Эрнё Рубик

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эрнё Рубик
мадьярса  Rubik Ernő
Эрнё Рубик
Эрнё Рубик
Исеме

Э́рнё Ру́бик

Тыуған көнө

13 июль 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (79 йәш)

Тыуған урыны

Будапешт, Венгрия

Гражданлығы

Венгрия Венгрия

Эшмәкәрлеге

Архитектор, Рубик шаҡмағын уйлап табыусы

 Эрнё Рубик Викимилектә

Э́рнё Ру́бик (Эрно Рубик ; {{Hungarianname|мадьярса  Rubik Ernő, 13 июль 1944 йыл) — венгр уйлап табыусыһы, скульптор һәм архитектура профессоры. Күләмле башватҡыстары һәм уйынсыҡтары менән бөтә донъяға билдәле, Рубик шаҡмағы ла (1974) шулар иҫәбенә инә.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рубик шаҡмағы

Будапештта Икенсе бөтә донъя һуғышы барғанда тыуа. Атаһы — Эстергомдағы заводта авиаинженер, әсәһе шағир була. 1967 йылда Будапешт технология һәм иҡтисад университетының инженерлыҡ факультетын төҙөүсе инженер специальносы буйынса тамамлай, уҡыуын аспирантурала скульпторлыҡ һәм интерьер дизайнеры йүнәлешендә дауам итә. 1971—1975 йылдарҙа архитектор була, шунан ҡабат академияға ҡайта һәм доцент званиеһы ала.

1980-се йылдар башында уйындар һәм башватҡыстар журналының мөхәррире булып китә. 1983 йылда үҙенең мебель дизайны һәм башватҡыстар эшләү буйынса (мадьярса  Rubik Stúdió) студияһын аса. 1987 йылда профессор дәрәжәһе ала, 1990 йылда Янош Гинстлер менән бергә венгр техник академияһын (мадьярса  Magyar Mérnöki Akadémia) нигеҙләй һәм 1996 йылға тиклем уның президенты була[1]. Академияла айырыуса һәләтле йәш уйлап табыусыларға ярҙам итеү өсөн халыҡ-ара Рубик фонды ойошторола.

Әлеге ваҡытта Эрнё Рубик видеоуйындар эшләүҙә ҡатнаша, архитектура буйынса мәҡәләләр яҙа һәм Рубик студияһына етәкселек итә. Венгрия Халыҡ Республикаһының Дәүләт премияһы (1983), Дэннис Габор исемендәге (1995) һәм Кошут (2007) премиялары менән билдәләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]