Ғабдулла Амантай
Ғабдулла Амантай, Амантаев Ғабдулла Сәхипгәрәй улы (23 февраль 1907 йыл — 10 июль 1938 йыл) — башҡорт шағиры, балалар яҙыусыһы; әҙәбиәт һәм фольклор өйрәнеүсе; йәмәғәт эшмәкәре. 1926 йылдан — ВКП(б) (КПСС), 1934 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғабдулла Сәхипгәрәй улы Амантаев (Ғабдулла Амантай) 1907 йылдың 23 февралендә Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы Үрге Ҡунаҡбай ауылында[1] уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Тәүге белемен үҙҙәренең йортонда һәм ауыл мәҙрәсәһендә ала. Бик йәшләй ул рус телен өйрәнә. Атаһы ярҙамында тиҙҙән татар, рус яҙыусыларының әҫәрҙәрен мауығып уҡый башлай. 1920 йылда ул комсомол сафына инә, ә инде 1921 йылда комсомолдың Туҡсоран кантон комитеты секретары итеп һайлана. Унан белемен артабан камиллаштырыу маҡсатында уҡырға инеп, Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. Был осорҙа ул һаман да комсомол эштәрендә актив ҡатнаша, бер үк ваҡытта Ырымбур комсомолында ваҡ милләттәр бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.
СССР яҙыусылар съезы делегаты. 1924 йылдан — Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы. Арғаяш кантонында комсомол секретары булып эшләй. Ленинград Тарих, филология һәм лингвистика институтында уҡый.
1926—1928 йылдарҙа — «Йәш юҡһыл», «Башҡортостан йәштәре» гәзиттәренең мөхәррире.
1928—1931 йылдарҙа Ленинградта Тарих, философия һәм лингвистика институтының көнсығыш телдәре факультетында уҡый. Институтты уңышлы тамамлағандан һуң, аспирантураға ҡалдыралар.
1933 йылда аспирантураны тамамлағас, Башҡортостанға эшкә ҡайта.1933 йылдан 1937 йылға тиклем Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директоры, Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт әҙәбиәте кафедраһы доценты. Яҙыусылар союзының эшендә актив ҡатнаша.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғабдулла Амантайҙың әҙәбиәт менән шөғөлләнә башлауы заманында әҙәбиәт, матбуғат, сәнғәт эштәренең торошо менән дан алған Ырымбур ҡалаһына килеүенә тығыҙ бәйләнгән.
«Беҙ» тигән тәүге шиғыры 1921 йылда «Башҡортостан» газетаһында баҫылып сыға. Шунан һуң уның шиғырҙары матбуғат биттәрендә йыш ҡына күренә башлай. Үҙенең замандаштары һәм һабаҡташ дуҫтары Сәғит Агиш, Ғәйнан Хәйри кеүек, Ғабдулла Амантай ҙа шиғырҙарында совет йәштәренең яны тормош төҙөүҙәге актив ролен йырлай.
Шул осорҙағы тарихи үҙгәрештәрҙә, илде реконструкциялау һәм коллективлаштырыу, халыҡтың культураһын, аң-белемен күтәреүҙә Ленин комсомолының әһәмиәтле эштәр башҡарыуын поэтиклаштырырға ынтыла.
Ғабдулла Амантай башҡорт әҙәбиәтендә беренсе нәүбәттә балалар яҙыусыһы булараҡ күренекле урын тота. «Бәләкәй дуҫтарга», «Тырыш Вәли», «һыу буйында», «Сынаяҡ», «Ала ҡарға әкиәте», «Порт хайуандары» кеүек китаптары мәктәп йәшендәге уҡыусылар араһында киң тарала.
Яҙыусы әҙәби тәнҡит өлкәһендә лә эшләй. Башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәр яҙа.
Башҡорт фольклорын фәнни өйрәнеү эше менән шөғөлләнә.
Уның «Фольклорҙың синфи характеры», «Фольклорҙың әһәмиәте», «Фольклор һәм әҙәби тел», «Фольклор һәм художество әҙәбиәте», «Башҡорт фольклорындағы жанрҙар», «Башҡорт мәҡәлдәре тураһында» тигән ғилми хеҙмәттәре әле лә әһәмиәтен юғалтмаған.
Әҙәбиәт уҡыусыларына уның «Йылдар үткәндә» тигән пьеса яҙыуы ла яҡшы билдәле.
Ҡыҫҡа ғына ижади ғүмерендә Ғабдулла Амантай поэзия, балалар әҙәбиәте, әҙәби тәнҡит, фольклористика өлкәһендә файҙалы мираҫ ҡалдыра.
Башкортса һүҙлек, дәреслектәр төҙөй. Башҡорт филология фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. Фәнни эштәре башҡорт фольклорын, әҙәбиәтен өйрәнеүгә арналған.
Ғабдулла Амантайҙың ғүмере аяныслы өҙөлөп ҡала. Ул 1937 йылғы сәйәси золом ҡорбаны, 1957 йылда аҡланған.
Әҙәби мираҫы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ауыл малайҙары. Шиғырҙар. Өфө, 1928, 18 бит.
- Бәләкәй дуҫтарға. Шиғырҙар. Өфө, 1928, 14 бит.
- Тырыш Вәли. Шиғырҙар. Өфө, 1928, 15 бит.
- Һыу буйында. Хикәйә. Өфө, 1930, 16 бит.
- Сынаяҡ. Хикәйә. Өфө, 1931, 12 бит.
- Йорт хайуандары. Шиғырҙар. Өфө, 1935, 15 бит.
- Ала ҡарға әкиәте. Шиғыр. Өфө, 1935, 14 бит.
- Башҡорт мәҡәлдәре. Өфө, 1936, 30 бит.
- Йомаҡтар. Өфө, 1936, 18 бит.
- Маэмайлар. Казан, 1936, 14 бит.
- Шиғырҙар. Өфө, 1938, 175 бит.
- Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1960, 144 бит.
- Көчекләр. Шигырьләр. Казан, 1963, 14 бит.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Ырымбур өлкәһе Переволоцк районы.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ғ. Зөлҡәрнәев. Һайланма әҫәрҙәргә баш һүҙ. Өфө, 1960.
- С. Агиш. Амантайҙың балалыҡ йылдары. «Ағиҙел», 1963, № 4.
- Ғ. Әбсәләмова. Шағир, ғалим, патриот. «Ағиҙел», 1982, № 2. 114—115 бит. Шағир һәм ғалим. «Башҡортостан уҡытыусыһы», 1982, № 1, 63 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғабдулла Амантай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2022)
- башҡа сығанаҡтар
- Амантаева Р. Дочь «врага народа» (рус.) // Ватандаш : журнал.
- Ғабдулла Амантай. Көн һәм быуат: шиғырҙар, мәҡәләләр, әҙип тураһында иҫтәлектәр. — Өфө: Китап, 2007. — 280 бит.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Переволоцк районында тыуғандар
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 23 февралдә тыуғандар
- 1907 йылда тыуғандар
- 10 июлдә вафат булғандар
- 1938 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт фольклорсылары
- Башҡорт балалар яҙыусылары
- Башҡорт шағирҙары
- Ырымбур өлкәһе башҡорттары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- КПСС ағзалары
- Башҡортостан йәмәғәт эшмәкәрҙәре
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- «Йәшлек» гәзите журналистары
- «Ағиҙел» журналы баш мөхәррирҙәре
- Башҡортостанда репрессияланғандар
- Шәхестәр:ТТӘИ
- Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлаусылар