Тәтешле районы
Тәтешле районы | |
Флаг[d] | |
![]() | ![]() |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 31 ғинуар 1935 |
---|---|
Дәүләт |
![]() ![]() |
Административ үҙәк | Үрге Тәтешле |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Халыҡ һаны | 22 918 кеше (2017)[1] |
Сиктәш | Асҡын районы, Балтас районы, Борай районы, Яңауыл районы һәм Пермь крайы |
Майҙан | 1376,16 км² |
Рәсми сайт | tatyshly.ru |
![]() | |
![]() |
Тәтешле районы (рус. Татышлинский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. 1935 йылда ойошторолған. Административ үҙәге — Үрге Тәтешле ауылы. Районда 23 250 кеше (2016) йәшәй.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан Республикаһының төньяғында урынлашҡан. Төньяҡта — Пермь крайының Көйәҙе районы, көнсығышта — Башҡортостан Республикаһының Асҡын, көньяҡ‑көнсығышта — Балтас, көньяҡта — Борай, көнбайышта Яңауыл райондары менән сиктәш. Өфөнән 209 км, ә яҡындағы тимер юл станцияһы Көйәҙенән (Пермь крайы) 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә урынлашҡан. Климаты континенталь, дымлылығы етерлек дәрәжәлә. Райондың көнсығыш ситенән Йоҡ ҡушылдығы менән Тере Танып йылғаһы, ә төньяҡ-көнбайышта — Әри йылғаһы аға. Аҡһыл һоро урман тупрағында күпселек киң япраҡлы һәм ҡараңғы ылыҫлы урмандар үҫә, улар 51,6 мең га (район территорияһының 37 %) ерҙе биләй. Минераль ресурстарҙан нефть (Тәтешле, Йөгәмеш, Тепляк, Көйәҙе), кирбес балсығы (Ураҙгилде), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Уяҙыбаш) ятҡылыҡтары билдәле.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Райондың күпселек тораҡ пункттары башҡорт аҫаба ерҙәрендә, башлыса Ирәкте, өшләтә Урман-Гәрәй һәм Ҡыр-Танып улустарында барлыҡҡа килгән[2].
Тәтешле районы 1935 йылдың 31 ғинуарында Башҡорт АССР‑ының Балтас һәм Яңауыл райондарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторола. 1963 йылдың 1 февралендә район бөтөрөлә, уның территорияһы Яңауыл районы составына керә. 1966 йылдың 30 декабрендә Тәтешле районы яңынан ойошторола[3].
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әнғәм Атнабаев — Башҡортостандың халыҡ шағиры.
- Ғәлләмшин Ренат Биктимер улы (28.02.1949), ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981—2009 йылдарҙа «Дэмен» хужалығы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Кузебай Герд исемендәге Бөтә удмурт милли премияһы лауреаты (2004), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2009). Саңғы спорты буйынса СССР спорт мастеры, еңел атлетика буйынса мастерлыҡҡа кандидат. Әрибаш ауылынан[4].
- Кейеков Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы — мәғрифәтсе-шағир, публицист.
- Ғәли Соҡорой — мәғрифәтсе-шағир.
- Тулвинский Әнәс Шәйхулла улы (10.02.1923—20.01.2011), «Салаватнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ремонт-механика заводының элекке баш инженеры, йәмәғәтсе, II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Октябрь революцияһы ордендары кавалеры. (Элекке Түбәнге Тәтешле ауылынан (хәҙер Үрге Тәтешле менән ҡушылған)[5].
- Фәтхетдинов Салауат Зәки улы — йырсы, йырсы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2005), Башҡортостандың (2019) һәм Татарстандың (1995) халыҡ артисы.
- Хәниә Фәрхи — йырсы. Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостандың һәм Татарстандың (2000) халыҡ артисы.
- Хунафина Динә Хәлим ҡыҙы (10.11.1938), табип-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау (2002) һәм Башҡортостандың мәғариф (2006) отличнигы. Үрге Ҡоҙаш ауылынан[6].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Район ауыл хужалығы йүнәлешле. ауыл хужалығы ерҙәренең Майҙаны 75,4 мең га (район территорияһының 54,7 %), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 60,9 мең га, сабынлыҡтар — 1,7, көтөүлектәр — 12,6 мең га Территорияһының 44,2 % һөрөлгән. Хужалыҡтарҙың төп йүнәлеше — мөгөҙлө эре мал үрсетеү, игенселек, сусҡасылыҡ һәм картуф үҫтереү. Үрге Тәтешлелә май яҙыу һәм кирбес заводтары, Түбәнге Тәтешлелә РТП бар. Районда урман хужалығының урман пункты, колхоз-ара ПМК эшләй. Нефть ятҡылыҡтарын «Краснохолмскнефть», Көйәҙе ятҡылығының Тәтешлеләге өлөшөн «Чернушканефть» (Пермь крайы) НГДУ-лары үҙләштерә.
Район территорияһынан Сурай—Иҫке Балтас—Көйәҙе автомобиль юлы үтә.
Районда 53 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 16 урта; 26 дөйөм китапхана, 51 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 2 ауыл участка дауаханалары эшләй. Татар телендә «Тәтешле хәбәрлере», урыҫ телендә «Татышлинский вестник», башҡорт телендә «Аҡ тирмә» һәм удмурт телендә «Ошмес» газеталары сығарыла.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
- ↑ Татышлинский | Генеалогия и архивы
- ↑ Голубченко И. В., Курас С. Ғ. Тәтешле районы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Сегодня исполняется 60 лет главному удмурту Башкортостана Ренату Галямшину. ИА «Башинформ», 28 февраля 2009 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2019)
- ↑ http://www.gpns.ru/sites/default/files/11.01.22.pdf Память. Анас Тулвинский. Газета «Салаватский нефтехимик», 22 января 2011, № 2 (4935) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2018)
- ↑ Башкирская энциклопедия — Хунафина Дина Халимовна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ноябрь 2018)
- ↑ 1939 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — С. 448.
- ↑ 1959 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 1970 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 1989 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Росстат.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — С. 62.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Голубченко И. В., Курас С. Ғ. Тәтешле районы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- История сел и деревень Татышлинского района
- На сайте Республики Башкортостан