Еремйә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Еремйә
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле районы

Координаталар

56°19′15″ с. ш. 55°35′05″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 810 004

ОКТМО коды

80 650 410 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Еремйә (Рәсәй)
Еремйә
Еремйә
Еремйә (Башҡортостан Республикаһы)
Еремйә

Еремйә (рус. Зиримзи) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 196 кеше[1]. Почта индексы — 452832, ОКАТО коды — 80250810004.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 196 90 106 45,9 54,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (92 %) йәшәй[2].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 28 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Аҡсәйет): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 12 км

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға 1811 йыл һәм 1815 йылдар араһында Бөрө өйәҙенең Ирәкте улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала.[3]

Бөрө өйәҙенең Ирәкте улусы ерҙәрен генераль ыҙанлауҙан һуң барлыҡҡа килгән яңы ауылдарҙан шул уҡ исемдәге йылғала Еремйә ауылы бар. 1811 һәм 1815 йылдар арауығында нигеҙ һалынған. Сөнки 1816 йылда ғына ревизия материалдарына эләгә. Ул саҡта Еремйә ауылында 8 йортта 29 ир-егет һәм 26 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Барыһы ла аҫаба башҡорттары. 18 йылдан һуң ирҙәр 8 кешегә, ҡатын-ҡыҙҙар 10-гә арта. 1850 йылда 12 йортта 96 аҫаба башҡорт йәшәгән. 1859 йылғы ревизия 19 йортта 115 башҡорт булыуын күрһәткән. 1870 йылда 20 йорт-хужылыҡта 111 кеше йәшәгән. Мишәрҙәр тип иҫәпкә алынған. 1920 йылғы иҫәп алыу ваҡытында 317 башҡорт (68 йорт) иҫәпкә алынған.

Еремйәндең хужалығы тураһында түбәндәге мәғлүмәттәр бар. 1842 йылда 73 кешегә 6,7 бот иген сәселгән (бөтәһе 168 бот ужым һәм 320 бот яҙғы иген). 15 йорттоң һәр береһенә 2,3-әр ат тура килгән, һыйырҙар - 2,6-шар, һарыҡ-2,7-шәр һәм кәзәләр - 2,1-шәр.[4]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тау урамы (рус. Нагорная улица)
  • Үҙәк}} урам (рус. Центральная улица)[5]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ривизия мәғлүмәттәре Башҡортостан архивында һаҡлана.

[6] [7] [8] [9] [10] [11]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  3. Еремйә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.312
  5. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 29 по Республике Башкортостан
  6. Материалы ревизских сказок по: Береговая д., Стерлитамакский уезд; год 1850, фонд И-138, опись 2, дело 653(недоступная ссылка)
  7. Материалы ревизских сказок по: Зирмезей д., Бирский уезд; год 1834, фонд И-138, опись 2, дело 547а(недоступная ссылка)
  8. Материалы ревизских сказок по: Зирмезей д., Бирский уезд; год 1834, фонд И-138, опись 2, дело 547а(недоступная ссылка)
  9. Материалы ревизских сказок по: Зирмизина д., Бирский уезд; год 1834, фонд И-138, опись 2, дело 521а(недоступная ссылка)
  10. Материалы ревизских сказок по: Зирмизина д., Бирский уезд, 13 к-н; год 1859, фонд i138, опись op2, дело 743(недоступная ссылка)
  11. Материалы ревизских сказок по: Зирмизина д., Бирский уезд, 13 к-н; год 1859, фонд i138, опись op2, дело 743(недоступная ссылка)