2 сентябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
2 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 245-се (кәбисә йылында 246-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 120 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2019 йыл |
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Беларусь — Белорус яҙмаһы көнө.
Вьетнам — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Днестр буйы республикаһы — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1794 — Одесса ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1913 — Киев Беренсе Бөтә Рәсәй спорт олипиадаһы башлана.
- 1941 — Мәскәүҙә Чайковский исемендәге концерт залы асыла.
- 1945 — Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланған көн.
- 1945 — Вьетнам Демократик Республикаһы төҙөлөү тураһында иғлан ителә.
- 1962 — Новосибирск ҡалаһында халыҡ һаны 1 миллионға етә.
- 1969 — Интернеттың «тыуған көндәренең» береһе: Калифорния университеты лабораторияһында ике компьютер араһында уңышлы мәғлүмәт алмашыу башҡарыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шамил Хәмәҙинуров, (2.09.1950—14.11.2014), башҡорт йырсыһы, 1978—2014 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Филатова Любовь Андреевна (2.09.1927—30.06.2016), педагог, 1962—1983 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 39-сы урта мәктәбе уҡытыусыһы, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1975), Ленин ордены кавалеры (1978). Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһенең Васильев ауылынан.
- Шәмсетдинов Мөхәмәт Мөхәррәм улы (2.09.1927—29.10.1971), бейеүсе. 1956—1971 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының балет артисы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955). Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Бухарест, 1953).
- Иҙрисов Шәһивилдан Вилдан улы (2.09.1937), партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, хеҙмәт ветераны, шағир. Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). Бер нисә шиғри йыйынтыҡ авторы. Сығышы менән Ейәнсура районының Ҡарабәрҙе ауылынан.
- Чадченко Андрей Васильевич (2.09.1947), тау инженеры-геолог, геология-минералогия фәндәре кандидаты (1989). Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 1996—2007 йылдарҙағы баш геологы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984). Урал тау премияһы лауреаты (2004). Сығышы менән хәҙерге Ингуш Республикаһы Назран районының Нартов ауылынан.
- Ғимаев Ирек Фәрит улы (2.09.1957), совет спортсыһы, хоккей тренеры. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1979), шайбалы хоккей буйынса: СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры 1982); донъя (1979, 1982, 1983), Европа (1979, 1982, 1983) һәм Советтар Союзы (1980—1987) чемпионы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982).
- Ҡадиров Рафаэль Рәшит улы (2.09.1957). рәссам. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2009).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дауытов Искәндәр Садиҡ улы (2.09.1923—26.09.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, ҡыҙылармеец, Башҡорт атлы дивизияһы пулеметсыһы. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- Фазлыев Шакир Фазлый улы (02.09.1923 — 16.05.1992), дәүләт һәм партия эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945), ике «Почёт Билдәһе» ордены (1967, 1971), миҙалдар менән бүләкләнгән. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Абдулла ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Грибков Михаил Петрович (20.08(2.09).1909—14.01.1964), совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1960—1963 йылдарҙа Латвия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының икенсе секретары, КПСС-тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы (1961—1964). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Дыуан ауылынан.
- Хизбуллин Ғифат Әдиәт улы (02.09.1929—15.11.1993), уҡытыусы. 1964—1986 йылдарҙа Мәсетле районының Оло Ҡыҙылбай мәктәбе директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Әйүпов Риф Сәлих улы (2.09.1939—28.01.2015), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995), профессор (1995), Рәсәй Федерацияһы Хәрби фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы. Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
- Авершина (Бигеева) Людмила Васильевна (2.09.1954), цирк артисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Янбарисов Валерий Марс улы (2.09.1954), ғалим-физик‑химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2015 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институтының кафедра мөдире. Химия фәндәре докторы (2003), профессор (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1906 — Александр Казанцев, рус совет фантаст-яҙыусыһы, фәнни фантастикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1908 — Валентин Глушко, совет ракета-космик техникаһы, шул иҫәптән «Энергия-Буран» комплексы конструкторы, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың Ленин һәм Дәүләт премиялары лауреаты.
- 1926 — Евгений Леонов, совет һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1978) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1976).
- 1930 — Андрей Петров, совет һәм Рәсәй композиторы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
- 1935 — Валентин Гафт, совет һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984).
- 1944 — Александр Филиппе́нко, совет һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (2000).
- 1945 — Ирина Пече́рникова, совет һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1988).
- 1953 — Елена Про́клова, совет һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1984).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1902 — Ҡәйүм Насыри, татар мәғрифәтсеһе, ғалим һәм яҙыусы.
- 1968 — Баязит Бикбай, башҡорт шағиры, прозаик, драматург, БАССРҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1969).
- 1969 — Хо Ши Мин, 1951—1969 йылдарҙа Вьетнам президенты, философ-марксист, шағир.
- 1970 — Василий Сухомлинский, күренекле совет педагог-новаторы, яҙыусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968).
- 1999 — Әнғәм Атнабаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры (1997), драматург, РСФСР-ҙың 1988) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]