Ишембайнефть
Ишембайнефть | |
Тармаҡ | нефть сығарыу[d] |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1932 |
Дәүләт | Рәсәй |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы |
Рәсәй Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Рәсми сайт | bashneft.ru/production/ |
Ишембайнефть Викимилектә |
«Башнефть-Добыча» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең «Ишембайнефть» нефть-газ табыу идаралығы («Ишембайнефть» НГДУ-һы) — 1932 йылда ойошторолған, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте структураһына инеүсе беренсе нефть сығарыу предприятиеһы.
Адресы: Рәсәй, 453210, Башҡортостан Республикаһы, Ишембай ҡалаһы, Геология урамы, 26.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1932 йылдың 16 майында Ишембай ауылы эргәһендә Ишембай ятҡылығындағы 702-се скважинанан ҡеүәтле нефть фонтаны атыла. Тап ошо көн Башҡортостан Республикаһында нефтте сәнәғәт эшкәртеүе башы тип һанала[1].
«Ишембайнефть» нефть-газ сығарыу идаралығының хәҙерге формаһына башланғысты 1932 йылдың 4 ғинуарында СССР ауыл хужалығы юғары советының 23-сө ҡарарына ярашлы ойошторолған С. М. Киров исемендәге «Востокнефть» тресы һала.
1935 йылдың 7 сентябрендә «Наркомтяжпром» бойороғона ярашлы, Өфөлә урынлашҡан «Востокнефть» тресы ике айырым тресҡа: «Востокнефть» (Куйбышев) һәм «Башнефть» (Стәрлетамаҡ) бүленә. 1936 йылда «Башнефть» тресы Ишембайға күсерелә.
1940 йылдың 29 апреленән 8 майға тиклем, СССР Халыҡ комиссарҙары советы ҡарарына ярашлы, «Башнефть» тресы Өфөгә күсерелә, Ишембайҙа «Ишембайнефть» тресы ойошторола.
1960 йылдар башында бында ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-сәнәғәт эштәре цехы булдырыла. Был бүлексә хеҙмәткәрҙәре һуңынан күренекле ғалимдар булып китә[2]:
- фән докторҙары Т. И. Мангушева һәм Я. А. Мостаев;
- техник фәндәр кандидаттары Г. Х. Ғәббәсов, Р . Г. Гольцман, Б. П. Горбиков, В. А. Илюков, Ф. А. Сәйфиев, Х. Ш. Сабиров, И. В. Пастухов, И . М. Бикбаев, Р. Р. Ғумәров.
1970 йылдың 20 июлендә «Ишембайнефть» нефть кәсепселеге идаралығы «Ишембайнефть» нефть-газ сығарыу идаралығына үҙгәртелә.
1986 йылда «Ишембайнефть» НГДУ-һы «Союзнефтеотдача» берекмәһенең «Ишембайнефть» нефть-газ сығарыу тәжрибә идаралығына үҙгәртелә.
1993 йылда «Ишембайнефть» ОНГДУ-һы «Ишембайнефть» акционерҙар йәмғиәте составында «Ишембайнефть» НГДУ-һының дочернее предприятиеһы итеп үҙгәртелә.
1995 йылдың 17 июлендә «Ишембайнефть» ДП НГДУ «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте составында «Ишембайнефть» НГДУ-һы итеп үҙгәртелә.
2001 йылда «Ишембайнефть» НГДУ-һы «Ишембайнефть» нефть-газ сығарыу идаралығы" яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенә әйләндерелә.
2005 йылда «АНК „Башнефть“ асыҡ акционерҙар йәмғиәте составында өс филиал: „Башнефть-Ишембай“, „Башнефть-Өфө“ һәм „Башнефть-Яңауыл“ ойошторола.
2009 йылда „Башнефть“ АНК» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы — «Башнефть-Ишембай» «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Башнефть-Добыча» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең «Ишембайнефть» нефть-газ сығарыу идаралығы итеп үҙгәртелә.
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ишембайнефть» НГДУ-һы 71 нефть һәм газ ятҡылығын эшкәртә. Әлеге ваҡытта нефть сығарыу (суммар дебит менән яҡынса йылына 2 миллион тонна) һәм эйәрсән газ сығарыу (яҡынса йылына 160 миллион кубометр) предприятиеның ете нефть һәм газ сығарыу цехында алып барыла, ул Башҡортостан республикаһының көньяҡ-көнбайышындағы 18 районды һәм Ырымбур өлкәһенең 5 районын үҙ эсенә ала.
2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата нефть скважиналарының эксплуатация фонды 2883 берәмек тәшкил итә. 2009 йылда 1838,7 мең тонна, шул иҫәптән геологик-техник саралар иҫәбенә 201,9 мең тонна нефть сығарыла. Ярлыланған риф ятҡылыҡтарында уларға углеводород газын тултырып ҡатлам баҫымын байыҡтарыу нефть алыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы булып тора һәм ул бары тик «Ишембайнефть» НГДУ-һында ғына ҡулланыла.
"Ҡара алтын"ды ҡулланыусыға заманса нефть ҡыуыу ҡулайламалары аша тапшырыла. Нефть эшкәртеү һөҙөмтәһендә алынған асыҡ һәм ҡара нефть продукттары «Башнефть» АНК-һының фирма заправка станциялары аша һатыла.
2009 йылда «Башнефть» АНК-һы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте йәштәренең ХХ фәнни-техник конференцияһында ишембайҙар дүрт беренсе, өс — икенсе, ике — өсөнсө урын һәм өс хуплау призы яулай.
«Ишембайнефть» менән бәйле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юрий Иванович Шаевский, СССР Миннефтепромының баш техник-иҡтисади идаралығы — Главюгнефтедобыча етәксеһе урынбаҫары, (1966—1975).
- Семен Акимович Чуманов, «Осинскнефть» НГДУ-һы начальнигы (1969—1978); ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу һәм скважиналарҙы капиталь ремонтлау буйынса идаралыҡ начальнигы (1978—1983); «Пермнефть» берекмәһенең генераль директоры урынбаҫары (1983—1985).
- Вениамин Николаевич Травниций, «Аксаковнефть» НГДУ-һы башлығы (1964—1979)
- Харлампий Павлович Сыров, Нефть сәнәғәте Халыҡ комиссариатының өлкән геологы (1941—1942).
- Елеферий Исаакович Суханкин, өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952)
- Хәким Хәсән улы Ғүмәрский — совет, Рәсәй нефтсеһе, ғалим, эшҡыуар, төбәк сәйәсмәне.
- Коваленко Константин Иосифович — 1946—1952 йылдарҙа «Ишембайнефть» тресы идарасыһы.
- Ғүмәров Рәсүл Абдрахман улы - 1958-1997 йылдарҙа «Ишембайнефть» НГДУ идаралығында инженер, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары, СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игнатьев, В. Л. «Ишембай: XX быуат».-Өфө: Информреклама, 2005.-С
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ История ОАО АНК «Башнефть» . Официальный сайт ОАО «Акционерная нефтяная компания „Башнефть“». Дата обращения: 8 ноябрь 2011. Архивировано 27 июль 2012 года. 2012 йыл 20 август архивланған.
- ↑ Давыдов В. П., Илюков В. А. 65 лет НГДУ «Ишимбайнефть» / Чернова О. И.. — Уфа: Слово, 1997. — С. 12. — 32 с. — 3000 экз. — ISBN 5-87308-095-X.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- НГДУ «Ишимбайнефть» ООО «Башнефть-Добыча» . Официальный портал города Ишимбая. Дата обращения: 8 ноябрь 2011. Архивировано 13 май 2012 года. 2012 йыл 13 май архивланған.
- Нефтегазодобывающие управления ООО «Башнефть-Добыча» . Официальный сайт ОАО «Акционерная нефтяная компания „Башнефть“». Дата обращения: 8 ноябрь 2011. Архивировано 7 февраль 2011 года. 2011 йыл 7 февраль архивланған.