Иҫке Ҡайпан
Ауыл | |
Иҫке Ҡайпан | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Иҫке Ҡайпан (рус. Старокайпаново) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 357 кеше[1]. Почта индексы — 452839, ОКАТО коды — 80250820003.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 357 | 180 | 177 | 50,4 | 49,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (95 %)[2].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 16 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Мәмәтәй): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 18 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]10-сы башҡорт кантонының 18-се тирмәһе составында хәҙерге Тәтешле районындағы Бүлеғарт-Ҡайпан, Яңы Ҡайпан һәм Кәлтәү ауылдары була. Будум йылғаһы буйында урынлашҡан Кайпан ауылы Ҡайпан түбәһе башҡорттарының төп ауылы булған. Ауылдың исеме - антропонимдан. Әммә архивта уның тураһында мәғлүмәт юҡ. Тапан ауылына Себер даруғаһы Ҡыр‑Танып улусы башҡорттары нигеҙ һалған, 1710 йылдан алып Ҡайпан исемле ауыл булараҡ билдәле. 1747 йылда керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра.[3] Ҡайпан тәүге тапҡыр 1703 йылғы сығанаҡтарҙа, ҡайпанлы Йәнсура Йәнгилдин Тәтешле ауылынан удмурт Йәнбәт Яныҡаевты уллыҡҡа алғанда, телгә алына (был яҙма Тәтешлелә удмурттарҙы урынлаштырыуға һәм башҡорт ерҙәрен үҙ ерҙәре итеп биләүгә нигеҙ була). Бер һүҙ менән әйткәндә, Ҡайпановтыңтарихы 17 быуат төпкөлөнән башлана, Яңы һәм Бүлеғарт-ҡайпан кеүек айырым яңы ауылдарға бүленеү ваҡыты билдәһеҙ.
1758 йылда Ҡайпан исемле ике ауыл бар: Иҫке һәм Яңы Ҡайпан. 1795 йылда өс ауылдың бөтәһе лә 5 ревизияла теркәлгән. Ул саҡта ауылдың төп ауыл Иҫке ҡҠайпан тип аталыуы билдәле. Иҫке Ҡайпанда 38 йортта 55 ир-ат һәм 50 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Бында Өфө провинция канцелярияһының 1747 йылдың 24 июнендәге указы нишгеҙендә типтәрҙәр ҙә килеп төпләнгән. Бөтәһе 1834 йылға 4 ир-егет һәм 2 ҡатын-ҡыҙ булған. Артабан был ауылдағы типтәрҙәр Яңы һәм Бүлеғарт Ҡайпан ауылына күсеү сәбәпле иҫәпкә алынмаған. 1834 йылда Иҫке Кәйпанда 30 йортта 10-сы кантон составында 113 башҡорт һәм 1-се кантонға буйһонған 164 башҡорт йәшәгән.[4]
1850 йылда 60 ихата, 346 кеше булған. 10 ревизия буйынса 8 йортта 430 кеше йәшәгән. Бөтәһе лә - аҫаба. 1870 йыл «мишәр» ауылы типкүрһәтә, ә унда бер мишәр ҙә юҡ. Бөтәһе 84 йортта 420 кеше иҫәпләнгән. 1920 йылда 765 башҡорт һәм уларҙың 154 йорто иҫәпкә алынған.
Ҡайпандарҙың хужалығы тураһында бер нисә һан. 1842 йылда башҡорттар (277 кеше) 960 бот ужым һәм 1176 бот яҙғы иген сәскән, был бер кешегә 7,7 бот тәшкил итә. Ревизия үткәреү йылында билдәләнгән ҡайпандар башлыса игенселек менән шөғөлләнә. Һәр йортҡа 3,8 йылҡы тура килгән, һыйырҙар - 4,6-шар, һарыҡ - 2,7-шәр, кәзәләр - 1,0-шәр.[4]
20 бюыуат башында уҡ мәсет иҫәпкә алынған.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пугачев хәрәкәте йылдарында атаман дәрәжәһендәге Әлетдин Биктуғанов 400 кешенән торған, ҡайһы ваҡыт 1000 кешегә лә еткән, баш күтәреүселәр отряды менән етәкселек иткән. Уның отряды башҡа бүгәсәүселәр менән бергә Танып йылғаһы бассейны һәм Бөрө янында хәрәкәт итә, унда язалаусылар менән һуғышта ҡатнаша. Һуңынан ул Ирәкте улусы старшинаһы Шәрип Кейеков тарафынан тотола һәм властарға тапшырыла.[4]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әһлетдин Биктуғанов — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан Ҡыр-Танып улусы башҡорт старшинаһы. Пугачёв полковнигы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Иҫке Ҡайпан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |