Шәрипҡол
Шәрипҡол | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡарлыман ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы) |
Халыҡ һаны |
403 кеше (2010)[1], 435 кеше (2002)[2], 405 кеше (2009)[2] |
Почта индексы | 453010 |
Шәрипҡол (рус. Шарипкулово) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 403 кеше булған[3]. Почта индексы — 453010, ОКАТО коды — 80235830009.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 403 | 197 | 206 | 48,9 | 51,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Ҡырмыҫҡалы): 7 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Олыҡол): 8 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡарлыман): 8 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырмыҫҡалы районы Шәрипҡол ауылы тарихы Минең тыуған ауылым Шәрипҡол да Ҡырмыҫҡалы районының башҡорт ауылдарының береһе. Ул Стәрлетамаҡ өйәҙенә ҡараған. Ауылыбыҙҙы Яңы Мырҙа ауылынан күсеп килеүселәр нигеҙләгәндәр. 18 быуат аҙаҡтарында Мырҙа исеме менән ике ауыл булған. 5 — се ревизия (1795) мәғлүмәттәре буйынса был ауылдарҙың береһендә 20 йорт, ә икенсеһендә 24 йорт, 115 кеше булған. Икенсе ауыл Яңы йәки Бәләкәй Мырҙа тип аталған. 1816 йылғы 7-се ревизия мәғлүмәттәре буйынса был ауылда 8 йорт, 42 кеше генә ҡалған. Яңы Мырҙа ауылынан күсеп килеүселәрҙән Шәрипҡол ауылына нигеҙ һалыуҙары ошо йылдарға тура киләлер. Сурағолов Шәкирйән Сабирйән улы (1930 йылғы) ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне : "1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, ҙур батырлыҡтар күрһәткәне өсөн батша башҡорттарға грамота биргән. Ошо грамота нигеҙендә бер — нисә йорт кешеһе, Мырҙанан айырылып, ошо Шәрипҡол еренә күсеп ултырған. Был урында урман булған, улар урман ботарлап килеп ултырған ". 1834 йылғы 8 — се ревизия мәлендә Яңы Мырҙа Шәрипҡол исеме менән күрһәтелгән. Был осорҙа ауылда барлығы 8 йорт, 64 кеше булған. 1870 йылда 25 йортта 135 кеше, ә 1905 йылда 164 кеше йәшәгән. Топонимдар һүҙлегендә: " Шәрипҡол (Шарипкулово) д. в Кармаскалинском районе. От антропонима Шәрипҡол. Другое название Өмөтбай ",- тип күрһәтелгән. 30 — сы йылдарға тиклем ауылдың Өмөтбай тигән икенсе исеме лә киң ҡулланылған булған. «Ауылды нигеҙләүселәр араһында Өмөтбай исемле кеше лә булған. Тәүҙә ауылды Өмөтбай һәм Шәрипҡол исемдәре менән берҙәй атап йөрөткәндәр. Шәрипҡоло бик йылғыр, әүҙем, ҡыйыу булған. Хөкүмәт тарафынан үткәрелгән сираттағы ревизия мәлендә Шәрипҡол ауылды үҙ исеме менән билдәләткән. Ә халыҡ хәтерендә оҙаҡ йылдар буйына уның икенсе исеме лә һаҡланып килгән» (Шәрипҡолов Фаяз Исмәғил улы (1942 йылғы) һөйләүе буйынса).
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улы (17.09.1941), тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Фәндәр академияһының Р. Ғ. Кузеев исемендәге премия лауреаты (2009).
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсми исемдәр бирелмәгән дәүерҙә ауыл урамдары тип йөрөтөлгән. Хәҙер: башҡ. Үҙәк урам — рус. Центральная улица
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауҙар, ҡалҡыулыҡтар: Йылға, шишмәләр:
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ноябрь 2020)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ноябрь 2020)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәрипҡол // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 ноябрь 2020)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |