Ҡырмыҫҡалы (Ҡырмыҫҡалы районы)
Ҡырмыҫҡалы | |
Ҡырмыҫҡалы | |
Нигеҙләү датаһы | 1758 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Ҡырмыҫҡалы |
Рәсми тел | урыҫ теле һәм башҡортса |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәге | Ҡырмыҫҡалы районы һәм Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы) |
Административ-территориаль берәмек | Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы) |
Халыҡ һаны | 8540 кеше (2010)[2] |
Валюта | ₽ |
Почта индексы | 450020 |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1758 |
Урындағы телефон коды | 34765 |
Ҡырмыҫҡалы — Ҡырмыҫҡалы районының үҙәге (1930). Өфөнән көньяҡҡа 50 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Почта индексы — 453020, ОКАТО коды — 80235835001.
2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 8540 кеше[3]. Билдәле яҙма мәғлүмәттәр буйынса ауылды мишәрҙәр 1758 йылда ойошторған. XIX быуат һуңында ауылда 3 мәсет, 3 мәҙрәсә булған.
Топонимикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ни өсөн был ерҙәргә ҡырмыҫҡалы исемен биреүҙәре тураһында риүәйәт бар. Ауыл төҙөр өсөн ер һайланғандан һуң, бәхәс ҡуба. Буласаҡ ауылға ниндәй исем бирергә һуң? Оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң, ололарҙың береһе ергә аҡ кейеҙ йәйергә тәҡдим итә. Беренсе булып кейеҙгә ниндәй йәнлек баҫа, шуның исемен алырға булалар. Кейеҙгә ҡырмыҫҡа килеп менә. Шунан һуң ауылға ҡырмыҫҡа исемен бирергә булалар. Ҡырмыҫҡалы районы биләгән ерҙәр Башҡортостандың иң уңдырышлы ерҙәре булып иҫәпләнә. Бәлки, шуғалыр ҡырмыҫҡалылар тураһында «ҡырмыҫҡа һымаҡ егәрлеләр» тигән фекер йөрөй.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 2600 | ||||
1920 йыл 26 август | 3800 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 3500 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 3000 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 5700 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 7800 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 8540 | 4029 | 4511 | 47,2 | 52,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Еңеүҙең 50 йыллығы урамы
- 8 Март урамы
- А.Хөсәйенов урамы
- Әй урамы
- Аҡкүл урамы
- Аҡмулла урамы
- Аксаков урамы
- Әлимғафаров урамы
- Ардаширов урамы
- Арсланова урамы
- Б. Батырова урамы
- Бабич урамы
- Батыр урамы
- Белов урамы
- Яр урамы
- Ҡайынлы урамы
- Биишева урамы
- Бикбай урамы
- Бикбулатова урамы
- Бер туғае Әнәсовтар урамы
- В.Вәхитов урамы
- Васильев урамы
- Васильковая урамы
- Яҙ урамы
- Ветерандар урамы
- Сейәле урамы
- Көнсығыш урам
- Юғары вольт урамы
- Высоцкий урамы
- Гагарин урамы
- Ғәҙелшин урамы
- Ғәзизов урамы
- Гәрәев урамы
- Ғарипов урамы
- Ғәскәров урамы
- Гоголь урамы
- Граждан урамы
- Грачев урамы
- Гөбәйҙуллин урамы
- Дәүләтшина урамы
- Достоевский урамы
- Дуҫлыҡ урамы
- Шыршылы урамы
- Есенин урамы
- Жуков урамы
- Зәки Вәлиди урамы
- Көнбайыш урам
- Быуа аръяғы урамы
- Йылға аръяғы урамы
- Йондоҙло урам
- Интернациональ урамы
- Исхаҡов урамы
- Казан урамы
- Калганов урамы
- Камалов урамы
- Ҡарлыман урамы
- Кырмыҫҡалы урамы
- Кедр урамы
- Килдибәков урамы
- Кинйәбулатов урамы
- Киров урамы
- Саған урамы
- Ҡырым урамы
- Ленин урамы
- Лермонтов урамы
- Урман урамы
- Йүкәле урамы
- Туғай урамы
- М.Ғафури урамы
- М.Кәрим урамы
- М.Өмөтбаев урамы
- Матросов урамы
- Тыныслыҡ урамы
- Модуль урамы
- Молодежи (бульвар)
- Йәштәр урамы
- Күпер урамы
- Н.Батанов урамы
- Яр буйы урамы
- Некрасов урамы
- Нестеров урамы
- Аҫҡы урам
- Никифоров урамы
- Яңы урам
- Новосельская урамы
- Күл урамы
- Олимпийская урамы
- Ереклк урамы
- Парк урамы
- Партизан урамы
- 1 Май урамы
- Пионер урамы
- Ялан урамы
- Полунин урамы
- Пугачев урамы
- Пушкин урамы
- Эшселәр урамы
- Йәйғорлы урам
- Рәсих Ханнанов урамы
- Таң урамы
- Рафиҡ Саяпов урамы
- Рафиҡов урамы
- Республика урамы
- Йылға урамы
- Инешле урамы
- Россия урамы
- Рощинская урамы
- Рубеж урамы
- Миләш урамы
- С.Ҡунаҡкбаев урамы
- С.Чугункин урамы
- С.Юлаев урамы
- Баҡса урамы
- Садыҡов урамы
- Ирек урамы
- Төньяҡ урам
- Ауыл урамы
- Себер урамы
- Сирень урамы
- Совет урамы
- Беррҙәмлек урамы
- Ҡояшлы урамы
- Ҡарағайлы урамы
- Сочи урамы
- Спорт урамы
- Дала урамы
- Төҙөлөш урамы
- Солтан-Ғәлиев урамы
- Бәхет урамы
- Табаков урамы
- Талалов урамы
- Тыныс урам
- Хеҙмәт урамы
- Хеҙмәтсәндәр урамы
- Туҡаев урамы
- Тургенев урамы
- Урал урамы
- Уңыш урамы
- Усаев урамы
- Өфө урамы
- Ф. Иҫәнғолов урамы
- Ф.Мөхәмәтйәнов урамы
- Флүрә Сәғәҙиева урамы
- Фрунзе урамы
- Хәбибуллин урамы
- Хоҙайбирҙин урамы
- Сәскәле урамы
- Үҙәк урам
- Чапаев урамы
- Чехов урамы
- Шишмә урамы
- Ш.Биҡҡол урамы
- Шайморатов урамы
- Мәктәп урамы
- Шоссей урамы
- Юбилей урамы
- Көньяҡ урам
- Алмалы урамы
- Ялан урамы
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт ауылы Ҡырмыҫҡалы XVIII быуат башында барлыҡҡа килгән. 1712 йылдан Бәгәнәш-Мең улусы менән килешеү нигеҙендә бында типтәрҙәр ҙә йәшәй башлай. Мишәрҙәр ауылға 1756 йылда уларҙың Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы аҫаба башҡорттары менән керҙәшлек килешеүе буйынса килеп урынлаша. Ауыл яй үҫә. XVIII быуат аҙағында бында мордва вәкилдәре лә йәшәй башлай. 1834 йылда был ауылда 16 аҫаба башҡорт, 9 мишәр, 140 типтәр күрһәтелә.
Ревизия уларҙың барыһын да аҫаба итеп күрһәтте. Был керҙәштәренең ерҙе башҡорттарҙан һатып алыу юлы менән һатып алыуы хаҡында һөйләй[4].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡасимов Рәйес Шәйәхмәт улы (15.01.1936—18.07.2012), журналист. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1966 йылдың декабренән «Совет Башҡортостаны», 1973 йылдан — «Кызыл таң» гәзите хәбәрсеһе, шул иҫәптән 1978—1992 йылдарҙа бүлек мөдире, 1996—1997 йылдарҙа яуаплы секретарь; 1999—2006 йылдарҙа «Өмет» гәзите хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1992)[5].
- Ҡәйүмов Фәрит Әмирйән улы (12.11.1934), ғалим-гистолог, 1963 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 1989—1999 йылдарҙа гистология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1991), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2005)[6].
- Солтанғәлиев Фәрит Хәйҙәрғәли улы (20.12.1920—7.08.1990), хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939—1941 һәм 1952—1985 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1952 йылдан «Ишембайнефть» тресы 1-се быраулау контораһының өлкән инженеры, 1955 йылдан — участка начальнигы, 1957 йылдан — баш инженер; 1964 йылдан — «Туймазабурнефть» тресының 4-се быраулау контораһы директоры, 1970 йылдан Нефтекама быраулау эштәре идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1976), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978) һәм почётлы нефтсеһе (1971). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры[7].
- Хәзипов Рим Хәлит улы (30.01.1939), ғалим-инженер‑технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2007). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1987), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (2001)[8].
- Ханнанов Рәсих Нурғәли улы (28.10.1931), журналист, шағир һәм яҙыусы. 1957 йылдан СССР Журналистар союзы, 1959 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1960 йылдан КПСС ағзаһы. 1992—1994 йылдарҙа Ҡыҙыл таң республика гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Әнғәм Атнабаев (2005) исемендәге лауреаты.
- Хәкимов Альберт Мөхәмәт улы (04.09.1947), хужалыҡ эшмәкәре, агроном. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ http://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр. 61
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы —Ҡасимов Рәйес Шәйәхмәт улы 2021 йыл 13 ғинуар архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2021)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ҡәйүмов Фәрит Әмирйән улы 2019 йыл 7 ноябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 ноябрь 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Солтанғәлиев Фәрит Хәйҙәрғәли улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2020)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Хәзипов Рим Хәлит улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡырмыҫҡалы (Ҡырмыҫҡалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2019)