8 декабрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
8 декабрь | |
![]() |
8 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 342-се көнө (кәбисә йылында 343-сө). Йыл тамамланыуға 23 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Рәссамдар көнө.
Болгария: Студенттар көнө.
Македония: Студенттар көнө.
Румыния: Конституция көнө.
Үзбәкстан: Конституция көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1861: Румыния дәүләтенә нигеҙ һалына.
- 1991: Беловежье килешеүе нигеҙендә БДБ ойошторола.
- 1992: Рәсәй Федераль ҡаҙналығы эш башлай.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нимвицкий Борис Николаевич (1885—25.05.1969), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1918 йылдан Өфө губерна Халыҡ Хужалығы Советы рәйесе урынбаҫары, губерна революцион комитеты рәйесе. 1920—1921 йылдарҙа РКП(б)-ның Өфө губерна комитеты секретары, бер үк ваҡытта 1920—1922 йылдарҙа Советтарҙың Өфө губерна башҡарма комитеты рәйесе, 1923 йылда РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Ленин ордены кавалеры.
- Бикбулатов Шәһит Хәйбулла улы (1925—16.09.2001), ғалим-иҡтисадсы, журналист, дәүләт, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1964—1970 йылдарҙа Ауыл хужалығы һәм әҙерләүҙәр хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1970 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты, 1980 йылдан — Магнитогорск дәүләт педагогия институты, 1993—1998 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1991), профессор (1995). 1-се (1985), 2-се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Мәҡсүт ауылынан. Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовтың ағаһы.
- Иҫәнбикә Туған (1940), Төркиәнең ғалим-тарихсыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (2012), Төркиә фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2010). Философия докторы (1973), профессор (1995). Башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе һәм күренекле ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ҡыҙы.
- Гәрәева (Әҙиева) Наилә Сабит ҡыҙы (1950), педагогик хеҙмәт ветераны. 1974—2007 йылдарҙа Краснокама районы Яңы Нуғай мәктәбенең немец теле уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Сумара ауылынан.
- Дудка Ольга Михайловна (1960), Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актёры. Башҡортостан һәм Ҡырым Республикаларының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Богданов Иван Антонович (1926—23.09.2004), партия, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1972—1986 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1998).
- Ниғмәтуллин Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы (1946—26.06.2019), дин әһеле. 1992—2019 йылдарҙа Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2016) ордены һәм Рәсәй Мөфтөйҙәре советының 2‑се дәрәжә «Әл‑Фәхр» (2006), «Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2017) ордендары кавалеры (2007).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхсән Баян (тулы исеме Әхсән Фәтхелбаян улы Баянов, 1927—7.05.2013), шағир, прозаик һәм драматург, Татарстан Республикаһының халыҡ шағиры (2004) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1999), Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Ашман ауылынан.
- Сурина Сәрүәр Рәшит ҡыҙы (1957), журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004), Мифтахетдин Аҡмулла, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге әҙәби премиялар һәм Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы лауреаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мифтахова Әминә Садиҡ ҡыҙы (1923—25.11.2005), табип-ғалим, балалар неврологы. 1953—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1972—1983 йылдарҙа кафедра мөдире. Медицина фәндәре докторы (1973), профессор (1974). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Абдулла ауылынан.
- Зыятдинова Наталья Ғәлим ҡыҙы (1958), хеҙмәт ветераны, 1974—2013 йылдарҙа Тәтешле районының «Танып» хужалығы һауынсыһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сөләймәнова Тәнзилә Абдулғәни ҡыҙы (1939), хеҙмәт ветераны. 1974—2003 йылдарҙа Өфө уҡыу-уҡытыу производство комбинаты директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1997), совет сауҙаһы отличнигы (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Борғатъя ауылынан.
- Әхмәҙиев Марсил Шакир улы (1949), нефть сығарыу һәм төҙөлөш тармағы ветераны. 2000—2011 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең «Нефтестроймонтаж» йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2004), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Асауҙыбаш ауылынан.
- Рафиҡов Мансур Миңлебай улы (1964), хәрби хеҙмәткәр, 2012 йылдан запаста, гвардия полковнигы. 1994 йылдың декабре — 1995 йылдың февралендә Чечен Республикаһы территорияһында конституцион ҡоролошто тергеҙеү буйынса һәм 1999 йылдың сентябре — 2000 йылдың июнендә Төньяҡ Кавказ төбәгендә террорға ҡаршы операцияларҙа ҡатнашыусы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- б. э. т. 65: Гораций, Боронғо Рим шағиры.
- 1542: Мария Стюарт, Шотландия короле.
- 1865: Ян Сибелиус, Финляндия композиторы, скрипкасы һәм дирижёр.
- 1943: Джим Моррисон, АҠШ йырсыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1864: Джордж Буль, Англия математигы.
- 1978: Голда Меир, Израиль премьер-министры.
- 1980: Джон Леннон, Британия йырсыһы, «The Beatles» төркөмө ағзаһы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]