13 июль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
13 июль | |
![]() |
13 июль — григориан стиле буйынса йылдың 194-се (кәбисә йылында 195-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 171 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
АҠШ, Теннесси: Натан Форрест көнө.
Черногория: Дәүләт көнө.
Япония: Бон байрамы.
Ҡаҙағстан: Милли именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1830: Рәсәй императоры Николай I хәҙерге Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетына нигеҙ һалған «Һөнәри уҡыу йорто тураһындағы Положение»ны раҫлай.
- 1885: Амстердамда Голландияның Милли музейы асыла.
- 1930: Уругвайҙа футбол буйынса беренсе донъя чемпионаты башлана.
- 1955: Мәскәүҙә «Иностранная литература» журналының тәүге һаны донъя күрә.
- 1990: Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы ойошторола.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дәүләтбаев Тәлғәт Шаһимәрҙән улы (1925—2017), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-нефтсе, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире, 1972 йылдан Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе. 1982—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Кинофикация буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Техник фәндәр кандидаты (1955). Башҡорт АССР-ының 7—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1-се (1945) һәм ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Шутов Александр Павлович (1925—27.03.2008), СССР скульпторы. 1968 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1975), СССР Художество академияһының көмөш миҙалы эйәһе (1971).
- Кудинова Людмила Петровна (1950), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977—2015 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының хәҙерге 1-се гимназияһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Александров Владимир Глебович (1955), педагогик хеҙмәт ветераны. Өфө ҡалаһының хәҙерге 3-сө гимназияһының элекке уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф отличнигы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Солтанғәлиев Мирсәйет Хәйҙәрғәли улы (1892—28.01.1940), революционер һәм сәйәси эшмәкәр. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хохряков Виктор Иванович (1913—20.09.1986), СССР-ҙың театр һәм кино актёры, нәфис һүҙ оҫтаһы. СССР-ҙың (1973) һәм РСФСР-ҙың (1965) халыҡ артисы, ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1949, 1951). Октябрь Революцияһы (1974), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1983) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1945, 1950) кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хәмәтдинов Зөфәр Зиятдин улы (1948), музыкант-волторнасы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мелихов Василий Михайлович (13.07.1914—7.07.1990), хеҙмәт алдынғыһы. 1952—1987 йылдарҙа Өфөләге «Востокнефтезаводмонтаж» тресының слесарь‑монтажсылар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ районы Богородское ауылынан.
- Килдебәкова Раушания Нәсғетдин ҡыҙы (13.07.1949), ғалим-кардиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Синәғәтуллин Илгиз Мирғәлим улы (13.07.1954), ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (1995), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Мазов Николай Юрьевич (13.07.1969—31.01.2014), спортсы, тренер, юғары мәктәп уҡытусыһы. Философия фәндәре докторы (2009). Грек‑рим көрәше буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003), СССР‑ҙың спорт мастеры (1991) һәм халыҡ‑ара категориялы судья (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2008), Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличнигы (1997). Сығышы менән хәҙерге Кострома өлкәһенең Нея ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1665: Кенәз Дмитрий Голицын, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре.
- 1865: Папюс, Францияның халыҡ табибы, бағыусы.
- 1910: Пётр Непорожний, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, 1962—1985 йылдарҙа илдең энергетика һәм электрификация министры, Ленин премияһы лауреаты.
- 1920: Аркадий Адамов, СССР яҙыусыһы, милиция хеҙмәткәрҙәре тураһындағы детективтар авторы.
- 1925: Борис Новиков, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ артисы (1994).
- 1930: Наоми Шомер, Израиль шағиры, композитор, Иерусалимдың рәсми булмаған гимны авторы.
- 1940: Патрик Стюарт, Британияның театр, кино һәм телевидение актёры.
- 1944: Эрнё Рубик, Венгрия уйлап табыусыһы, скульптор, архитектура профессоры.
- 1948: Эль Казовский, Венгрия рәссамы.
- 1950: Леонид Гозман, ғалим-психолог, СССР-ҙың юғары мәктәп уҡытыусыһы, Рәсәй сәйәсмәне. Психология фәндәре кандидаты (1983). «Союз правых сил» йәмәғәт хәрәкәте президенты.
- 1985: Гильермо Очоа, Мексика футболсыһы, ил йыйылма командаһы ҡапҡасыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]