Хоккей

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Хокке́й (ингл. hockey) — боҙ, тартан, пластик, ағас йә үлән майҙансыҡта ойошторолған командалы спорт уйыны. Уның төп маҡсаты — ике команданың һәр ҡайһыһы туп йә шайбаны дәғүәсе ҡапҡаһына индерергә тейеш. Уйынсылар сәкән ҡуллана. Һәр команда үҙ ҡапҡаһын һаҡлаған ҡапҡасынан һәм бер нисә ялан уйынсыларынан тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Британия версияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Британия сығанаҡтары «хоккей» терминын «хауки» йәки «хоки» һүҙҙәре менән бәйләй. Урта быуаттарбашында ҡайһы бер инглиз графлыҡтарында уңыш йыйыу байрамдары нәҡ шулай аталған булған. Уларҙа төп маҡсаты бөкләнгән таяҡтар ярҙамында дәғүәсе зонаһына туп индереү булған уйын үткәрелгән. Әйткәндәй, Америка Ҡушма Штаттарының көньяҡ штаттарында эшселәр әле лә ер эшкәртеү ҡоралы тәпкегә оҡшаш булған хокки ҡуллана[1].

Канада версияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ундағы тәүге версия буйынса, «хоккей» һүҙе Төньяҡ Америкалағы индеец ҡәбиләһе мохоки теленән алынған. Улар ҡасандыр үләндә хоккейға оҡшаш уйын уйнаған һәм уны «хогий» тип атаған. Был һүҙ «ауырта» тигән мәғәнәлә тәржемә ителә: уйын тамамланғас, еңелгәндәр язаға тарттырылыр булған. Канадалағы икенсе версия ябай һәм аңлайышлыраҡ. Ул «хоккей» һүҙенең сығышын иҫке француз телендә көтөүсенең бөкләнгән таяғын аңлатҡан «хокэ» («hoquet») һүҙе менән бәйләй[1]. Бында тағы бер ҡыҙыҡ оҡшашлыҡ күрергә була. Рус телендә — шулай уҡ Рәсәй ҙә хоккейҙың тыуған ере (туплы рус хоккейы) — «клюка» һүҙе бар. Ул бер үк ваҡытта кәкре башлы таяҡты һәм боронғо урыҫ уйынын аңлата. Һәм ул «клюшка» (сәкән) һүҙе менән тамырҙаш булып сыға.

Хоккей төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шайбалы хоккей — шайба тип аталған бәләкәй резина диск менән боҙ майҙанында уйнала. Хоккейҙың башҡа төрҙәренә арағанда иң танылғаны булғанлыҡтан — йыш ҡына «шайбалы» һүҙен бөтөнләй ҡулланмайҙар. Тыуған ере тип Канада һаналған шайбалы хоккей шулай уҡ Рәсәйҙә, Скандинавия дәүләттәрендә, Чехияла һәм башҡа илдәрҙә лә популяр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Чемпион булу серләре: хоккей/ авт-төз. Г.Сибгатова. — Ҡазан: Татар. кит. нәшр., 2010. — 71 б.: рәс. б-н.