Башкирские Пираты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башкирские Пираты
Башкирские Пираты.jpg
Ил: Рәсәй флагы Рәсәй
Регион: Башҡортостан Башҡортостан
Ҡала: Өфө Өфө
Нигеҙләнгән: 2015
Өй аренаһы: Өфө-Арена (8 070)
Төҫтәр:                    
Хоккей лигаһы: Следж-хоккей буйынса Рәсәй чемпионаты
Баш тренеры: Рәсәй флагы Никита Козлов
Капитан: Рәсәй флагы Айрат Уразаев
Рәсми сайт: https://bashpirat.ru

«Башкирские Пираты» (башҡ. Башҡорт Пираттары) следж-хоккей клубы — Башҡортостандың Өфө ҡалаһында 2015 йылда Башҡортостандың берләштерелгән хоккей федерацияһы һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубы ярҙамында ойошторолған следж-хоккей буйынса профессиональ команда. 2016 йылдан башлап Рәсәй чемпионатында ҡатнаша башлай.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2015 йылдың 23 октябрендә Өфөлә тәү тапҡыр боҙға следж-хоккейсылар сыға[1]. Башҡортостандың баш ҡалаһында следж-хоккей клубын яһау инициаторы Алексей Канатников була. Ул үҙе лә был спорт төрө менән шөғөлләнә ине. Алексей — команданың етәксеһе һәм баш тренеры. Оҙаҡламай, Өфөләге следж-хоккей клубына «Башкирские Пираты» исеме бирелә. Командаға Башҡортостан берләштерелгән хоккей федерацияһы һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубы ҙур ярҙам күрһәтә.

2016 йылда «пираттар» Рәсәй чемпионатында ҡатнаша башлай. 5 октябрҙә улар «Югра» командаһына ҡаршы уйын менән Рәсәй чемпионаттарында дебют яһай. Шул уйын 2:27 иҫәбе менән Ханты-Манси уйынсылары файҙаһына тамамлана. Рәсәй чемпионатының беренсе этабында «Башкирские Пираты» бөтә алты уйында ла еңелә[2]. Команданың тәүге шайбаһын Алексей Канатников керетә. Икенсе этапта ла шул уҡ хәл ҡабатлана. Команда миҙгел һөҙөмтәләре буйынса һуңғы 7-се урынды ала.

2017/2018 йылдар миҙгеле алдынан үткән Самойлов иҫтәлегенә следж-хоккей буйынса турнирҙа өсөнсө урынды яулай — был команданың тәүге ҡаҙанышы. 26 декабрҙә команданың яңы баш тренеры итеп Никита Козлов тәғәйенләнә[3]. Был миҙгелдә «пираттар» рәсми уйында тәүге еңеүҙе яулай — 3:0 иҫәбе менән «Санкт-Петербург» следж-хоккей клубы отола[4], ә Алексей Канатников бар өс голды ла керетә. Был еңеү ярҙамында «Башкирские Пираты» миҙгелде алтынсы урында тамамлай.

Елена һәм Геннадий Тимченко хәйриә фонды үткәргән балалар следж-хоккейын үҫтереү проектары конкурстарында икенсе йыл рәттән Башҡортостан коллективы еңә. Еңгән аҡсалар республикала балаларҙан торған следж-хоккей клубын төҙөүгә китәсәк[5].

Сығыш яһауҙар тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сезон У Е ӨВЕ БСЕ БСО ӨВО О Ш М Урын
2016/17 12 0 0 0 0 0 12 5-151 0 7
2017/18 12 1 0 0 0 0 11 2-62 3 6
Бөтәһе 18 0 0 0 0 0 18 7-213 0

Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ӨВЕ — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, БСЕ — булиттар серияһында еңеүҙәр, БСО — буллитар серияһында отолоуҙар, ӨВО — өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, ШК — керетелгән шайбалар, ҮШ — үткәргән шайбалар, ±Ш — шайбалар айырмаһы, М — мәрәйҙәр, %М — мәрәйҙәр проценты

Состав[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡапҡасылар
Ил Исем Тыуған йыл
1 Рәсәй флагы Василий Моторин 19 июнь, 1986
20 Рәсәй флагы Азамат Сахаутдинов 20 апрель, 1993
Һаҡсылар
Ил Исем Тыуған йыл
7 Рәсәй флагы Айрат Уразаев Капитан спорт 7 ғинуар, 1983
8 Рәсәй флагы Руслан Хәлилов 19 март, 1988
22 Рәсәй флагы Павел Лямин 2 ғинуар, 1995
71 Рәсәй флагы Давуд Ғазилов 13 сентябрь, 1992
Һөжүмселәр
Ил Исем Тыуған йыл
5 Рәсәй флагы Артем Гәрәев 21 июнь, 1982
11 Рәсәй флагы Алексей Канатников 16 июнь, 1985
24 Рәсәй флагы Максим Данилов 28 ғинуар, 1997
48 Рәсәй флагы Даниил Левченко 17 июнь, 2001
68 Рәсәй флагы Артур Сәитгәрәев 27 февраль, 1997
88 Рәсәй флагы Олег Борисов 10 февраль, 1983

Баш тренерҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Башкирские Пираты» командаһының бөтә баш тренерҙары:

Капитандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Башкирские Пираты» командаһының бөтә капитандары:

  • Айрат Уразаев (2016—ә.в.)

Ҡаҙаныштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1 С. А. Самойлов иҫтәлегенә следж-хоккей буйынса турнир (2017).

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бер гол да үткәрмәйенсә иң ҙур айырма менән еңеү: 3:0 «Санкт-Петербург» СХК (2017/2018)
  • Иң ҙур айырма менән еңеү: 3:0 «Санкт-Петербург» СХК (2017/2018)
  • Еңеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 3:0 «Санкт-Петербург» СХК (2017/2018)
  • Еңелеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 2:27 «Югра» Ханты-Манси (2016/17).
  • Бер гол да керетмәйенсә иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:20 «Удмуртия» Ижевск (2017/18).
  • Иң ҙур айырма менән еңелеү: 2:27 «Югра» Ханты-Манси (2016/17).
  • Иң оҙон еңеүҙәр серияһы: 1. Иң оҙон еңелеүҙәр серияһы: 18
  • Клуб тарихында бөтә уйынсыларҙа Башҡортостандан була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]