Үтәгән (Ҡырмыҫҡалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Үтәгән
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡырмыҫҡалы районы

Координаталар

54°19′12″ с. ш. 56°27′28″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 235 845 009

ОКТМО коды

80 635 445 111

ГКГН номеры

0519528

Үтәгән (Рәсәй)
Үтәгән
Үтәгән
Үтәгән (Ҡырмыҫҡалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Үтәгән

Үтәгән (рус. Утяганово) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 438 кеше[1]. Почта индексы — 453013, ОКАТО коды — 80235845009.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 438 219 219 50,0 50,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан.

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үтәгән Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан. XVIII быуат аҙағында Үтәгәй исемле ике ауылы булған, әммә халыҡ һаны бергә иҫәпкә алынған. 1795 йылда 40 йорт хужалығында 116 ир-ат һәм 132 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Артабан бер генә ауыл күрһәтелгән. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 61 йорт, 202 ир-ат (шул иҫәптән 6 припущенник) һәм 215 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. 1920 йылда 680 кеше (313 ир-ат һәм 367 ҡатын-ҡыҙ) һәм 136 йорт хужалығы була. (...дауамы Уфаген сайтында)

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башархив мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Башҡорт халыҡ ижады» китап серияһына (II том, 1997 йыл) ингән «Абдрахман Аҡйегет» риүәйәте Үтәгән ауылында яҙып алынған. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев яҙып алған бер варианты Ә. Усмановтың «1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт атлылары» тигән йыйынтығында (Өфө, 1944, 34—35-се б.) баҫылып сыҡҡан. Ошо уҡ риүәйәтте 1947 йылда Ғайса Сөләймәнов ошо ауылда йәшәүсе Исмәғил Байымовтан яҙып алған. Тағы ла 1897 йылғы Ғ. Ғиззәтуллиндан «Ике үрҙәктең (өйрәктең) утрау яһағаны», «Үгеҙ мөгөҙөндәге ер» риүәйәттәре ошо ауылда яҙып алынған.[2]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Башҡорт халыҡ ижады: Риүәйәттәр, легендалар. Икенсе том. — Өфө: «Китап», 1997. — 440 бит. ISBN 5-295-01572 (т. 2) ISBN 5-295-01393-6