Эстәлеккә күсергә

Төбәк-Таҙлар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Төбәк-Таҙлар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡырмыҫҡалы районы

Координаталар

54°17′51″ с. ш. 56°22′03″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 235 845 008

ОКТМО коды

80 635 445 136

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Төбәк-Таҙлар (Рәсәй)
Төбәк-Таҙлар
Төбәк-Таҙлар
Төбәк-Таҙлар (Башҡортостан Республикаһы)
Төбәк-Таҙлар

Төбәк-Таҙлар (рус. Тубяк-Тазларово) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 60 кеше[1]. Почта индексы — 453004, ОКАТО коды — 80235845008.


Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) буйынса өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (88 %)[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 80
1959 йыл 15 ғинуар 229
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 89
2002 йыл 9 октябрь 116
2010 йыл 14 октябрь 60 29 31 48,3 51,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Ҡырмыҫҡалы): 13 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Ҡыйышҡы): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл (Таҙлар станцияһы): 1 км

XIX быуаттың 30-сы йылдарҙан башлап Таҙлар ауылы Төбәк-Таҙлар (төбәк — алыҫыраҡ һәм таҙлар — -ы аффиксы менән этноним) тип атала. 1786 йыл картаһында был исем менән ауыл юҡ. Әммә 1795 йылда 64 кеше йәшәгән 16 йорттан тора. 21 йылдан һуң 13 йорт хужалығының һәр береһенә 6,6 кешеһе тура килә. Күп ҡатынлы өс ғаилә теркәлгән. 1859 йылда 52 йортта 120 ир-ат (шул иҫәптән 22 кеше) һәм 114 ҡатын-ҡыҙ була.141 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 254 кеше һәм 50 йорт хужалығы күрһәтелгән.

1812 йылғы һуғышта Әбделғәзиз Үлмәҫбаев менән Хәбибулла Ҡаранаев ҡатнаша.

195 кешенең 150 аты, 200 һыйыры, 24 һарығы һәм 30 кәзәһе бар. Солоҡтан тыш, умартасыларҙың 60 умартаһы булған. Ауыл халҡының һәр ағзаһына 4 бот (780 бот) иген сәскәндәр[3].

Урман(урамы) (рус. Лесная(улица))