Эстәлеккә күсергә

Түбәнге Төкөн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Түбәнге Төкөн
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡырмыҫҡалы районы

Координаталар

54°12′02″ с. ш. 56°23′20″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 235 825 008

ОКТМО коды

80 635 425 126

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Түбәнге Төкөн (Рәсәй)
Түбәнге Төкөн
Түбәнге Төкөн
Түбәнге Төкөн (Башҡортостан Республикаһы)
Түбәнге Төкөн

Түбәнге Төкөн (рус. Нижний Тюкунь) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 297 кеше[1]. Почта индексы — 453024, ОКАТО коды — 80235825008.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 297 145 152 48,8 51,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

7-се башҡорт кантонының 8-се йортона Үрге Төкөн һәм Түбәнге Төкөн ауылдары ҡарай. Улар Кесе Табын улусы ҡарамағында булған, XVIII быуат аҙағында ул Төкөн-Кесе-Табын улусы тип аталған. V ревизия өс ауылды: Төкөн, Урта Төкөн һәм Түбәнге Төкөнде күрһәтә.

1834 йылда Түбәнге Төкөндә — 314 кеше, 1859 йылда 45 йорт һәм 126 ир-ат иҫәпкә алынған. 1920 йылда 97 йортта 215 ир, 255 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән.

1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашалар: Арыҫланғол Сәфәрғолов, Күлмөхәмәт Муллағолов, Хоҙайҡол Ниғмәтуллин, Искәндәр Сәфәрғолов, Күсәрбай Мерәҫов, Ҡотлозаман Ҡотлоюлов һәм Мөхәмәтйәр Буранғолов. Ауылда 314 кеше йәшәгән 46 ихатаға 300 ат, 310 һыйыр, 110 һарыҡ, 50 кәзә хужа булған. 100 умартаһы һәм 10 солоҡтары булған. Һәр кешегә 5,5-әр бот иген сәселгән (576 ужым һәм 2440 бот яҙғы иген).[2].

башҡ. Дуҫлыҡ(урамы) — рус.  Дуслык (улица) башҡ. Иҙел(урамы) — рус.  Идель (улица) башҡ. Йәштәр(урамы) — рус.  Молодежная (улица) башҡ. Мәктәп(урамы) — рус.  Школьная (улица)[3]

  • Даирә. Төп бүләк – Түбәнге Төкөн ауылында 3 декабрь 2020 йыл[4]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ 10 февраль 2021 йыл[5]
  • Ҡырмыҫҡалы районында яңы етәксе 29 апрель 2011 йыл [6]