Кәлтәү
Ауыл | |
Ҡәлтәү | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ҡәлтәү (рус. Кальтяево) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 573 кеше[1]. Почта индексы — 452834, ОКАТО коды — 80250835001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 573 | 276 | 297 | 48,2 | 51,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (86 %) йәшәй[2].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 31 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәлтәү ауылы шул исемдәге йылға буйында урынлашҡан. Ҡырғыҙ-Танып улусының Ҡайпан түбәһендә булған. 1795 йылда ауылда 22 ир-ат һәм 38 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Барыһы ла аҫаба булған. Улар күптән түгел килеп урынлашҡан. «Был ауылға башҡорттары төрлө ерҙәрҙән килгән» тигән документ һаҡланған. Әммә барыһы ла Ҡайпан түбәһенә ҡараған. Тимәк, был яңы ауылды төрлө ауылдан килгән ҡайпандар нигеҙләгән. 1811 йылда 62 ир-ат теркәлгән, 1816 йылда — 67 ир-ат, 1834 — 185, 1859 йылда — 236, 1870 — 287, 1920 йылда — барлығы 766 башҡорт йәшәгән. Был ауылдан Түбәнге Ҡәлтәү ауылы бүленеп сыҡҡан. Был ауыл Үрге Ҡәлтәү тип атала башлаған. 1925 йылда Түбәнге Ҡәлтәүҙә 18 хужалыҡ булған.[3]
2002 йылға торошло, ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Науруз” татар халыҡ ансамбле), китапхана, мәсет бар.[4]
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Закиров Ринат Закир улы (7.07.1947) — хужалыҡ һәм партия эшмәкәре, банкир. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, Халыҡтар Дуҫлығы[5][6], II дәрәжә Бөйөк Петр, Хаҡас Республикаһының «Хаҡасия алдындағы хеҙмәттәре өсөн» һәм «Изге эштәре өсөн» ордендары кавалеры[7].
- Нуғаев Азамат Ҡотләхмәт улы (1898—1938) — хужалыҡ һәм партия етәксеһе.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.318
- ↑ Кәлтәү // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. , 2017, 13 июля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2017)
- ↑ СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан 2021 йыл 21 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2017)
- ↑ Кто есть кто в РБ → Карточка персоны. Закиров Ринат Закирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2017)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кәлтәү // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 август 2022)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |