Фекерләшеү:Мырҙа (Ҡырмыҫҡалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Минең тыуған ауылым Шәрипҡол да Ҡырмыҫҡалы районының башҡорт ауылдарының береһе. Ул Стәрлетамаҡ өйәҙенә ҡараған. Ауылыбыҙҙы Яңы Мырҙа ауылынан күсеп килеүселәр нигеҙләгәндәр. 18 быуат аҙаҡтарында М ырҙа исеме менән ике ауыл булған. 5 – се ревизия (1795 ) мәғлүмәттәре буйынса был ауылдарҙың береһендә 20 йорт, ә икенсеһендә 24 йорт, 115 кеше булған. Икенсе ауыл Яңы йәки Бәләкәй Мырҙа тип аталған. 1816 йылғы 7 – се ревизия мәғлүмәттәре буйынса был ауылда 8 йорт, 42 кеше генә ҡалған. Яңы Мырҙа ауылынан күсеп килеүселәрҙән Шәрипҡол ауылына нигеҙ һалыуҙары ошо йылдарға тура киләлер. Сурағолов Шәкирйән Сабирйән улы (1930 йылғы) ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне : “1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, ҙур батырлыҡтар күрһәткәне өсөн батша башҡорттарға грамота биргән. Ошо грамота нигеҙендә бер – нисә йорт кешеһе, Мырҙанан айырылып, ошо Шәрипҡол еренә күсеп ултырған. Был урында урман булған, улар урман ботарлап килеп ултырған ”. 1834 йылғы 8 – се ревизия мәлендә Яңы Мырҙа Шәрипҡол исеме менән күрһәтелгән. Был осорҙа ауылда барлығы 8 йорт, 64 кеше булған. 1870 йылда 25 йортта 135 кеше, ә 1905 йылда 164 кеше йәшәгән. Топонимдар һүҙлегендә : “Шәрипҡол (Шарипкулово) д. в Кармаскалинском районе. От антропонима Шәрипҡол. Другое название Өмөтбай “,- тип күрһәтелгән. 30 – сы йылдарға тиклем ауылдың Өмөтбай тигән икенсе исеме лә киң ҡулланылған булған. “Ауылды нигеҙләүселәр араһында Өмөтбай исемле кеше лә булған. Тәүҙә ауылды Өмөтбай һәм Шәрипҡол исемдәре менән берҙәй атап йөрөткәндәр. Шәрипҡоло бик йылғыр, әүҙем, ҡыйыу булған. Хөкүмәт тарафынан үткәрелгән сираттағы ревизия мәлендә Шәрипҡол ауылды үҙ исеме менән билдәләткән. Ә халыҡ хәтерендә оҙаҡ йылдар буйына уның икенсн исеме лә һаҡланып килгән” (Шәрипҡолов Фаяз Исмәғил улы (1942 йылғы ) һөйләүе буйынса).

был мәғлүмәтте Шәрипҡол ауылы битенә ҡуйырға кәрәк. --Рөстәм Нурыев (фекер алышыу) 06:06, 14 Июнь (Һөтай) 2012 (UTC)