Стәрлетамаҡ өйәҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Стәрлетамаҡ өйәҙе
Өйәҙ үҙәге гербы Губерна гербы
Герб уездного центра
Герб уездного центра
Герб губернии
Герб губернии
Губерна Өфө губернаһы
Үҙәге Стәрлетамаҡ
Барлыҡҡа килгән 1782
Бөтөрөлгән 1922
Майҙаны 21 271 км²
Халҡы 327 382[1] чел. (1897)

Стәрлетамаҡ өйәҙе — 1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының көньяҡ өлөшө инә. 1782—1922 йй. Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһы составында ойошторола.

Административ уҙәге — Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының үҙәк өлөшө инә. 1796 йылда алып — Ырымбур губернаһы, 1865 йылдаң — Өфө губернаһы составында. 1919 йылда 5 улус Табын кантоны, 20 улус — Юрматы кантоны, 1920 йылда 16 улус һәм Стәрлетамаҡ — АСБР, 5 улус Өфө губернаһы составына инә. Өйәҙ 1921 йылда бөтөрөлә, территорияһы Стәрлетамаҡ кантонына бирелә.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1796 йылдаң алып Ырымбур губернаһы, 1865 йылда — Өфө губернаһы составында. XVIII быуат аҙағында төньяҡта — Өфө өйәҙе, көнсығышта — Верхнеурал өйәҙе, көньяҡта — Ырымбур өйәҙе, көнбайышта Бәләбәй өйәҙе менән сиктәш була. Административ үҙәге — Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Майҙаны — 21 271 км² (1897).

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуат аҙағында — 58277 кеше (шул иҫәптән башҡорттар —25 262), 1897 йылда — 327 382 (башҡорттар — 115 796, латыштар — 1955, мишәрҙәр — 12 295, мордвалар — 15 963, татарҙар — 20 193, типтәрҙәр — 3 800, украиндар — 1 585, урыҫтар — 130 883 һәм башҡа). XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 294 720 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 29 191, дворяндар — 1498 һәм башҡа; мосолмандар — 152586, православие динендәгеләр — 172 796 (шул иҫәптән 7488 старообрядсы), протестанттар — 1679 һәм башҡа. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, өйәҙҙә 8‑се башҡорт һәм 3‑сө мишәр кантоны ойошторола. 1865 йылда өйәҙ — 4, 1896 йылда 5 станға бүленә. 1873 йылда — 33 (Аҙнай, Архангел, Арыҫлан, Бишҡайын, Богоявленск, Бошман-Ҡыпсаҡ, Васильевка, Верхотор, Воскресенск, Гәрә-Ҡыпсаҡ, Дурас, Дыуан-Табын, Дәүләтҡол, Ергән, Илсек-Тимер, Ишбарс, Кесе Табын, Кәлсер-Табын, Ҡалҡаш, Ҡарағош, Ҡармыш, Ҡуғанаҡ, Левашев, Маҡар, Меркет, Мәләүез, Өршәк-Мең, Петровск, Сытырман, Татьяновка, Үрге Уҫылы, Фёдоровка, Шмит), 1917 йылда 35 улус була. XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 1069 торама пункт иҫәпләнә. Халыҡтың төп өлөшө игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән.

Иҡтисад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1904 йылда һөрөнтө ер майҙаны (мең дисәтинәләрҙә) 276,9 тәшкил итә, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге — 77,4, бойҙай — 53,4, һоло — 48,9, тары — 48,2, борай — 18,1, ҡарабойҙай — 17,4, борсаҡ — 5,8, картуф — 4,1; һыйыр малы — 32 522, йылҡы — 29 000, һарыҡ — 47 081, кәзә — 5 211, сусҡа — 4 187 баш. XX быуатта башында Архангел суйыниретеү заводы, Богоявленск заводы, Верхотор заводы, Воскресенка заводы, 3 шарапҡыуыу заводы, 1 һыра ҡайнатыу, 120 кирбес һуғыу, 20 тире иләү заводы һәм башҡа предприятиелар эшләй. Стәрлетамаҡта, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Түбәнге Ҡарамалы аа. ҙур йәрминкәләр үткәрелгән. 212 мәсет, 23 сиркәү һәм 9 часовня (1877); 273 уҡыу йорто (1912) иҫәпләнгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]