Минзәлә өйәҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Минзәлә өйәҙе
Өйәҙ үҙәге гербы Губерна гербы
Герб уездного центра
Герб губернии
Губерна Өфө губернаһы
Үҙәге Минзәлә
Барлыҡҡа килгән 1782
Бөтөрөлгән 1920
Майҙаны 13 248 км²
Халҡы 379 981[1] кеш. (1897)
Ufimskaya gubernia Menzelinsky uezd.png

Минзәлә өйәҙе1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола.

Административ уҙәге — Минзәлә ҡалаһы.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйәҙгә Өфө провинцияһының төньяҡ‑көнсығыш, Ҡазан провинцияһының шулай уҡ исемендәге губернаһының көнсығыш өлөштәре инә. 1796 йылдаң алып Ырымбур губернаһы, 1865 йылдаң — Өфө губернаһы составында. Административ уҙәге — Минзәлә ҡалаһы. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, Минзәлә өйәҙе территорияһында 11‑се башҡорт кантоны һәм 2‑се мишәр кантоныныңбер өлөшө ойошторола. 1870 йылдаң өйәҙ 5 станға бүленә. 1873 йылда 35 (Аҡташ, Александровка, Александровка‑Ҡарамалы, Әлмәт‑Мулла, Әмәкәй, Афанас, Әхмәт, Байсар, Балтай, Бишенде‑Останково, Бәтке, Богодаровка, Ырысби, Зәй, Ирәкте, Ҡаҙансы, Ҡарамалы, Күҙкәй, Макарьевка, Матвеевка, Мысовочелнинск, Яңы Никольское, Яңы Спас, Нөркәй, Останково, Пусы, Семиостров, Иҫке Кәшер, Иҫке Мәзин, Иҫке Мәлкән, Сухарево, Тәкмәк, Троицк‑Йосоп, Шәрип, Шығай), 1906 йылда — 30, 1919 йылда — 31 улус була. 1896 йылда өйәҙҙә 1363 торама пункт була. Өйәҙ 1920 йылда бөтөрөлә, уның территорияһында ТАССР‑ҙың Минзәлә кантоны ойошторола.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVIII быуат аҙағында көнбайышта һәм төньяҡта — Вятка наместниклығы, төньяҡ‑көнсығышта һәм көнсығышта — Бөрө өйәҙе, көньяҡ‑көнсығышта — Бәләбәй өйәҙе, көньяҡта Бөгөлмә өйәҙе менән сиктәш була. Майҙаны — 13 248 км² (1897).

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1795 йылда — 98860 кеше (шул иҫәптән башҡорттар —17840), 1897 йылда — 379981 (башҡорттар — 123052, белорустар — 1585, мариҙар — 2739, мордвалар — 4608, урыҫтар — 123736, татарҙар — 107025, типтәрҙәр — 14875 һәм башҡа). XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 371810 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 5794, дворяндар — 917 һәм башҡа; мосолмандар — 214425, православие динендәгеләр — 162173 (шул иҫәптән 742 старообрядсы) һәм башҡа.

Милләт Халыҡ, кеш. %
Башҡорттар 123 052 32,38
Урыҫтар 123 736 32,56
Татарҙар 107 025 28,17
Типтәрҙәр 14 875 3,91
Мордвалар 4608 1,21
Мариҙар 2739 0,72
Белорустар 1585 0,42
Бөтәһе 379 981 100,00

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡтың төп өлөшө игенселек менән шөғөлләнгән. 1904 йылда һөрөнтө ер майҙаны (мең дисәтинә) 302 самаһы тәшкил итә, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге — 148,5, һоло — 65,9, борай — 34, ҡарабойҙай — 16,2, борсаҡ — 13,4, тары — 11,9, бойҙай — 4,9, картуф — 3; һыйыр малы һаны — 21252 баш, йылҡы — 20464, һарыҡ — 49728, кәзә — 1801, сусҡа — 5690. XX быуат башында 2 шарап ҡыуыу заводы, һыра ҡайнатыу заводды эшләгән. Минзәләлә, Афанас, Бережные Челны, Круглое Поле, Макарьевка (Илбаҡты), Яр Саллы, Мәлем, Яңы Никольское, Яңы Спас (Бишенде‑Останково), Орловка, Тәкмәк, Әмәкәй аа. йәрминкәләр үткәрелгән. 247 мәсет, 29 сиркәү, 13 часовня (1870) иҫәпләнгән. XIX быуат аҙағында 110 уҡыу йорто булған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Уфимская губерния. Тетр. 1, 2. СПб., 1901—1904.
  • Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.45.