Яңы Шарҙаҡ
Уҡыу көйләүҙәре
Яңы Шарҙаҡ | |
Дәүләт | СССР |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Тәтешле районы |
Халыҡ һаны | 133 кеше |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1980 |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1856 |
Яңы Шарҙаҡ (рус. Новый Шардак) — Тәтешле районында бөткән ауыл.
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шарҙаҡ йылғаһы буйында Кәлтәү ауылы кешеләре Шишмә ауылына нигеҙ һала. Һуңынан ауылды ла йылға кеүек Иҫке Шарҙаҡшишмә тип атайҙар.[1] 1859 йылда Шарҙаҡшишмә ауылында 17 йортта 80 кеше йәшәгән. Ошо уҡ ауылда 1870 йылда 97 кеше йәшәгән. 1896 йылда Яңы Шарҙаҡ ауылы бүленеп сыға, ауыл Иҫке Шарҙаҡ тип атала.[2] 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу Иҫке Шарҙаҡ ауылында 54 йорта 310 башҡорт йәшәгәнен һәм 25 йортло Яңы Шарҙаҡта 133 башҡорт йәшәгәнен күрһәтә.
1896 йылда Яңы Шарҙаҡ бүлендек ауыл булараҡ барлыҡҡа килгән һәм 20 быуаттың 80-се йылдарында юҡҡа сыҡҡан. [2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.307
- ↑ 2,0 2,1 Яңы Шарҙаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |