6 февраль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
6 февраль | |
![]() |
6 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 37-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 328 көн ҡала (кәбисә йылында 329).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тажикстан: Милиция көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1643 йыл: Абел Тасман Фиджи архипелагын аса.
- 1663 йыл: Англияла алтын гинея һуға башлайҙар.
- 1689 йыл: 16 йәшлек Пётр I һәм 19 йәшлек Евдокия Лопухинаның туйы була.
- 1788: Массачусетс АҠШ Конституцияһын раҫлай һәм илдең алтынсы штаты була.
- 1806 — Наполеон һуғыштары: Сан-Доминго янында британ һәм француз эскадралары араһында алыш. Елкән быуатының һуңғы классик һуғышы.
- 1807 — Гоф янында һуғыш (француз һәм рус ғәскәрҙәре араһында).
- 1840 — Инглиздәр маори юлбашсылары менән Вайтанги килешеүен төҙөй, уға ярашлы, Яңы Зеландия Бөйөк Британияның колонияһына әйләнә.
- 1880 — Австрия астрономы Иоганн Пализа астероидтар теҙмәһендә Медея астероидын аса.
- 1886 — Германия химигы Клеменс Винклер германий элементын аса.
- 1888 — Йиллис Бильдт Швецияның премьер-министры итеп раҫлана.
- 1891 — Антонио Старабба Италия министрҙар советы рәйесе итеп һайлана.
- 1899 — АҠШ сенаты 1898 йылғы Испания-Америка һуғышын тамамлаусы Париж килешеүен раҫлай.
- 1900 — Рәсәй империяһы ғалимы Александр Попов донъяла тәүге тапҡыр радио аша диңгеҙҙә һәләкәт тураһында сигнал тапшыра («Ермак» боҙватҡысы командирына радиограмма).
- 1918 — Британия парламенты 30 йәше тулған, ғаилә башлығы булған, йәиһә ғаилә башлығы менән никахта торған, йәки университет тамамлаған ҡатын-ҡыҙҙарға һайлауҙарға юл асҡан закон ҡабул итә.
- 1922 — АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Италия һәм Япония диңгеҙ ҡоралдарын сикләү тураһында Вашингтон диңгеҙ килешеүе төҙөй.
- 1922 — Кардинал Ахилл Ратти Рим папаһы итеп һайлана, Пий XI исемен ала.
- 1930 — Совет Армияһының Үҙәк академия театры асыла (әле — Рәсәй Армияһының Үҙәк академия театры).
- 1936 — Гармиш-Партенкирхенда IV Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1943 — Ҡурған өлкәһе ойошторола.
- 1945 — Лондонда I Бөтә донъя профсоюздар конференцияһы эш башлай. Бөтә донъя профсоюздар федерацияһы ойошторола.
- 1947 — Юзеф Циранкевич Польшаның премьер-министры итеп раҫлана.
- 1956 — Өфө приборҙар эшләү заводы сафҡа инә.
- 1968 — Греноблдә Х ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1978 — Ранасингхе Премадаса Шри-Ланканың премьер-министры була.
- 1987 — «Союз ТМ-2» космос карабы осорола.
- 1991 — Башҡортостан Фәндәр академияһы ойошторола.
- 1992 — Башҡортостан ижади союздары ассоциацияһы төҙөлә.
- 1994 — Финляндияла президент һайлауҙары. Мартти Ахтисаари еңеү яулай.
- 1996 — Эфиопия флагы ҡабул ителә.
- 2000 — Тарья Халонен Финляндияның тәүге ҡатын-ҡыҙ президенты була.
- 2001 — Ариэль Шарон Израилдең премьер-министр һайлауҙарында еңеп сыға.
- 2006 — Стивен Харпер Канада премьер-министры итеп тәғәйенләнә.
- 2010 — Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Президенты кубогына көрәш буйынса 1-се асыҡ республика турниры башлана.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлимова Венера Үзбәк ҡыҙы (1950), ғалим-офтальмолог.1973 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре; 1987 йылдан Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге хеҙмәткәре, 1990 йылдан — директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1998 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының Дипломдан һуң белем биреү институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған табибы, Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1979). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Ҡолған-Даръя ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ужегова Нина Семеновна (1947), шәфҡәт туташы. БАССР-ҙың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре (1981).
- Әйүпов Фәһим Иҙрис улы (1947), БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре ().
- Лыков Сергей Владимирович (1967), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәров Биктимер Ғәлиулла улы (1903—1989), дәүләт эшмәкәре, 1947—1950 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, БАССР Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Кирәев Олег Хөсәйен улы (1963), музыкант-саксофонсы, уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вилданов Ғәбделәхәт Фазлый улы (1879—9.02.1954), башҡорт тел белгесе, фольклорсы һәм этнограф. 1927—1931 йылдарҙа Башҡортостан үҙәк төбәк музейы мөдире. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Карамова Лена Мирза ҡыҙы (1939), ғалим-табип-профпатолог, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1979—1997 йылдарҙа Өфө Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991), медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1992), Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), Рәсәйҙең (2006) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт санитария эпидемиалогия хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре (1995). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2014) ордендары кавалеры.
- Тришин Виктор Алексеевич (1949), педагог, композитор. Дүртөйлө балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Әхәт Мортазин (1959—13.03.2018), журналист, 1986—2018 йылдарҙа Башҡортостан радиоһы һәм телевидение дикторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
- Сәйфуллина Эльвира Иҙрис ҡыҙы (1959), ғалим-невролог, рентгенолог. Медицина фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1855: Фёдор Куманин, Рәсәй империяһының театр тәнҡитсеһе, нәшерсе, драматург-тәржемәсе.
- 1895: Пол Брэгг, АҠШ диетологы, сәләмәт тормош хәрәкәтен башлаусы.
- 1905: Владислав Гомулка, Польшаның сәйәси эшмәкәре.
- 1911: Рональд Рейган, Америка Ҡушма Штаттарының 40-сы президенты.
- 1960: Игорь Матвиенко, СССР һәм Рәсәй музыканты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2020).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]