Быҙаулыҡ өйәҙе
Быҙаулыҡ өйәҙе
|
Быҙаулыҡ өйәҙе — 1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола.
Административ уҙәге — Быҙаулыҡ ҡалаһы.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Өйәҙгә Ырымбур провинцияһының көнбайыш өлөшө инә. 1796 йылда алып Ырымбур губернаһы, 1851 йылда — Һамар губернаһы составында. Административ уҙәге — Быҙаулыҡ ҡалаһы. 1919 йылда Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран‑Табын улусы АСБР‑ҙың Туҡ-Соран кантоны составына инә. Өйәҙ 1920 йылда бөтөрөлә, территорияһының күпселек өлөшө Ырымбур губернаһы составына инә.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XVIII быуат аҙағында төньяҡта Боғорослан өйәҙе, көнсығышта Ырымбур өйәҙе, көньяҡта Кесе ҡаҙаҡ Йөҙө, көнбайышта Сергиевск өйәҙе менән сиктәш була. Майҙаны 23 772 км² (1897).
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1795 йылда — 42074 кеше (шул иҫәптән башҡорттар — 1066), 1897 — 492952 (башҡорттар — 9887, мордвалар — 36502, немецтар — 3028, сыуаштар — 12556, татарҙар — 10404, урыҫтар — 409657 һәм башҡа), 1920 — 637,3 мең кеше. XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 471933 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 15635, дворяндар — 1227, сауҙагәрҙәр — 368 һәм башҡа; мосолмандар — 20799, православие динендәгеләр — 468024 (ш. иҫ. 6152 старообрядсы), протестанттар — 3010 һәм башҡалар.
Милләт | Халыҡ, кеш. | % |
---|---|---|
Башҡорттар | 9 887 | 2,01 |
Урыҫтар | 409 657 | 81,10 |
Татарҙар | 10 404 | 2,11 |
Немецтар | 3 028 | 0,61 |
Мордвалар | 36 502 | 7,40 |
Сыуаштар | 12 556 | 2,55 |
Бөтәһе | 492 952 | 100,00 |
Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс өйәҙҙә 9‑сы башҡорт кантоны ойошторола. 1811 йылда өйәҙҙә 166 торама пункт һәм 6 ҡәлғә була. XIX быуат уртаһында башҡорттарҙың төп өлөшө 19 ауылда йәшәй. Ауыл хужалығы халыҡтың 77%‑ы мәшғүл була. XX быуат башында араҡы, сөгөлдөр эшкәртеү, 2 он тартыу һәм 8 йылҡысылыҡ заводы эшләй. Йыл һайын 13 йәрминкә үткәрелә. XIX быуат 2‑се яртыһында өйәҙ аша Ырымбур тимер юлының бер өлөшө (Тростянка ауылы алып Яңы Сергиевский ауылы тиклем) үтә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Егоров П. В., Әбйәлилова Г. Т. Быҙаулыҡ өйәҙе // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.