Следж-хоккей
Следж-хоккей йәки саналарҙа хоккей — Швецияла 1960-сы йылдарҙа барлыҡҡа килгән боҙҙа командалы спорт уйыны, мөмкинселектәре сикләнгән кешеләр өсөн шайбалы хоккейҙың аналогы. Ҡапма-ҡаршы ике команданың уйынсылары махсус саналарҙа, шайбаны боҙҙан сәкәндәре менән бер-береһенә тапшырып, уны дәғүәсе ҡапҡаһына мөмкин тиклем күберәк индереү һәм шул уҡ ваҡытта үҙ ҡапҡаһына бөтөнләй үткәрмәү йә мөмкин тиклем аҙыраҡ үткәреү өсөн өсөн көрәшә. Дәғүәсе ҡапҡаһына күберәк шайба индергән команда еңеүсе була. Следж-хоккей Ҡышҡы Паралимпия уйындарында иң популяр спорт төрҙәренең береһе[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Килеп сығыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960-сы йылдарҙа Швецияла реабилитация үҙәгендә бер төркөм ир следж-хоккей өсөн саналар эшләйҙәр, сөнки улар, физик яҡтан инвалид булһалар ҙа, хоккей уйнауҙарын дауам итергә теләйҙәр[2]. Уларҙың ҡоролмаһы конькиҙарҙың ике лезвиеһынан тора. Шул лезвиелар араһынан шайба үтһен өсөн металл рама ла бар. Әлеге ваҡытта Паралимпия уйындарында ҡулланған саналарҙың ауырлығы һәм ҙурлығы өсөн күп сикләүҙәр булһа ла, 1960-сы йылдарҙа эшләнгән саналар әлеге саналарҙан бик үк айырылып тормай. 1969 йылда Швецияның баш ҡалаһында Стокгольмда биш команданан торған лига барлыҡҡа килә. Шунда һау кешеләр ҙә ҡатнаша ала ине. Шул уҡ йылда следж-хоккей буйынса тәүге халыҡ-ара уйын үтә: шунда Стокгольм һәм Осло хокке клубтары осраша. Шул ваҡыттан бирле был илдәр командалары араһында уйындар йыш үтә башлай, һәм икенсе илдәрҙә лә командалар барлыҡҡа килә башлай. 1981 йылда Бөйөк Британияла, бер йыл үткәс Канадала следж-хоккей буйынса клубтар барлыҡҡа килә. 1990 йылда был спорт төрө Америка Ҡушма Штаттарына ла барып етә.
1976 йылда тәүге Ҡышҡы Паралимпия уйындарында Швецияның ике йыйылма командалары араһында күрһәтмә уйын уҙғарыла. 1994 йылда Лиллехаммерҙағы Паралимпия уйындарында следж-хоккей буйынса ирҙәр араһында рәсми турнир уҙғарыла. Тәүге алтын миҙалдарҙы Швеция йыйылма командаһы еңә. 1996 йылдан башлап донъя чемпионаттары үҙгәрелә башлай. 2010 йылда Канаданың Ванкувер ҡалаһындағы Паралимпиадаһында ирҙәр командаларында ҡатын-ҡыҙҙарға ла уйнарға рөхсәт ителә[3].
2016 йылдың 30 ноябрендә Халыҡ-ара Паралимпия комитеты был спорт төрөнөң исемен рәсми рәүештә Пара-хоккей тигәнгә алмаштыра. Әммә был үҙгәрештәр миҙгел барышында эшләнгәнгә күрә, тулы ребрендинг 2017/18 йылдар миҙгелендә үтәсәк[4].
Следж-хоккей Рәсәйҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә следж-хоккей 2000-се йылдарҙың аҙағында ғына барлыҡҡа килә. Тәүге команда Ижевск ҡалаһында 2008 йылда барлыҡҡа килә. Оҙаҡламай яңы спорт төрө менән Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә, Ырымбурҙа һәм Ханты-Мансиҙа шөғөлләнән башлайҙар. 2009 йылдың 6 декабрендә Рәсәйҙә тәүге чемпионат башлана. Шул көндө Рәсәйҙә следж-хоккейҙың тыуған көнө тип һанарға була. 2012 йылда донъя чемпионатының B лигаһында Рәсәй йыйылма командаһы беренсе урынды яулай, ә киләһе йылда А лигаһында бронза миҙалдарҙы яулай[5]. 2014 йылда Сочиҙағы үҙенең өсөн тәүге Паралимпия уйындарында көмөш миҙалдарҙы яулай.
2015 йылдың октябрендә Өфөлә «Башкирские Пираты» следж-хоккей клубы нигеҙләнә[6]. Ә 2016 йылдан башлап Рәсәй чемпионатында сығыш яһай.
Ҡағиҙәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм алғанда, шайбалы хоккейҙа булған бөтә ҡағиҙәләр следж-хоккейға ла ҡағыла. Боҙ майсаҡтарының ҙурлығы һәм уйынсыларҙың амуницияһы бер үк. Тәүге ҡағиҙәләр йыйынтығы 1990 йылда төҙөлә. Иң ҙур айырмаларҙың береһе — сананың осо менән ҡаршы команданан уйынсыны һөжүм итергә ярамай[7]. Запас һәм штраф алған уйынсылар эскәмйәһе хоккейсылар ауырлыҡтарһыҙ уйнаһын өсөн боҙ майҙансығы менән бер кимәлдә була. Шулай уҡ саналарҙағы конькиҙар боҙолмаһын өсөн эскәмйә иҙәне боҙҙан йә шыма пластиктан яһала. Следж-хоккейсыларҙың сәкәндәре лә икенсе, һәм улар уйынсыларҙа икешәр була. Сәкәндәрҙең бер яғы менән пас бирәләр йә һуғалар, ә икенсе осло яғы менән боҙҙан этеләләр.
Боҙҙа ҡапҡасыны һанағанда һәр яҡтан алтышар уйынсы була ала. Следж-хоккейҙа уйындар 15 минутлы өс периодтан тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Следж-хоккей Ҡышҡы Паралимпия уйындарында
- Следж-хоккей буйынса донъя чемпионаты
- Следж-хоккей буйынса Европа чемпионаты
- Следж-хоккей буйынса Рәсәй чемпионаты
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Следж-хоккей Викимилектә | |
Следж-хоккей Викияңылыҡтарҙа |
- Следж-хоккей Халыҡ-ара Паралимпия комитеты сайтында (инг.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Paralympics unhappy with CTV's plan. 2010 йыл 17 март архивланған.
- ↑ Что такое следж-хоккей? Представление программы Паралимпийских игр в Сочи
- ↑ Sledge hockey teams can add women for 2010 Games . CTVOlympics.ca (3 апрель 2009). Дата обращения: 22 февраль 2010.
- ↑ Халыҡ-ара Паралимпия Комитеты (30 ноябрь 2016). The IPC to rebrand the 10 sports it acts as International Federation for. Пресс-релиз. Проверено 13 декабрь 2016.
- ↑ Следж-хоккей тураһында Мәскәүҙең федерацияһы сайтында 2016 йыл 27 сентябрь архивланған.
- ↑ В Башкортостане набирают команду следж-хоккея
- ↑ https://www.youtube.com/watch?v=0CWWSNzSVNY