Эстәлеккә күсергә

Мырҙа (Ҡырмыҫҡалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мырҙа
Мырҙа
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡырмыҫҡалы районы

Координаталар

54°19′10″ с. ш. 56°20′45″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 235 845 005

ОКТМО коды

80 635 445 126

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мырҙа (Рәсәй)
Мырҙа
Мырҙа
Мырҙа (Ҡырмыҫҡалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мырҙа

Мырҙа (рус. Мурзино) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 172 кеше[1]. Почта индексы — 453013, ОКАТО коды — 80235845005.


Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) буйынса өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (95 %)[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 285
1920 йыл 26 август 350
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 368
1959 йыл 15 ғинуар 224
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 177
2002 йыл 9 октябрь 183
2010 йыл 14 октябрь 172 79 93 45,9 54,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Мырҙа, Төбәк-Таҙлар кеүек үк, Ҡыуаҡ йылғаһы янында урынлашҡан булған. XVIII быуат аҙағында был исем аҫтында ике ауыл була. Уларҙың береһендә V ревизияла 114 кеше һәм 20 йорт, икенсеһендә 115 кеше һәм 24 йорт күрһәтелгән. Икенсеһе Бәләкәй йәки Яңы Мырҙа тип аталған. 1816 йылғы VII ревизияға ҡарата бында халыҡ һаны (42 кеше) һәм ихаталар (8) кәмегән. Уның ҡарауы, төп ауылда башҡорт халҡының һаны 142-гә еткән. Өҫтәүенә, 22 ғаиләнең дүртәүһендә күп ҡатынлылыҡ теркәлгән. XIX быуат уртаһында Мырҙа ауылында 28 йортта 247 кеше йәшәгән. XX быуат башындағы белешмәләрҙә икенсе исеме Месетле-Таҙлар була. 1920 йылда унда 350 кеше йәшәй. 1786 йыл картаһында Ағиҙел йылғаһы буйындағы Үтәгән ауылынан саҡ ҡына түбәнерәк Мәсетле ауылы күрһәтелгән.

Ул йылғаның уң ярында урынлашҡан булған, әммә әлегә билдәле булмаған Ҡаран һәм Һат ауылдары араһындағы йылғаның уң яҡ ярында урынлашҡан. Мырҙаның икенсе исеме уның Мәсетле исеме менән билдәле булыуын раҫлай.

1839 йылда Мырҙала 257 кеше йәшәгән 40 йортта 150 ат, 130 һыйыр, 15 һарыҡ һәм 25 кәзә була. Умартасыларҙың 210 умартаһы була. Һәр кешегә 7,3-шәр бот сәселгән иген тура килә[3].

  • Парк(урамы) (рус.  Парковая(улица)}})
  • Ялан(урамы) (рус.  Полевая(улица)}})
  • Йылға(урамы) (рус.  Речная(улица)}})
  • Баҡса(урамы) (рус.  Садовая(улица)}})
  • Мәктәп(урамы) (рус.  Школьная(улица)}})