Эстәлеккә күсергә

Яңғыҙнарат (Тәтешле районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Яңғыҙнарат
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле районы

Координаталар

56°08′20″ с. ш. 55°44′38″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 865 001

ОКТМО коды

80 650 465 101

ГКГН номеры

0660850

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңғыҙнарат (Рәсәй)
Яңғыҙнарат
Яңғыҙнарат
Яңғыҙнарат (Тәтешле районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Яңғыҙнарат

Яңғыҙнарат (рус. Ялгыз-Нарат) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 462 кеше[1].

Почта индексы — 452845, ОКАТО коды — 80250865001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 462 233 229 50,4 49,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 34 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 59 км

Ауылға 18 быуат аҙағында Бөрө өйәҙе Ирәкте улусы Иҫке Соҡор ауылы башҡорттары ерҙәрендә нигеҙ һалынған.[2] Тибел йылғыһа буйында урынлашҡан ауылдың икенсе исеме Хәмит. Иҫке Соҡор ауылының бүлендеге. IV (1783 йыл) һәм V (1795 йыл) ревизиялар араһында үҙ аллы торамаға әйләнә. V ревизия был бүлендек ауыл итеп һанаған, унда 67 аҫаба башҡорт, йәғни Ирәкте аҫаба ерҙәре хужаларының 11 йорто булған. [3]

1816 йылда 18 йортта 47 ир кеше иҫәпкә алынған. Мәсет барлығы күрһәтелгән. VIII ревизия һөҙөмтәһендә 24 йортта 145 башҡорт күрһәтелгән. 1859 йылда 44 йортта 242 аҫаба иҫәпкә алына. 1870 йылғы мәғлүмәттәр буйынса бында 52 йорт һәм 275 кеше йәшәгән. Мәсет һәм уның эргәһендә мәктәп эшләгән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу 146 йортта 744 башҡортто күрһәткән.

Ривизия мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ауыл бер милләтле булған. Ауылдың икенсе исеменә килгәндә, ул, һис шикһеҙ, Соҡор ауылында йәшәүсе Хәмит Шәрип улы Кейеков менән бәйле. Ул 1775 йылдың 5 декабрендә Өфө сауҙагәре Подьячевтан 300 һумлыҡ тауарҙы бурысҡа алыуы менән билдәле.

Ауыл хужалығы тураһында 1842 йылғы мәғлүмәттәр буйынса 145 башҡортҡа 240 бот ужым һәм 264 бот яҙғы иген сәселгән. 2 тирмән булған. 22 йортҡа (145 кеше) 59 ат, 64 һыйыр, 78 һарыҡ, 72 кәзә тура килгән. Умартасылыҡ менән дә шөғөлләнгәндәр.[3]

Башҡорт энциклопедияһындағы 2002 йылғы мәғлүмәткә ярашлы, ауылда башҡорттар йә­шәй, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[2]

1783 йылғы зауряд-сотник Зөлҡәрнәй Сәлимкәевтың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ул 10-сы башҡорт полкы составында Пруссия биләмәһендә һуғышҡан. «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы алған. Уның улдарының исемдәре лә билдәле: Фазулла, Нәсибулла, Фәтҡулла, Ғәләүетдин. Ветеран 1842 йылда һуғышта ҡатнашыусыларҙы иҫәпкә алғанда иҫән булған.[3]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Алпаев Зөлҡәрнәй Сәлимкәй улы (1783 — ?) — зауряд-сотник. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашыусы.
  • Кәримов Ҡәүи Кәрим улы (1947 т.) — тарихсы. Тарих фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1990), Башҡортостан Республикаһының белем биреү отличнигы (1997), РФ-тың почётлы юғары профессональ белем биреү хеҙмәткәре (2006).