҡасы:
Ҡапҡасы
Күпселек уйынсыһы | Тафгай | Капитан | Баш тренер | Судья

Судьялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хоккей. Баш судья

Хоккей матчын өс йәки дүрт судьянан торған судьялар бригадаһы үткәрә. Бер йәки ике судья (турнирҙың регламенты буйынса) баш судьялар тип атала, башҡа икәүһе — линия судьялары йәки лайнсмендар. Баш судьяның вазифаһына ҡағиҙәләрҙең боҙоуон, гол керҙеме, юҡмы икәнен ҡарау керә. Улар гол кергәс һәм периодтарҙың башында майҙансыҡтың уртаһында вбрасывание яһайҙар. Линия судьялары офсайд, шайбаның проброс булыуын һәм бер команданың уйынсылар һаны кәрәккәндән артыҡ булмауын ҡарай. Шулай уҡ улар шайбаны уйынға вбрасывание менән индерәләр.

Боҙҙағы судьяларҙан башҡа, һәр матчта майҙансыҡтың сиктәре тышында булған судьялар бригадаһы бар. Уға артабанғы судьялар керә:

  • ҡапҡалар артында ике судья (бер баш судья булһа)
  • бер сәркәтип һәм һаны икегә тиклем сәркәтип ярҙамсылары
  • бер судья-хронометрист
  • бер судья-информатор
  • бер видеоҡабатлау судьяһы
  • штрафланған уйынсылар эскәмйәһендә ике судья

Тренерҙар составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уйын[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡәғиҙәләрҙе боҙоу һәм штрафтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәғүәсене этеү (шулай уҡ сәкән менән этеү һәм бортҡа этеү), шайбаһыҙ булған уйынсыға һөжүм итеү (көслө приемды уйынсы шайба менән булһа ғына уға ҡаршыһына ике аҙымдан күберәк эшләмәйенсә яһарға була), ҡапҡасы ҡапҡаларҙан йыраҡ булһа ла ҡапҡасыға һөжүм итеү, аяҡ салыу, ҡул менән уйынсыны тотоу, эләктереү, арттан һөжүм итеү. Дәғүәсегә һуғыу (терһәк, тубыҡ һ.б. нәмә менән), юғары күтәрелгән сәкән менән хәүефле уйын (яурындарҙан өҫтәрәк), сәкән менән һуғыу, һынған йә стандарт размерҙарҙа булмаған сәкән менән уйнау, шайбаны ҡул менән тотоу, аңлы рәүештә шайбаға йығылыу — был ҡапҡасыға ла ҡағыла, әгәр ул ҡапҡа зонаһынан сыҡҡан булһа, вбрасывание һәм составтарҙы алмаштырыу тәртиптәрен боҙоу. Уйынды һуҙыу (аңлы рәүештә майҙансыҡтан шайбаны сығарыу, ҡапҡаларҙы шылдырыу һ.б.), дәғүәсегә ҡамасаулар өсөн боҙға сәкәнде ташлау, тупаҫ уйын һәм һуғыш, дисциплинаһыҙ тәртип (уйынсы симуляция күрһәтә — үҙе йығыла, ысын булмағанды күрһәтә, судьялар менән бәхәсләшә, уның эштәренә ҡамасаулай, мыҫҡыллау һ.б.). Ҡайһы бер ҡәғиҙәләрҙе боҙоуҙа яза баш судьяның торған урынына, ситуацияһына бәйләнә, мәҫьәлән, ҡәғиҙәне боҙоу уйлап яһалғанмы әлллә юҡмы, күпмегә уйынсының һуғышта ҡатнашыуҙа яуаплығы ҙур һ.б.

Ҡәғиҙәләрҙә киләһе язалар күрһәтелгән: # бәләкәй штраф; # бәләкәй эскәмйә штрафы, шулай уҡ ҙур штраф; # алмаштырыу хоҡуғы менән дисциплинар штраф; # уйындың аҙағына тиклем штраф (5 минуттан һуң алмаштырыу хоҡуғы менән); # штрафлы һуғыу (буллит). Бәләкәй штраф менән язаланған хоккейсы майҙансыҡтан ике минутҡа ҡыуыла һәм ошо ваҡыт эсендә икенсе уйынсы менән алмашына алмай. Әгәр ҡапҡасы ҡәғиҙәләрҙе боҙһа, ул майҙансыҡтан ҡыуылмай, уның урынына ялан уйынсыларынан береһе язаға тарттырыла. Команда был ваҡытта уйынсыларҙың һаны буйынса әҙселектә уйнай. Штрафланған уйынсы ваҡытынан алдараҡ майҙансыҡҡа ҡайта, әгәр дәғүәсе команда күпселектә гол керетһә. Әгәр запас уйынсылар эскәмйәһендә ултырған уйынсы судьялар менән бәхәсләшһә, уйынға тығылһа, уның бәләкәй штраф алыуы мөмкин. Әгәр штрафланған уйынсы шундай ҡәғиҙәне боҙһа, майҙансыҡта булған бер уйынсы боҙҙан китеп тороға тейеш. Бәләкәй эскәмйә штрафы конкрет уйынсыға түгел, ә бөтә командаға дөйөм ҡәғиҙә боҙоуо өсөн бирелә, мәҫьәлән, уйынсыларҙың кәрәктән артыҡ булыуы, экипировканы дөрөҫ кеймәү, йә белеп булмаған бер кеше ғәйебе өсөн, мәҫьәлән, запас уйынсылары эскәмйәһенән боҙға предмет бәреү. Был саҡта тренер ҡапҡасынан башҡа бәләкәй штраф менән язаланған уйынсыны билдәләй. Беренсе ҙур штраф уйынсыны биш минутҡа боҙҙан ҡыуыуына килтерә. Бер уйын дауамында уйынсы ҡаабаттан ҙур штраф алһа, ул уйын аҙағына тиклем боҙҙан ҡыуыла, ә уның командаһы 5 минут әҙселектә уйнай.

Ҡапҡасынан башҡа хоккейсының тәртибе дисциплинар булмағанлығы өсөн ул 10 минутҡа алмашытырыу хоҡуғы менән штрафланған уйынсылар эскәмйәһенә ҡыуыла. Ҡабаттан уйынсы шундай штрафты алһа, ул уйындың аҙағына тиклем майҙансыҡтан ҡыуыла. Уйындың аҙағына тиклем штрафланған уйынсы башҡа уйында ҡатнаша алмай. Уйындарҙы үткәреү өсөн яуаплы булған ойошмала уның тәртибен тикшермәйенсә ул боҙға сығып уйнай алмай. Дисциплинар штрафтар штрафланған уйынсыны алмаштырырға тәҡдим итә. Ҡәғиҙә боҙоу ваҡытында штрафланған уйынсылар эскәмйәһендә уйынсының ике йә күберәк иптәше улытрһа — ҡәғиҙәләр буйынса майҙансыҡта һәр команданан уйынсылар һаны өстән кәм булмаҫҡа тейеш — кисектереп торолған штраф була. Был саҡта ғәйепләнгән уйынсы майҙансыҡтан ҡыуыла һәм тәүҙәрәк ҡәғиҙәне боҙған партнерының штраф ваҡыты бөткәнсе икенсе уйынсы менән алмаштырыла.

Ике яҡлап булған штрафтар ҙа була. Штрафланған уйынсыларҙың икеһе лә штрафланған уйынсылар эскәмйәһендә ваҡыттары тулыһынса бөткәнсе ултыралар, берәй командаға гол керетеп булһа ла. Әгәр судья ҡәғиҙә боҙоуҙо теркәһә, ә шайба дәғүәсе командала икән, ул ғәйепләнгән уйынсы йә уның партнерҙарының береһе шайбаға тейгәнсе уйынды туҡтатмай тора. Әгәр был ваҡытта дәғүәсе команда гол керетә, судья гол кергәнен теркәй, ә штрафланған уйынсы боҙҙа ҡала ала.

Буллит киләһе мәлдәрҙә була ала:

  • Яҡланған команданың уйынсыһы дәғүәсегә гол керетергә ҡамасаулар өсөн аңлы рәүештә ҡапҡаларҙы шылдыра. Әгәр быны ялан уйынсыһы эшләһә, ул ҙур штраф менән язалана.
  • Штрафланған уйынсы гол керетергә ҡамасаулар өсөн майҙансыҡҡа сыға.
  • Ҡапҡасынан башҡа уйынсы үҙенең ҡапҡаһы зонаһында булғанда аңлы рәүештә шайбаға ята, уны боҙҙан ҡулына ала йә үҙ аҫтына ҡулы менән һала.
  • Яҡланған команданың уйынсыһы аңлы рәүештә гол керетергә ҡамасаулар өсөн сәкәнде шайбаға бәрә.
  • Уйынсы ҡапҡасы менән бергә бер сыҡҡанда яҡланған команданың уйынсыһы менән һөжүм ителә.
  • Уйындың аҙағына тиклем ике минут ҡалғанда штрафланған уйынсылар эскәмйәһендә һаны икенән әҙерәк уйынсылары булған команданың боҙҙа кәрәктән артыҡ уйынсылар һаны була.

Буллитты штрафланған уйынсыларҙан һәм ҡапҡасынан башҡа команданың капитаны һайлаған теләһе уйынсыһы башҡара. Баш судьяның һыҙғырыуы буйынса буллит яһаған уйынсы туҡтамайынса үҙәк нөктәнән дәғүәсенең ҡапҡаһына шайбаны алп бара һәм керетергә тырыша. Буллит яһағанда ҡапҡаларҙы ҡапҡасы ғына яҡлай. Буллит яһауҙың башланыуына тиклем ул ҡапҡа зонаһын ташлап китә алмай. Буллит яһаған уйынсы шайбаға тейгәс, ҡапҡасы үҙенең ҡапҡаһын төрлө рөхсәт ителгән ысул менән яҡлай ала. Ҡапҡаға шайбаны һуғыу яһалғас, буллит тамамланған тип һанала. Буллит яһаған уйынсының ҡапҡасынан, ҡапҡаларҙың штангаларынан йә борттан ҡаҡлыҡҡан шайбаны ҡапҡаға һуғырға хоҡуғы юҡ. Ҡайһы бер саҡта ҡәғиҙәне боҙған командаға ҡаршы булған команданың буллитты йә күпселекте һайларға мөмкинселеге була. Етди ҡәғиҙә боҙоуҙа буллит һәм штрафлы ваҡыт бергә булған икеле яза мөмкин. Әгәр ҡәғиҙә боҙоу уйын бөткәндә теркәлһә, буллит финал сиренаһынан һуң башҡарыла. Уны башҡарыу өсөн ваҡыт уйын ваҡытына кермәй.

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. IIHF рәсми ҡәғиҙәләре, материал Рәсәй хоккей федерациһы сайтынан алынған
  2. Сағыштырыу
  3. Хоккей тураһында фильмдар. Һуңғы 10 йылда иң яҡшы фильмдар // cinemate.cc

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Энциклопедия для детей. Т. 20. Спорт / Глав. ред. В. А. Володин. — М.: Аванта+, 2001. — 624 с.: ил. ISBN 5-94623-006-9

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]