Эстәлеккә күсергә

Сорғолдо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сорғолдо
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле районы

Координаталар

56°08′22″ с. ш. 55°38′55″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 805 003

ОКТМО коды

80 650 405 106

ГКГН номеры

0660841

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сорғолдо (Рәсәй)
Сорғолдо
Сорғолдо
Сорғолдо (Башҡортостан Республикаһы)
Сорғолдо

Сорғолдо (рус. Чургулды) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 488 кеше[1]. Почта индексы — 452844, ОКАТО коды — 80250805003.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 488 230 258 47,1 52,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (96 %) йәшәй[2].

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 55 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Аҡбулат): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 65 км
  • К. Маркс урамы (рус. К. Маркса улица)
  • Киров урамы (рус. Кирова улица)
  • Ленин урамы (рус. Ленина улица)
  • Октябрь урамы (рус. Октябрьская улица)
  • Партсъезд урамы (рус. Партсъездная улица)
  • башҡ. Сәйетов урам (рус. Саитова улица)[3]

VIII ревизиянан һуң шулай уҡ исемле йылға буйында аҫаба башҡорттар ауылы Сорғолдо барлыҡҡа килә. 1834 йылда Аҡсәйет ауылынан Сурғолдо йылғаһы бассейнына 18 башҡорт күсеп килә һәм ауылға нигеҙ һала. Һуңынан 1841 йылда ошонда уҡ губерна властарының бойороғо буйынса Аҡсәйеттән тағы 8 ир-егет, Түбәнге Ҡоҙаштан 4 ир, Илмәт ауылынан 5 ир күсерелә. Ике йылдан һуң тағы ла Аҡсәйетовтан бында 8, Түбәнге Ҡоҙаштан 5, Илмәттән 3 ғаилә күсеп килә.

Һөҙөмтәлә 1850 йылға Сорғолдо ауылы 16 ихата, унда 49 ир-ат һәм 51 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Барыһы ла Ирәкте улусының аҫаба башҡорттары. Был ауыл башҡорт кантонының 18-се йорто составына ингән. 1870 йылда 28 йортта 158 башҡорт булған.[4]

Ревизия мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеоматериалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. YouTube сайтында Видео История одного села. Чургулды Татышлинский район РБ