Ырымбур

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала, Рәсәй Федерацияһы субъекты үҙәге
Ырымбур
Оренбург
Orenburg collage.JPG
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Регион

Ырымбур өлкәһе

Координаталар

51°46′00″ с. ш. 55°06′00″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Сергеевич, Панчин Сергей[d][1]

Агломерация

1130000

Этнохороним

ырымбурлы, ырымбурлылар

Телефон коды 3532
Рәсми сайт

admin.orenburg.ru

Ырымбур (Рәсәй)
Ырымбур
Ырымбур
Ырымбур (Ырымбур өлкәһе)
Ырымбур

Ырымбур (урыҫ. Оренбу́рг) — Рәсәйҙәге ҡала. Көньяҡ Уралда, Һаҡмар менән Яйыҡ ҡушылған ерҙә урынлашҡан.

1744—1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһы үҙәге, 1920—1925 йылдарҙа Ҡаҙаҡ АССР-ының баш ҡалаһы, 1934 йылдан Ырымбур өлкәһенең һәм бер үк ваҡытта Ырымбур районының үҙәге (составына инмәй).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1735 йылда Ырымбур экспедицияһы нигеҙендә Ыр йылғаһының тамағында Ырымбур тигән ҡәлғә ҡорола башлай. Әммә был урын ҡала өсөн яраҡһыҙ тип табыла. Ҡаланы Яйыҡ буйындағы Ҡыҙылтау янына күсереп ҡарайҙар. Был урын да ҡала өсөн уңышһыҙ булып сыға.

1742 йылда тәүге урынынан 300 км алыҫлыҡта, Яйыҡ йылғаһы буйында, хәҙерге Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалына. Ыр тамағындағы Ырымбур ҡәлғәһенең исеме бында күсеп килә. Урындағы ҡалған ҡәлғәне Орск тип атайҙар.

Шулай итеп, Ырымбур атамаһы Ыр йылғаһының исеменән һәм немецсә «бург» (ҡала) һүҙенән алынған.

Губерна үҙәге (1744—1919)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1744—1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһы үҙәге. 1919 йылға тиклем Ырымбур Рәсәйҙең көнсығыштағы иң эре ҡалаһы.

1842 йылда ҡалала башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре идаралығы йорто Каруанһарай төҙөлә.

1877 йылда Ырымбурға тиклем тимер юлы һалына, Ырымбур тимер юл вокзалы асыла.

1899 йылда ҡалала беренсе электр станцияһы ток бирә[9].

1890—1906 йылдарҙа Урта Азия тимер юлы төҙөлә.

1891—1920 йылдарҙа ҡалала Хөсәйениә мәҙрәсәһе эшләгән. Унда Сәғит Агиш, Ғабдулла Амантай, Авзал Таһиров һәм башҡа күренекле кешеләр уҡыған.

1906 йылда Ырымбур-Ташкент тимер юлы сафҡа индерелә.

1905 йылда Урта Азия тимер юлы оҫтаханаһы заводы (хәҙерге «Рәсәй тимер юлдары» ААЙ Локомотив ремонтлау заводы) төҙөлә.

1905 йылда Татар театры асыла.

Ырымбурҙа башҡорт ҡоролтайҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбур ҡалаһында I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә.

1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбур ҡалаһында III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә.

I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайы Башҡорт өлкә (үҙәк) шураһын (советын) төҙөү һәм «Башҡорт» гәзитен сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә[29]. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында татар-башҡорт автономияһын төҙөү идеяһы Әхмәтзәки Вәлиди Туған менән кире ҡағыла һәм артабан Башҡорт АССР-ы тип аталған Башҡорт хөкүмәте төҙөлә.

1919 йылда ҡалала Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөү тураһында Декретҡа ҡул ҡуйыла. КаруанһарайБашҡорт АССР-ның беренсе Хөкүмәте урынлашҡан йорт.

1920 йылда ҡалала Ҡырғыҙ АССР-ы төҙөү тураһында Декретҡа ҡул ҡуйыла.

1920—1925 йылдарҙа Ҡаҙағстандың беренсе баш ҡалаһы була. 1921—1936 йылдарҙа ҡалала Ырымбур башҡорт педагогия техникумы булдырыла. Уны Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбай һәм башҡа күренекле кешеләр тамамлаған.

1920 йылдарҙа Ҡыҙылдар ғәскәрендәге татарҙарға һәм башҡорттарға һәйкәл ҡуйыла.

Урта Волга крайы составында (1929-1934)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1929-1934 Ырымбур ҡалаһы Урта Волга крайы составында була.

Чкалов (1938-1957)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1938—1957 йылдарҙа ҡала совет осоусыһы Валерий Чкалов исемен йөрөткән. Ләкин Валерий Чкалов Ырымбур өлкәһендә тыумаған һәм бер тапҡыр ҙа Ырымбур яҡтарында булмаған.

1939 йылда Ырымбур мамыҡ шәлдәре фабрикаһы асыла[32], Ырымбур — шәлдәр һәм яулыҡтар етештереүсе.

1941 йылда Ырымбурға Ленинградтан 47-се Авиаремонт заводы эвакуацияллана. Ошо завод нигеҙендә Ырымбур машиналар төҙөү заводы асыла (хәҙерге «Стрела» производство берекмәһе). Һуғыш ваҡытында завод 1595 самолёт сығара (Ут-2, Ут-2М, Як-6 (конструктор А. С. Яковлев), Ще-2). Һуғыштан һуң заводта Ми-1 вертолёттар; А-2 (КБ Антонова), Це-25 (конструктор П. В. Цибин), Як-14 (КБ А. С. Яковлева) планерҙар; По-2 (КБ Н. Н. Поликарпова) самолёттар; Ил-10М (КБ С. В. Ильюшина) штурмовик-бомбардировщиктар сығарыла. 1950—1980 йылдарҙа заводта 8К11, 8К63, 8К84 баллистик ракеталарын сығаралар. 1990-сы йылдарҙан Ка-226 вертолёты сығарыла[33].[34].

Ырымбур[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1966 йылдың ноябрендә 13-сө скважина газ бирә. Ошо көн Ырымбур нефть-газконденсатлы ятҡылығын асыу көнө[35] тип иҫәпләнә.

1969 ҡалала Һаҡмар ТЭЦ-ы төҙөлә (хәҙерге Рәсәй селтәренең «Оренбурэнерго» ЯСЙ нигеҙ ойошмаһы).

1974 йылда Ырымбур-Зәй (Татарстан) газ торба үткәргесе сафҡа индерелә.

1974 йылда Ырымбур газ эшкәртеү заводының беренсе өлөшө сафҡа индерелә. 1974 йылда Ырымбур газ эшкәртеү заводының икенсе, 1978 йылда өсөнсө өлөштәре сафҡа индерелә.

1978 йылда уникаль Ырымбур гелий комплексы сафҡа индерелә.

1979—1982 йылдарҙа «Инвертор» заводы төҙөлә. Ул атом станциялары өсөн электр, быралау һәм нефть эшкәртеү йыһаздары етештереүсе була[36].

Административ ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала өс баҫҡыслы ҡоролоштан тора. Ырымбур Төньяҡ һәм Көньяҡ округтарына бүленә[37]: Үҙ сиратында Төньяҡ округ Сәнәғәт һәм Дзержинск райондарына, ә Көньяҡ — Ленин һәм Үҙәк райондарына бүленә. Төньяҡ округ составына 5 ауыл пункты ла инә: Ҡарғалы, Самородово, Краснохолм, Пруды, Поповка, 2012 йылдың 1 ғинуарына унда — 15.6 мең кеше йәшәй. Көньяҡ округҡа Городище ауылы, Бердянка һәм Аҫҡы Һаҡмар ҡасабалары инә.

Ырымбурҙың райондары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беловка, Кузнечный, Пугачи, Овчинный городок, Аренда, Красный городок, Северный, Восточный, Форштадт, Ҡарғалы, Новостройка, Хлебный городок, Ситцевый посёлок (Ситцовка), Пороховые, Бәрҙе, Новая слободка, Степной, Маяк

Юғары уҡыу йорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәнғәт һәм мәҙәниәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • М. Горький исемендәге драма театры (1997 йылдан баш режиссер Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы)
  • Дәүләт өлкә музыкаль комедия театры
  • Ҡурсаҡ театры
  • «Пьеро» муниципаль ҡурсаҡ театры
  • Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Татар дәүләт драма театры (1905 йылда асылған)
  • Урыҫ халыҡ академия хоры

2007 йылдың 30 июлендә Ырымбурҙың Милли ауылында башҡорт йорт-музейы асылған.[47]

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ырымбур –Башҡортостандын баш ҡалаһы Өфөгә иӊ яҡын сиктәш төбәктәр үҙәге.

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ырымбурҙың климаты — киҫкен-континенталь. Йәй йылы: йылдың биш айында уртаса тәүлек температураһы 20 °C; ҡыш һалҡынса, иң ҙур ҡар ҡатламы февралдә күҙәтелә (26 см). Бер йылда аяҙ, болотло һәм һүрән-һалҡын көндәр һаны бер тиң кимәлдә — 162, 160 һәм 143.

Ырымбурҙың бер йылға уртаса климат күрһәткестәре:

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 4,7 5,8 18,9 31,3 36,5 39,8 41,6 40,9 38,0 27,0 19,2 8,1
Уртаса максимум, °C −8 −7,2 −0,8 12,8 22,1 27,5 29,0 27,4 20,9 11,2 0,3 −5,9
Уртаса температура, °C −11,8 −11,5 −5,2 6,9 15,2 20,6 22,3 20,3 14,0 5,9 −3,2 −9,5 5,3
Уртаса минимум, °C −15,5 −15,7 −9,3 1,7 8,5 13,8 15,6 13,6 7,9 1,6 −6,1 −13,1
Абсолют минимум, °C −43,2 −40,1 −36,8 −26 −5,7 −0,7 4,9 −0,9 −5,3 −19,8 −35,7 −39,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 29 22 25 28 30 36 41 29 26 34 33 31 364
Сығанаҡ: Погода и климат

Халыҡ үҙгәреүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
1811[48] 1840[48] 1856[48] 1863[48] 1897[49] 1914[48] 1923[48]
5400 14 600 13 700 27 600 72 000 100 100 105 900
1926[49] 1931[48] 1939[49] 1956[50] 1959[51] 1962[48] 1967[48]
123 000 129 500 172 000 226 000 267 317 288 000 326 000
1970[52] 1973[48] 1974 1975[53] 1976[48] 1979[54] 1982[48]
344 266 386 000 400 000 425 000 425 000 458 747 494 000
1985[55] 1986[48] 1989[56] 1990[57] 1991[55] 1992[55] 1993[55]
523 000 527 000 546 501 522 000 525 000 525 000 524 000
1994[55] 1995[55] 1996[55] 1997[55] 1998[55] 1999[55] 2000[55]
526 000 530 000 530 000 528 000 527 000 524 000 521 000
2001[55] 2002[58] 2003[59] 2004[59] 2005[60] 2006[60] 2007[60]
516 600 549 361 548 100 542 700 540 500 533 900 529 598
2008[60] 2009[61] 2010[62] 2011[60] 2012[63] 2013[64] 2014[65]
526 430 524 413 548 331 547 427 554 723 556 127 560 046
2015[66] 2016[67]
561 279 562 569

Милли составы. 2010 иҫәп алыу буйынса Ырымбурҙың милли составы[68]

Халыҡ Һан, кеше милләтте әйткән кешеләрҙән %
урыҫтар 444 470 83,45 %
татарҙар 41 451 7,78 %
ҡаҙаҡтар 10 796 2,03 %
украиндар 10 502 1,97 %
башҡорттар 5 890 1,10 %
әрмәндәр 3 378 0,63 %
мордвалар 2 750 0,52 %
башҡа милләттәр 13 409 2,52 %
Милләттен әйткән дөйөм халыҡ 532 646 100,0 %
Ырымбурҙа йәшәүсе дөйөм халыҡ 548 331
Ырымбур ҡала округында йәшәгән дөйөм халыҡ 563 900

Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ырымбур — эре транспорт төйөнө.Ҡалала Һамарға, Орскийға, Уральскийға, Аҡтүбәгә, Өфөгә барған юлдар киҫешә. Ҡала аша федераль юл Ҡазан (ҡала) — Ырымбур — Аҡбулак — «Ҡаҙағстан сиге» үтә.

Поездар Мәскәүгә, Екатеринбургҡа, Өфөгә, Һамарға, Силәбгә, Киевҡа, Адлерға, Ташкентҡа, Астанаға, Бишкәккә йөрөй. Ҡала яны электропоездары Новосергиевка, Аҡбулаҡ, Ҡыуандыҡ, Һарыҡташ, Һаҡмарға йөрөй.

Ҡалала ике аэродром: хәрби (Ырымбур-2, Төнъяк) һәм Гагарин исемендәге аэропорт. Аэропортта «Ырымбур авилинялары» (OrenAir) теркәлгән.

Ырымбур тимер юл вокзалы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ырымбур станцияһы — Көньяҡ-Урал тимер юлының Ырымбур бүлексәһе станцияһы. Адресы: 460006, Ырымбур, Привокзальная площадь, 1. Ырымбурға тиклем тимер юлы 1877 йылда һалына. Лев Николаевич Толстой Ырымбур станцияһының беренсе пассажиры тип һанала.

Ырымбурҙың мәсеттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Меновнин мәсете — 1930 йылда ябыла, Меновой двор комплексы менән бергә һүтелгән
  2. 1-се йәмиғ мәсете — 1930 йылда ябыла, йортта кешеләр йәшәй
  3. Каруанһарай (2-се йәмиғ мәсете)
  4. Ырымбур Үҙәк мәсете (3-сө йәмиғ мәсете)
  5. 4-се йәмиғ мәсете—1930 йылда ябыла., йорт хәрби госпиталь биләмәһендә урынлаша
  6. Сөләймәниә мәсете (5-се йәмиғ мәсете)
  7. Хөсәйениә мәсете (6-сы йәмиғ мәсете)
  8. Рамаҙан мәсете (Ырымбур) (7-се йәмиғ мәсете)
Ырымбур мамыҡ шәле Рәсәй Почтаһы маркаһы, 2013 йыл,  (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 1715)

Сәнәғәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалала газ эшкәртеү, машиналар төҙөү сәнәғәте әһәмиәтле:

  1. Полимер торбалар заводы
  2. Интер РАО ЕЭСтын федераль селттәр компанияһы филиалы
  3. Башнефтьтең «Оренбургнефтепродукт» Асыҡ Акционерҙар Йәмғиәте АЗСтар һәм базалар
  4. «Гидропресс» Асыҡ Акционерҙар Йәмғиәте
  5. «Нефтемаслозавод» Асыҡ Акционерҙар Йәмғиәте
  6. «Оренбург Водоканал» Яуаплығы Сикләнғән Йәмғиәте («Росводоканал» холдингы составында)

Ырымбур менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ карағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://orenburg.ru/power/top/
  2. [1]
  3. [ http://kulturnoe-nasledie.ru/monuments.php?id=5600305000]
  4. [2]
  5. [3]
  6. [4]
  7. [5]
  8. [6]
  9. 9,0 9,1 [7]
  10. [8]
  11. [9]
  12. [10]
  13. [11]
  14. [12]
  15. [13]
  16. [14]
  17. [15]
  18. [16]
  19. [17]
  20. [18]
  21. [19]
  22. [20]
  23. [21]
  24. [22]
  25. [23]
  26. [24]
  27. [25]
  28. [26]
  29. Башҡортостан энциклопедияһында Башҡорт шураһы
  30. [27]
  31. [28]
  32. [29]
  33. сайты
  34. [30]
  35. Газпром етештереү Ырмыбур ЯСЙ сайты
  36. [31]
  37. Административные округа с официального сайта г. Оренбурга
  38. Посёлок Бёрды
  39. О Бердах
  40. Оренбург: от Парижа до Китая  (урыҫ.). Sometrouble.livejournal.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июль 2013.
  41. Елена Кузнецова, Сергей Пронь. Гибель детей в Шанхае — явление почти нормальное  (урыҫ.). Оrenburg.rfn.ru. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 июль 2013.
  42. Гостиный двор журналы
  43. Беловка
  44. http://www.rutraveller.ru/place/14623 Беловканың архитектура ансамбле XVIII—IXX быуаттарҙа төҙөлгән йорттарҙан тора
  45. Микрорайону Ростоши 20 лет  (урыҫ.). Орен.ру. Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 сентябрь 2012. 26 июнь 2012 тикшерелгән.
  46. В Оренбурге открыт комплекс зданий и сооружений Аппарата Пограничного управления ФСБ России по Оренбургской области  (урыҫ.). Официальный портал Правительства Оренбургской области. Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 сентябрь 2012. 26 июнь 2012 тикшерелгән.
  47. Ырымбурҙың Милли ауылында йорт-музей тураһында
  48. 48,00 48,01 48,02 48,03 48,04 48,05 48,06 48,07 48,08 48,09 48,10 48,11 48,12 Народная энциклопедия «Мой город». Оренбург. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 октябрь 2013. 21 октябрь 2013 тикшерелгән.
  49. 49,0 49,1 49,2 Города с численностью населения 100 тысяч и более человек. Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 август 2013. 17 август 2013 тикшерелгән.
  50. Народное хозяйство СССР в 1956 г. (Статистический сборник). Государственное статистическое издательство. Москва. 1956. Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 октябрь 2013. 26 октябрь 2013 тикшерелгән.
  51. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу  (урыҫ.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  52. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.  (урыҫ.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  53. Российский статистический ежегодник, 1998 год
  54. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.  (урыҫ.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  55. 55,00 55,01 55,02 55,03 55,04 55,05 55,06 55,07 55,08 55,09 55,10 55,11 Российский статистический ежегодник. Госкомстат, Москва, 2001. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 май 2015. 12 май 2015 тикшерелгән.
  56. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011.
  57. Российский статистический ежегодник.2002 : Стат.сб. / Госкомстат России. – М. : Госкомстат России, 2002. – 690 с. – На рус. яз. – ISBN 5-89476-123-9 : 539.00.
  58. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012.
  59. 59,0 59,1 Города и районы Оренбургской области. Оренбург. Типография Оренбургстата. 2004. - 283 с.. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 май 2015. 3 май 2015 тикшерелгән.
  60. 60,0 60,1 60,2 60,3 60,4 База данных "регионы Приволжского округа". Численность постоянного населения
  61. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 ғинуар 2014. 2 ғинуар 2014 тикшерелгән.
  62. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 июнь 2014. 5 июнь 2014 тикшерелгән.
  63. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
  64. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  65. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
  66. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.
  67. Численность населения муниципальных образований Оренбургской области на 1 января 2016 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 апрель 2016. 4 апрель 2016 тикшерелгән.
  68. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]