Байымов Роберт Нурмөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Байымов Роберт
Нурмөхәмәт улы
Robert bainov.png
Тыуған көнө:

10 ғинуар 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылы

Вафат булған көнө:

30 апрель 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (73 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, ғалим

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Байымов Роберт Нурмөхәмәт улы (10 ғинуар 1937 — 30 апрель 2010) — башҡорт яҙыусыһы һәм әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов 1937 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1954 йылда Бишуңғар урта мәктәбен тамамлағандан һун, ул Иҫке Ҡыйышҡы һәм Биштәкә ауылдарында балалар уҡыта, унан әрме хеҙмәтенә алына.

1959—1964 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты башҡорт-рус бүлегендә уҡый. Университетты «ҡыҙыл» дипломға тамамлай һәм Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһына ебәрелә. 1968 йылда ул «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 1983 йылда Роберт Байымов шул уҡ Мәскәү университетында докторлыҡ диссертацияһын да уңышлы яҡланы. Һуңғы йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт университетында башҡорт әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләне, профессор.

Әҙәбиәт менән Роберт Байымов студент йылдарында ук шөғөлләнә башланы. Очерктары, мәҡәләләре ваҡытлы матбуғатта күпләп баҫылды. 70-се йылдарҙа унын ижады йәнә яңы йүнәлеш алды — күп һанлы хикәйәләре, «һуңлап килгән моң», «Һалдат булып ҡайтырбыҙ» исемле повестары донъя күрҙе. Роберт Байымов «Өлгөргәнлеккә аҙым», «Ижади биҙәктәр». «Эҙләнеүҙәргә сик юҡ», «Жанр яҙмышы», «Башҡорт тарихи-революцион романы», «Сарсау», «Бикле хазина» кеүек Өфөлә һәм Мәскәүҙә нәшер ителгән тиҫтәгә яҡын китап авторы. Ул балалар өсөн дә мауыҡтырғыс әҫәрҙәр яҙа. 1997 йылда баҫылып сыҡҡан «Сыбар шоңҡар» китабы өсөн С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1997)
  • СССР-ҙың юғары белем биреү мәғарифы отличнигы
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар

Байымов Роберт Нурмөхәмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.