Ишембай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡала
Ишембай
башҡ. Ишембай
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53°27′00″ с. ш. 56°02′00″ в. д.HGЯO

Милли состав

күп милләтле

Этнохороним

ишембайҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды34794
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 420 000 000

ОКТМО коды

80 631 101 001

Ишембай (Рәсәй)
Ишембай
Ишембай
Ишембай (Башҡортостан Республикаһы)
Ишембай
Ишембай (Ишембай районы)
Ишембай

Ишембай ҡалаһы — Башҡортостандың республика әһәмиәтендәге ҡалаһы. Өфөнән көньяҡ йүнәлештә 160 саҡрым алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан[1]. Ишембай районының административ үҙәге.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Халыҡ һаны
1939 21,8 мең
1959 46,6 мең
1970 54,2 мең
1989 69,9 мең
1998 70,2 мең
1999 70,1 мең
2000 69,9 мең
2001 69,4 мең
2002 69 мең
2003 70,1 мең
2004 69,7 мең
2005 69,3 мең
2006 68,9 мең
2008 68,1 мең

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) х х х х х
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 70175 32329 37846 46,1 % 53,9 %
2002 йыл 9 октябрь 70195 32528 37667 46,3 % 53,7 %
2010 йыл 14 октябрь 66259 30829 35430 46,5 % 53,5 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дим–Ишембай–Төйлөгән (Куйбышев тимер юлы, Башҡортостан Республикаһы территорияһы буйлап 312 км). Дөйөм йүнәлеше – көнбайыштан көнсығышҡа. Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе р ндары аша үтә. 1936 й. Дим–Ҡарлыман–Ишембай линияһы (173 км) төҙөлә, 1951 й. уға Аллағыуат–Күмертау–Төйлөгән линияһы (153 км) ҡушыла. Дим–Ҡарлыман участкаһы электрлаштырылған (1977).

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы, хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн, һәм Икенсе донъя һуғышы тамамланыуға 71 йыл тулыу уңайынан» Дәүләт-ара герой-ҡалалар союзы президиумы ҡарары менән 2016 йылда Ишембайға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы» тигән халыҡ-ара маҡтаулы исем бирелде[2].

Гәзит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Торатау» — Ишембай районы һәм ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите. 1932 йылдан нәшер ителә. Баҫманың рәсми сайты: http://gazeta-toratay.ru/.

Күренекле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихта эҙен ҡалдырған шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ишембай Аҡбирҙин (1771 − 1831) — Нуғай даруғаһы Юрматы волосы йөҙ башы, Ишембай ауылына (хәҙер Ишембай ҡалаһы) нигеҙ һала;

Советтар Союзы Геройы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, академик[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ғүмәров Рафиҡ Абдрахман улы () - дәүләт эшмәкәре, КПСС-тың Сибай ҡала комитетының беренсе секретары, "Ишембайнефть" НГДУ-һы начальнигы урынбаҫары, Ишембай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе (1992 й.), Ишембай ҡалаһының Смаҡай биҫтәһендә тыуған;
  • Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы () - табип-невролог, Ишембай ҡала үҙәк хәстәханаһының неврология бүлексәһе мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Ишембай ҡалаһының Смаҡай биҫтәһендә тыуған;
  • Ишембаева Хәжәр Сәғит ҡыҙы (1908—1991) — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1933 й.), Колхозсыларҙың I Бөтә Союз съезы делегаты, Өфө ҡалаһы Киров районының I саҡырылышы Советы депутаты (1936 й.), Өфө ҡалаһының II саҡырылышы Советы депутаты (1939 й.);
  • Йосопова Миңлехаят Мөхәмәтсәғит ҡыҙы (Хаят Сәғит ҡыҙы) (1950 йылда тыуған) - журналист, "Торатау" гәзитенең беренсе мөхәррире, ҡала Советы депутаты (1991-1995), ҡала Советы рәйесе урынбаҫары (1992-1995), "Юрматы" һәм "Юрматы ере" милли хәрәкәтен башлап йөрөүселәрҙең береһе (1989 йылдан алып), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанҡан матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999), Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай биҫтәһендә тыуған;
  • Моғаттаров Гәбделғәфүр Мөхәмәтсәғит улы (1947) - дәүләт эшмәкәре, ВЛКСМ-дың Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары (1969-1975), "Ишембайнефть" НГДУ-һының профсоюз комитеты рәйесе, республика предприятиеларының конкурс идарасыһы (1975-1980), Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай биҫтәһендә тыуған;
  • Хәйруллин Наил Валиян улы (1950 йылда тыуған) - табип-энә менән дауалаусы терапевт, Башҡорт ырыуҙары һәм "Юрматы ере" башҡорт хәрәкәтен башлаусыларҙың береһе, Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай биҫтәһендә тыуған;
  • Яҡупов Миңлеғәле Миңләхмәт улы (1932-2010) - яҙыусы, журналист, «Башҡортостан пионеры» гәзите мөхәррире (1959—1979), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы, Стәрлетамаҡ районының Ишембай ауылында (хәҙер Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай биҫтәһе) тыуған;

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башкортостан. Краткая энциклопедия — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — 672 б. — ISBN 5-88185-001-7.
  2. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 19 август (Тикшерелгән 20 август 2016)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]