Эстәлеккә күсергә

Һәүәләй (Тәтешле районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Һәүәләй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле районы

Координаталар

56°06′13″ с. ш. 55°36′16″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 805 002

ОКТМО коды

80 650 405 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Һәүәләй (Рәсәй)
Һәүәләй
Һәүәләй
Һәүәләй (Тәтешле районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Һәүәләй

Һәүәләй (рус. Савалеево) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 100 кеше[1]. Почта индексы — 452844, ОКАТО коды — 80250805002.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 100 56 44 56,0 44,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (99 %) йәшәй[2].

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 52 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Аҡбулат): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 62 км

Һәүәләй ауылы беренсе тапҡыр 1718 йылғы һәм 1729 йылғы сығанаҡтарҙа телгә алына. Уның исеме антропонимдан алынған. Һәүәләй исеме боронғо замандарҙа һирәк түгел. Әммә тәүге төпләнеүсе Һәүәләй яҙылған сығанаҡтар буйынса билдәһеҙ. Әммә билдәле ауылдарҙың барыһы ла тиерлек билдәле община ағзаларының, дин әһелдәренең һәм башҡа абруйлы кешеләрҙең исемен йөрөтә. Һис шикһеҙ, Һәүәләй шундай кеше булған. Уның улы ла билдәле булған. 1747 йылда Ҡазан даруғаһы Ирәкте улусы башҡорттарынан Рямғол Һәүәлиев титуллы кәңәшсе Д. Л. Реутовҡа Минзәлә өйәҙендә урынлашҡан Ыҡ йылғаһы буйындағы аҫаба ерҙәренең бер өлөшөн һата. Адресы: Баҡрай күле, Шүрән, Әнәбәкйылға йылғаһы, Тәүбурун тауы. Үрҙә әйтелеүенсә, Уҫы һәм Үҙән даруғалары ирәктеләре Ыҡ йылғаһының һул ярында уртаҡ аҫабалыҡҡа эйә булған. Рәмғол Һәүәлиев Һәүәләй ауылына тәүге төпләнеүсе булған.[3]

1795 йылда 9 йортта 47 кеше йәшәгән, 1865 йылда 82 йортта — 455 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 йылда мәсет, мөгәзәй теркәлгән.Һәүәләй (Тәтешле районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.