3 август
Перейти к навигации
Перейти к поиску
3 август — григориан стиле буйынса йылдың 215-се (кәбисә йылында 216-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 150 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2019 йыл |
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Нигер — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1778 — Италияның Милан ҡалаһында «Ла Скала» опера театры бинаһы асыла. Архитекторы — Джузеппе Пьермарини (Giuseppe Piermarini).
- 1795 — Париж консерваторияһына нигеҙ һалына.
- 1927 — Берлин менән Буэнос-Айрес араһында тәүге тапҡыр телефон элемтәһе булдырыла.
- 1929 — Дондағы Ростов ҡалаһында СССР-ҙа тәүге автоматик телефон станцияһы (АТС) эшләй башлай. Швецияның «Эрикссон» фирмаһы булышлығында төҙөлгән был АТС 6 мең номерлы була.
- 1994 — Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында» Килешеүенә ҡул ҡуйыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йәнбәков Арыҫлан Әсғәт улы (3.08.1980—21.09.2011), театр актёры, йырсы, режиссер, телетапшырыуҙар алып барыусы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лим Игорь Николаевич (3.08.1952), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2002), Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2013).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәмиҙуллин Ғәли Заһит улы (3.08.1903—14.08.1977), агроном, иҡтисадсы, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1961). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948), ике Почёт Билдәһе (1944, 1957) ордендары кавалеры.
- Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйрүша улы (3.08.1918—7.11.2017), режиссёр. 1951 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973).
- Епифанов Владимир Николаевич (3.08.1958), театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фәйзуллин Рәфғәт Шакирйән улы (3.08.1904—5.09.1983), башҡорт театр актёры, режиссёр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1964). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955) кавалеры.
- Тәнзилә Дәүләтбирҙина (3.08.1964), башҡорт шағиры, драматург һәм журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1924 — Анатолий Алексин (үҙ фамилияһы Гоберман), рус совет яҙыусыһы.
- 1935 — Мария Биешу, совет опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы, Ленин һәм Дәүләт премиялары лауреаты.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1968 — Константин Константинович Рокоссовский, Советтар Союзы Маршалы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 2008 — Александр Исаевич Солженицын, яҙыусы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]